ВАННА
ВАМПИР [рус. < фр. vampire < нем. Vampir] и.
1. миф. ҡар. убыр. Әкиәттәге вампир.
2. һөйл. Кемгәлер насар тәьҫир иткән, көсөнән, энергияһынан мәхрүм иткән кеше. □ Вампир. Энергетик вампир. ■ Кеше энергияһын һурыусы вампирҙар тураһында, моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр. Улар хаҡында имеш-мимеш байтаҡ. «Башҡортостан», 23 март 2012.
3. зоол. ҡар. ярғанат. Вампирҙар тропик Америкала йәшәй.
ВАНАДИЙ [рус. < лат. vanadium] (Р.: ванадий; И.: vanadium; T.: vanadyum) и.
Химик элемент, буҙ төҫтәге ҡаты металл (юғары сортлы ҡорос ҡойғанда ҡулланыла).
□ Ванадий. Составында титан, ванадий булған мәғдән ҡиммәтле.
ВАНАДИЙЛЫ (Р: ванадиевый; И.: vanadic; vanadium added; T.: vanadyumlu) c.
Ванадий ҡушылған, ванадийы булған.
□ Ванадиевый. Ванадийлы ҡорос. Ванадийлы сым.
ВАНДАЛ [рус. < лат. vandali] (Р: вандал; И.: Vandal; Т.: Vandal) и.
1. тар. Рим империяһын һәм культураһын тар-мар иткән боронғо герман ҡәбиләһе.
□ Вандал.
2. кусм. Мәҙәниәт ҡиммәттәрен емереүселәр, вайран итеүселәр. □ Вандал. / Вандалистский. ■ Былтыр октябрь аҙағында билдәһеҙ вандалдар биш менгирҙы емереп, төп менгир эргәһендә ватыҡтарынан тәре, бер аҙ ситтәрәк туңкәрелгән йондоҙ формаһында пентаграмма төҙөй. «Йәшлек», 9 июль 2011.
3. кусм. Тупаҫ, әҙәпһеҙ, наҙан кеше.
□ Вандал. Тупаҫ ҡылыҡтары менән улар вандалға оҡшап тора ине.
ВАНДАЛИЗМ [рус.] и. ҡар. вандаллыҡ. Мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡомартҡыларын аяуһыҙ емереу һәм юҡ итеу вандализм тип атала.
ВАНДАЛЛЫҠ (вандаллығы) (Р: вандализм; И.: vandalism; T.: Vandallık) и.
Мәҙәниәт, сәнғәт ҡомартҡыларын вәхшиҙәрсә һәләк итеү, ҡыйратыу күренеше.
□ Вандализм. Вандаллыҡ осрағы. Вандаллыҡ эҙҙәре.
ВАНИЛИН [рус. < фр. varille < нем. Vanilla] (Р: ванилин; И.: vanillin(e); Т: vanilin) и.
Ваниль емешенән алынған хуш еҫле матдә (куберәк парфюмерияла һәм кулинарияла ҡулланыла). □ Ванилин. Кондитер изделиеларында хуш еҫле тәмләткес ванилин ҡулланыла. Ванилин ҡушыу. Ванилин өҫтәу.
ВАНИЛИНЛЫ (Р.: ванилиновый; И.: with vanillin, vanillin added; T: vanilinli) с.
Ванилин ҡушылған. □ Ванилиновый. Ванилинлы эремсек. Ванилинлы ҡамыр. Ванилинлы печенье.
ВАНИЛЛЕ (Р: ванильный; И.: vanilla; Т: vanilyalı) с.
Ваниль ҡушылған. □ Ванильный. Ванилле сохарийҙар.
ВАНИЛЬ [рус. < исп. vanilla ‘ҡуҙаҡ’] (Р: ваниль; И.: vanilla; T: vanilya) и.
1. бот. Нәҙек оҙон емешле тропик үҫемлек. □ Ваниль. / Ванильный (лат. Vanilla). Ванилдең тыуған ере — Мексика һәм Үҙәк Америка. Ваниль емештәрен йыйыу.
2. Шул үҫемлектең кулинария һәм парфюмерияла ҡулланыла торған хуш еҫле кипкән емеше. □ Ваниль. / Ванильный. Ваниль онтағы. Ваниль ҡушыу.
ВАННА [рус. < нем. Wanne] (Р: ванна; И.: bath; T: küvet) и.
1. Йыуыу, йыуыныу йәки дауаланыу өсөн махсус эшләнгән оҙонса ҙур һауыт.
□ Ванна. Ваннала йыуыныу. Ваннаны таҙартыу. ■ Тамараны ирекһеҙләп булһа ла ванна кертәләр, ә Земфира инде, ут һундереп, Туҡай шиғырҙарын ятлап маташа. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ошондай һауыт урынлаштырылған бүлмә. □ Ванная. Ванна кәрәк-яраҡтары. Ваннаға плитка йәбештереу. Ваннаға ремонт эшләу.
77