ВАРЯГ
ВАРИАЦИЯ [рус. < лат. variatio ‘үҙгәреш’] (Р.: вариация; И.: variation; T.: varyasyon) и.
1. Нимәнеңдер бер аҙ үҙгәргән, әммә төп үҙенсәлеккә тәьҫир итмәгән элементы.
□ Вариация. ■ Ҡояш нурҙарының ун бер йыллыҡ һәм бер быуатлыҡ вариацияларының бер юлы һәм оҙайлы уҙгәреуе арҡаһында Ерҙә климат шарттары ла уҙгәрә. «Йәшлек», 28 август 2010.
2. муз. Төп теманы ҡабатлау һәм төрлөсә үҙгәртеү нигеҙендә эшләнгән музыкаль әҫәр, бейеү һ. б. □ Вариация. ■ Импровизация, яңы стилдәге вариациялар, халыҡ көйҙәрен заманса башҡарыу, рус һәм сит ил музыкаһын башҡорт ерлегендә тыуған инструмент [ҡурай] ауазы аша яңғыратыу, халыҡ көйҙәренә һәм заманса ритмдарға попурриҙар — быларҙың барыһы ла Азат Биксуриндың хеҙмәт емеше. «Йәшлек», 18 июль 2009.
ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘҮ (Р: вариационное исчисление; И.: calculus of variations; T: varyasyonlar hesabı) и. мат.
Функциональ анализда функционалдар-ҙың вариацияларын өйрәнеүсе бүлек. □ Вариационное исчисление.
ВАРИКОЗ [рус. < лат. varix] (Р: варикоз; И.: varicosity; T: varis) и. мед.
Вена ҡан тамырҙарының киңәйеүе.
□ Варикоз. Варикоз менән яфаланыу. Вари-козды дауалау.
ВАРИҪ [ғәр. (Р: наследник; И.: heir; T: vâris) и.
1. Мираҫ алған кеше. □ Наследник. Законлы вариҫ. ■ Беҙ ҙә бит вариҫ инек, тугел угәй, һин беҙҙәргә ата инең, тугел ҡалмаҡ. М. Аҡмулла. Ә хәҙер ағаһы — йорт хужаһы, ғаиләнең вариҫы. 3. Биишева.
2. кусм. Кемдеңдер эшен дауам итеүсе.
□ Преемник. Тәхет вариҫы. ■ Поезд аҫтына ташланып улгән оло Рәмиевтән һуң уның вариҫы алтын эше менән ныҡлап ҡыҙыҡһынмаған. Я. Хамматов. Әммә Каруанһарайҙы уның вариҫтарына ҡайта
рыу өсөн көрәште башлаусы Гөлимә Жан-ғабилованы һәм Ырымбур әлкәһе башҡорттары ҡоролтайының әуҙем ағзалары булған Л. Әбубәкерова менән Г. Үзбәкованы был яуап ҡәнәғәтләндермәй. «Башҡортостан», 27 ғинуар 2012.
ВАРИҪ БУЛЫУ (вариҫ бул-) (Р: быть наследником; И.: be heir to; T: vâris olmak) к.
Мираҫҡа эйә булыу. □ Быть наследником, стать преемником. Хәҙерге «Башҡортостан» гәзите «Башҡортостан», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәренең вариҫы булып тора.
ВАРИҪ ИТЕҮ (вариҫ ит-) (Р: назначить наследником; И.: appoint heir; T.: vâris yapmak) ҡ.
Мираҫсы итеп ҡалдырыу. □ Назначить наследником, преемником. ■ [Камалов — Шәмсунға:]Һине мин уҙемдең тоғро вариҫым итеп кургем килә. Н. Мусин.
ВАРИҪЛЫҠ (вариҫлығы) [ғәр. <^jj] (Р: наследование; И.: inheritance; T.: veraset) и.
Мираҫҡа эйә булғанлыҡ. □ Наследование. Вариҫлыҡҡа дәғуә итеу. Вариҫлыҡ ике төрлө була.
ВАРИҪЛЫҠ ХОҠУҒЫ (Р: право нас ледования; И.: succession law; T: veraset hakkı) и. юр.
Мираҫҡа эйә булғанлыҡ. □ Право наследования. Вариҫлыҡ хоҡуғына дәғуә. Вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булыу.
ВАРИҪТАШ (Р: один из наследников; И.: an heir, co-heir; T: mirasçı) и.
Вариҫ булыусыларҙың береһе. □ Один из наследников.
ВАРЬЕТЕ [рус. < фр. variete] (Р: варьете; И.: variety show; T: varyete) и.
Төрлө еңел (эстрада) программаларҙан (йыр, бейеү) торған театр. □ Варьете. Варье-тела бейеу. Варьете әҙерләу.
ВАРЯГ [рус. < сканд.] (Р: варяг; И.: Varangian; Т: Varangian) и. тар.
1. Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаға IX—X быуаттарҙа һөжүм иткән нормандар, скандинавтар. □ Варяг. ■ Варяг-прус-
79