Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 78 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАННАЛЫ
3. махе. Нимәнелер батырыу өсөн шыйыҡлыҡ һалынған һауыт. □ Ванна. Фотоплёнка ваннаһы. Тире эшкәртеү ваннаһы.
4. Ҡояш нуры, һауа, һыу менән тәнде дауалау сараһы. □ Ванна. Көкөрт-водород ваннаһы. Һауа ванналары кешене бик яҡшы сыныҡтыра. Тире ауырыуҙарына ванна. Ҡояш ваннаһы.
ВАННАЛЫ (Р.: с ванной; И.: with a bath; T.: küvetli) с.
Ваннаһы булған, ванна менән. □ С ванной. Ванналы фатир. Ванналы бүлмә.
ВАНТУЗ [рус. < фр. ventouse] (Р.: вантуз; И.: plunger; T.: vantuz) и.
1. һыу торбаларынан һауаны сығарыу өсөн ҡулланылған клапан. □ Вантуз. Суйын вантуз.
2. Торбаларға тығылған бысраҡты ҡыуып ебәреү өсөн ҡулланылған әйбер. □ Вантуз. Вантуз һатып алыу. Вантуз менән таҙартыу.
ВАРАН [рус. < лат. varanus] (Р: варан; И.: monitor lizard; T.: dev kertenkele) и. зоол.
Көньяҡта йәшәүсе ике-өс метрға еткән ҙур кеҫәртке төрө. □ Варан (лат. Varanidae). Варандар көньяҡта йәшәй. Варандар кеҫәрткеләрҙән ҙурлығы менән айырылып тора.
ВАРВАР [рус. < гр. barbaros ‘сит кеше’] (Р: варвар; И.: barbarian; T.: barbar) и.
1. Боронғо гректарҙа һәм римляндарҙа: сит ил кешеһенә кәмһетеп, түбәнһетеп әйтелгән һүҙ. □ Варвар. Ситтәрҙе түбәнһетеп, варварҙар, тип көлгәндәр.
2. ҡар. вәхши.
ВАРВАРИЗМ [рус. < гр. barbarismos] (Р: варваризм; И.: barbarism; T: barbarizm) и. линг.
Сит телдән алынған һәм әҙәби тел нормаларын боҙған һүҙ йәки һүҙбәйләнеш. □ Варваризм. ■ Варваризмдар тип дөйөм тел үҙләштермәгән сит һүҙҙәргә әйтәләр. Улар, ғәҙәттә, диалекттарҙа йәки айырым кешеләрҙең телмәрҙәрендә генә осрайҙар: өгөрсө (ҡыяр), вис (бөтөнләй), түлке (әммә, ләкин). Э. Ишбирҙин.
ВАРВАРЛЫҠ (варварлығы) (Р: варварство; И.: barbarism; T: barbarlık) и.
1. Кешелек тарихында ҡырағайлыҡтан һуң килгән цивилизация осорона тиклемге осор. □ Варварство. ■ Колонизатор влас-тар, әлбиттә, урындағы ҡәүемдәрҙең йола хоҡуғының варварлыҡ дәүеренән бирле һаҡланып һәм күҙәтелеп килгән «барымтаға — барымта», «ҡарымтаға — ҡарымта» тигән принцибының, һис һүҙһеҙ, үҙенекен итәсәген белеп, аҫтыртын эш ҡылғандар. Ә. Сөләймәнов.
2. ҡар. вәхшилек.
3. Үҫештән артта ҡалғанлыҡ. □ Варварство.
ВАРГАН [рус.] и. ҡар. ҡумыҙ.
ВАРЕНЬЕ [рус.] и. ҡар. ҡайнатма.
ВАРИАНТ [рус. < фр. variante < лат. varians] (Р: вариант; И.: version, variant; T.: varyant) и.
Төрлөсә үҙгәртеп эшләнгән йәки бирелгән нәмәнең береһе; нөсхә. □ Вариант. Тәүге вариант. Әҫәрҙең һуңғы варианты. ■ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ла уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороу, сәләмәтлеген нығытыу буйынса төрлө варианттар тәҡдим итә. «Йәшлек», 29 май 2010. Рәми Ғариповтың тәржемәләренең нисәмә варианты, ҡараламалары бар. Улар үҙе бер мауыҡтырғыс ижад өлгөһө. «Йүрүҙән», 3 февраль 2012.
ВАРИАНТЛЫ (Р: вариантный; И.: variational, alternate;T.: çeşitli) с.
Төрлө варианттары булған. □ Вариантный. Вариантлы әҫәр.
В АРИ АНТЛЫ Л ЫҠ (вариантлылығы) (Р: вариантность; И.: varianey; T.: çeşitlilik) и.
Төрлөлөк, күп варианттар булыу. □ Вариантность. Һүҙҙәрҙең күп вариантлылығы.
ВАРИАТИВ (Р: вариативный; И.: variative; T.: farklı) с.
Төп, нигеҙ үҙенсәлекте һаҡлап, яңы варианттар булдырыуға эйә, үҙгәреүсән. □ Вариативный. Вариатив план. Вариатив дәреслек.
78