Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 100 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМШАРЫУ
17 февраль 2012. • Һуғып, тимерҙе генә йомшарталар. Мәҡәл.
2. Кәүшәк, көпшәк хәлгә әйләндереү, йомшаҡ итеү. □ Рыхлить, разрыхлить, взрыхлить. // Рыхление, разрыхление, взрыхление. Ағас төбөн йомшартыу. Тутәлде йомшартыу. ■ [Балалар] мәктәп янында сәселә торған баҡса урынын йомшартып, орлоҡ шыттырып, ҡош оялары яһап йөрөйҙәр. Һ. Дәүләтшина. Гөлшат өй алдындағы баҡсала йәшелсә тутәлдәрен йомшартып йөрөй ине. Ф. Әсәнов. Унлап көнлөксө ҡышҡылыҡҡа кумелгән йөҙөм ҡыуаҡтарын яҡты донъяға сығара, емеш ағастарын таҙарта, төптәрен йомшарта. Ә. Хәкимов.
3. Ҡарар күҙгә, ишетер ҡолаҡҡа хуш килерлек, яғымлы итеү. □ Расслаблять, смягчать, приводить в состояние душевной мягкости. Ҡарашты йомшартыу. Тауышты йомшартыу. ■ Профессор утә етди әйтеп ысҡындырҙы, шикелле, араны тәуҙә ук боҙмаҫҡа була, Хәйернас Хәйернасович тауышын йомшартты. Д. Бүләков.
4. кусм. Кемдец йәки ниҙецдер ҡырҡыулығын, киҫкенлеген кәметеү. □ Ослаблять, смягчать (силу проявления чего-л.). // Ослабление, смягчение. Ҡырҡыулыҡты йомшартыу. Уяулыҡты йомшартыу. Талаптарҙы йомшартыу. ■ Тасуирлы биҙәктәр, кинәйә-ишаралар ҡәтғи талапты йомшарта бирә, хат уҡыусыны көтмәгән яҡтан ҡыҫымға ала, арбай, ымһындыра. Ә. Хәкимов. Мәрәкә лә кәрәк ине ҡоршау кеуек ҡыҫҡан көсөргәнеште йомшарта төшөргә, хатта битараф төҫтә ултырыусы Юлай ҡарттың ирененә йылмайыу ҡунды. Б. Рафиҡов.
5. Ниҙеңдер көсөн, киҫкен тәьҫирен кәметеү. □ Ослаблять, смягчать (силу проявления чего-л.). // Ослабление, смягчение. Эске режимды йомшартыу. Ҡәрәште йомшартыу. ■ [Вернер:] Һөйөклөм, мине бер нәмә борсой. Ахыры, беҙ элекке ҡатылыҡты йомшарта төштөк булһа кәрәк. С. Кулибай.
6. Ниҙецдер киҫкенлеген, ауыр тәьҫирен кәметеп, еңеләйтеү. □ Смягчить. Язаны йомшартыу. Хөкөмдө йомшартыу. Ғәйепте йомшартыу. ■ Буләр хан был сапҡынды ҡылған хыянаты өсөн Ҡолтубә янына зин
данға оҙатырға була ла, Аҡтубә уның [Алпамышаның] язаһын йомшартыуҙы утенгәс, берлексәгә ҡалдырҙы, ти. «Алпамыша».
7. Тупаҫлығын кәметеү (һуҙҙең).
□ Смягчить (слово, критику). Һуҙҙе йомшар -тыу. Тәнҡитте йомшартыу. ■ Мин һуҙҙе йомшартыр өсөн тағы шаяртмаҡсы булдым. И. Абдуллин.
8. Температура тирбәлештәренең киҫкенлеген әҙәйтеп, сағыштырмаса йомшағы-раҡ итеү (климатты). □ Ослаблять, смягчать (климат, погоду}. // Ослабление, смягчение. Ҡөндөҙ бер аҙ йомшарта төштө.
9. Ниҙеңдер көсөн, сифат кимәлен, дәрәжәһен, көсөргәнешен әҙәйтеү. □ Расслаблять, смягчать, приводить в состояние душевной мягкости. Иғтибарҙы йомшартыу. ■ [Әухәҙи:] Тик бына һеҙҙең ебәргән куҙелдерекле егеттәрегеҙ генә бер аҙ эште йомшартып киттеләр әле. А. Таһиров. [Әмир]ғәскәрҙең яуға әҙерлеген барланы, хәрби уйындар уткәрҙе, һулпәнлек курһәткән, эскелеккә бирелеп, тәртипте йомшартҡан, аҙғынлыҡ юлына баҫҡан ҡушын, мең баштарын аяуһыҙ яҙалатты. Ә. Хәкимов. Бары балаларҙың мәнфәғәттәре менән йәшәу, теләктәренә, уй-ниәттәренә иғтибарлы булыу ғына араларҙы яҡынайта, куңелдәрҙе йомшарта ала. «Башҡортостан», 2 декабрь
2011. Ғумерҙә бер генә була торған татлы минуттарҙы иҫкә төшөрөу Ғәбдеяндың да куңелен йомшартты. Н. Мусин. Билдәле, ауылдаш ҡатындарының шулай туғандарса ҡайғы уртаҡлашыуы йәш егеттең куңелен йомшартмай булманы. Б. Бикбай.
10. Ниҙеңдер ҡатылығын, ҡуйылығын, әселек көсөн әҙәйтеү. □ Смягчать. Эсемлекте йомшартыу. Спиртҡа һыу өҫтәп йомшартыу.
11. Эзбизле тоҙҙарҙан таҙартыу; татыр-һыҙландырыу (һыуҙы). □ Смягчать (о воде). һыуҙы йомшартыу. Гөлдәргә һыуҙы йомшартып һибеу.
ЙОМШАРЫУ (йомшар-) (Р: смягчаться; И.: become soft(er); T: yumuşamak) ҡ.
1. Ниндәйҙер хәрәкәт, процесс арҡаһында йомшаҡҡа әйләнеү, йомшаҡ хәлгә килеү.
□ Смягчаться, размягчаться, разминать-
100