Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 80 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАСИ
тарҙы.. унда барып сыҡҡан урта быуат ғәрәп сәйәхәтселәре ул халыҡтың атҡа атланған ғәййәр һуғыш суҡмарҙары булыуын, бейә һөтөнән ҡымыҙ яһап әсеүен, байрамдарҙа бәйгелә ат сабыштырыуын хәбәр итә. Й. Солтанов.
2. Рус кенәз д әренең дружинаһы. □ Варяг (дружина русских князей).
3. Сит, килмешәк кешеләр. □ Варяги (пришельцы). Сит кешеләрҙе варягтар тип йөрөткәндәр.
ВАСИ I [ғәр. (Р: завещатель; И.: testator; T.: vasi) и. иҫк.
Васыят итеүсе, васыят әйтеүсе. □ Завещатель; завещающий человек. Васи һүҙе. Васи теләге.
ВАСИ II [ғәр. Сғ~=и] (Р: исполняющий завещание; И.: guardian; tutor; trustee; T.: vasi) и. иҫк.
1. Васыятты тормошҡа ашырыусы кеше; үлгән кешенең васыятын үтәргә вәкил ителгән кеше. □ Человек, исполняющий завещание умершего, распоряжающийся завещанным наследством. Васи үтәүсе.
2. Етем ҡалған йәш балаға тейешле мираҫ малы менән идара итеүсе һәм етемдәрҙе тәрбиәләүсе. □ Опекун. Васи тәрбиәһе.
ВАСИЛ [ғәр. lU>U] (Р: достигающий; И.: attaining; T.: vâsıl) с. иҫк. кит.
Ирешеүсе, өлгәшеүсе. □ Достигающий чего-л., прибывающий, приходящий куда-л. Васил кеше. Васил бала.
ВАСИЛ БУЛЫУ (васил бул-) (Р: достичь; И.: attain, achieve; T.: vâsıl olmak) ҡ. иҫк.
Ирешеү, өлгәшеү. □ Достичь. Моратҡа васил булыу.
ВАСИТА [ғәр. (Р: средство; И.: means; T.: vasıta) и. иҫк.
1. Эштең әмәле, юлы. □ Средство; мера, способ. ■ Ғәббәс мулланың дәхи бер олуғ эше булды. Ул иһә мәхәллә мәктәбе тәьсис итеп (төҙөп), бөтә ҡәрйәлә улан ислам балаларын мәктәпкә йыйып тәғлим бирер вә монасип мөғәллимдәр насип итеп, анлар васитаһы илә тәғлим иттерер ине. Р. Фәхретдинов.
2. ҡар. васитасы.
ВАСИТАСЫ (Р: посредник; И.: go-between; T.: aracı) и. иҫк.
Аралашсы. □ Посредник. Васитасы эше. Васитасы ярҙамы.
ВАСИТАСЫЛЫҠ (васитасылығы) (Р: посредничество; И.: mediation; T.: vasıtalık) и.
Аралашсылыҡ, аралашлыҡ. □ Посредничество. Васитасылыҡ эштәре.
ВАСИФ [ғәр. (Р: свойство; И.: characteristic, property; T.: vasıf) и. иҫк. кит.
Кемдең йәки нимәнеңдер үҙенсәлеге.
□ Свойство кого-чего-л. Эштең васифы.
■ Ул атымды йәд итһәм, белең васифын. М. Өмөтбаев.
ВАСИФ ҠЫЛЫУ (васиф ҡыл-) (Р: описать что -л:, И.: describe; T.: vasıflandırmak) ҡ. иҫк.
Тасуирлау. □ Описать что-л. Ундағы матурлыҡты васиф ҡылыу мөмкин түгел.
■ Васиф ҡылғыһыҙ михнәттәр күрҙем. «Батыршаның хаты».
ВАССАЛ [рус. < фр. vassal] (Р: вассал; И.: vassal; Т.: vasal) и.
1. тар. Урта быуаттағы Көнбайыш Евро-пала ер биләүсе эре феодалға бойондороҡло ваҡ феодал. □ Вассал. / Вассальный.
2. күсм. Бойондороҡло ил йәки кеше.
□ Вассал. / Вассальный. Вассал илдәр. Вассал дәүләттәр. ■ Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларынан күренеүенсә, Рәсәй власы аҫтында ҡалғансы, аҫаба йәки күсмә башҡорттар бейҙәр тарафынан идара ителгәндәр, һәм был бейҙәр йыш ҡына вассал рәүешендәрәк ханға буйһонғандар. М. Өмөтбаев. Бынан һуң Башҡорт көнбайыш ҡыпсаҡ ханы Кәбәктең вассалы булып китә һәм 1184 йылда рус кенәздәренең ҡыпсаҡтар менән һуғышында ҡатнаша, шул уҡ йылдың 30 июнендә Башҡорт Кәбәк хан менән әсирлеккә эләгә һәм ҙур күләмдәге түләүгә ҡотҡарыла. «Шоңҡар», № 1, 1993.
ВАССАЛЛЫҠ (вассаллығы) (Р: вассалитет; И.: vassalage; T.: vasallık) и.
Вассал булыу, вассал булғанлыҡ. □ Вассалитет. Вассаллыҡ мөнәсәбәттәре.
ВАСЫЯТ [ғәр. (Р-: завещание; И.: testament; T.: vasiyet) и.
80