ВАТАНДАШ
1. Үлер алдынан белдерелгән теләк, үтенес. □ Завещание. Васыят хаты. Васыят яҙыу. ■ Ҡарттар уны [Бәндәбикәне], васыяты буйынса, уҙ өйөндә ерләгәндәр. Халыҡ ижадынан. Васыятты телдән әйтеп ҡалдырырға ла, яҙыу яҙып ҡалдырырға ла мөмкин. Башҡортса дини календарҙан.
2. Киләсәк быуынға, уҡыусыларына, эште дауам итеүселәргә әйтеп ҡалдырылған һүҙ, кәңәш, теләк һ. б. □ Завет, заповедь. Ата-бабалар васыяты. ■ Васыятым былдыр һеҙгә, балаларым, йә булмаһа, туғандарым, ағай-энем... М. Өмөтбаев.
ВАСЫЯТ ИТЕҮ (васыят ит-) (Р.: завещать; И.: bequeath; T.: vasiyet etmek) ҡ.
1. Үлер алдынан ниндәйҙер теләк белдереү. □ Завещать.// Завещание. ■ [Бәндәбикә — туғандарына:] Хәлем насар, шәбәйә алмам. Әгәр улеп-нитеп китһәм, өйөмә индереп һалығыҙ ҙа ишек-тәҙрәләрен кумегеҙ. Өйөм минең ҡәберем булһын, — тип васыят иткән, ти. Халыҡ ижадынан.
2. Үлер алдынан бер кешегә нимәнелер исемләп ҡалдырыу. □ Завещать. // Завещание. Йортто васыят итеу. Малды балаларға васыят итеу.
ВАСЫЯТ ИТЕҮСЕ (Р.: завещатель; И.: testator; T.: musi) и.
Нимәнелер васыят итеп ҡалдырған кеше.
□ Завещатель. / Завещающий. Васыят итеу-сенең теләге. Васыят итеусе уҙ ҡулы менән яҙып ҡалдырған.
ВАСЫЯТ ҠАҒЫҘЫ и. ҡар. васыятнамә. Васыят ҡағыҙы ҡалдырыу.
ВАСЫЯТНАМӘ [ғәр.-фарс.
(Р: завещание; И.: condition of a will; T: vasiyetname) и.
Васыят яҙылған таныҡлыҡ ҡағыҙы.
□ Завещательный акт, завещание. Васыятнамә төҙөу. Васыятнамә ҡалдырыу.
ВАСЫЯТ ӘЙТЕҮ (васыят әйт-) к. ҡар. васыят итеү. Уландарға васыят эйтеу. ■ Васыят эйтеуҙең маҡсаты — кеше улгән-дән һуң унан ҡалған малды (мөлкәтте) нимәгә тотонорға, ни эшләтергә икәнде вариҫ-
тарға әйтеп ҡалдырыу. Башҡортса дини календарҙан.
ВАТА-ЕМЕРӘ (Р: разрушая; И.: destroying; T.: tahrip ederek) р.
1. Боҙоп, юҡҡа сығарып, емереп. □ Разрушая, уничтожая. Малдар ҡойманы вата-емерә сығып ҡасты.
2. кусм. Телде насар белеү сәбәпле һүҙҙәрҙе, интонацияны боҙоп (һөйләу). □ Ломано, коряво (о языке, разговоре, произношении). ■ Лоҡман, руссаны вата-емерә, Хәйривараның ҡолағына шыбырланы. «Йәшлек», 21 август 2010.
ВАТА-ҠЫРА р. ҡар. вата-емерә. Вата-ҡыра барып инеу.
ВАТАН [ғәр. jlaj] (Р: родина; И.: fatherland; T: vatan) и.
1. Тыуып үҫкән, ата-бабалар ере, тыуған яҡ. □ Родина, место рождения, родная сторона. Ватан тупрағы. Ватанға ҡайтыу. Ватаным кулдәре һағындыра. ■ Ватанды һаҡлау — изгеләрҙән изге бурыс. Элек тә шулай булған, хәҙер ҙә. Башҡортса дини календарҙан.
2. (баш хәреф менән) юғары. Тыуған ил. □ Родина, Отечество, Отчизна. ■ Ҡиммәт миңә изге Ватанымдың һәр бер ҡарыш ере, тупрағы; ҡиммәт миңә хатта һәр ағастың һәр ботағы, һәр бер япрағы. Ҡ. Даян. Беҙ куп милләтле, әллә купме телдәрҙә аралашҡан, куп төрлө дин тотҡан халыҡтың уртаҡ Ватаны булған гузәл бер илдә йәшәйбеҙ. Башҡортса дини календарҙан. Бөйөк шағир — Ватанының шәрифелер, ләкин бөтә донъяның хакимылыр. М. Өмөтбаев. Ил өҫтөнә яу килгәндә, йөрәгендә Ватан тойғоһо йөрөткән ябай һуғышсы йә крәҫтиән дә тыуған ерҙе, намыҫты һаҡлау өсөн әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙе ойоштора башлай. Б. Рафиҡов.
ВАТАНДАШ (Р: соотечественник; И.: compatriot; T: vatandaş) и.
Бер илдә тыуып үҫкән һәм йәшәгән кешеләр. □ Соотечественник, соотечественница. Ватандаштарға сәләм еткереу. ■ Төрлө халыҡтар, төрлө диндәге кешеләр
81