Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 101 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йондоҙ
ся, размякать. // Смягчение. Балсыҡ йомшарҙы. Кун йомшарҙы. Ямғыр яуғас, ер йомшара. ■ Яртышар метр киңлектә кәҫтәрҙе умырып әйләндереп ташлайһың. Шулай ҙа эре ер йомшарып етмәй. А. Кар-най. [Алмасов] өйҙән сығып көнө буйы ямғыр менән купергән, йомшарған ерҙе аҙымланы. А. Таһиров. Кереш йомшар, уҡтарығыҙ утә алмаҫ, һөңгө тишмәҫ, ҡылысығыҙ киҫә сапмаҫ. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Ҡарар күҙгә, ишетер ҡолаҡҡа хуш килерлек яғымлыға әйләнеү. □ Смягчиться, растрогаться, расчувствоваться. Караш йомшарыу. Тауыш йомшарыу. ■ [Зәки:] Әммә уҫалһың да, Фатима, мин һине бер аҙ йомшарғанһыңдыр, тип уйлағайным, ти-мәк, был һинең һуңғы һуҙең инде? Картотека фондынан. Кәйефе арыу саҡта фрауҙың Ирназарға мөғәмәләһе лә йомшара төшә. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер ҡырҡыулығы, киҫкенлеге кәмеү. □ Слабеть; размягчаться (от физического или морального воздействия). Быуын йомшарыу. Куңел йомшарыу. ■ Әле бит ос һәнәге менән кәбәнде ослайһы бар, ниңә йомшарам әле, тип, сәмләнеп, тағы эшкә тотонам. Н. Мусин. Тарамыш муйыны кәлп итеп бер якка ҡыйшайған саҡта уянып китә лә [һолтанбай], шулай йомшарғаны өсөн, уҙенә уҙе асыулана. Б. Рафиҡов. Йәнтимергә был яуап, белеп торам, килешеп етмәне. Ул зарланыу, йомшарыу рәуешендәрәк бер һуҙ көткәйне. С. Агиш. Улар [атайым менән әсәйем] минең Нюраны көслө һөйгәнлекте белгәс, бер ҡәҙәре йомшара төштөләр һәм мине төрлөсә ыңғайға килтерергә тырыштылар. Ғ. Хәйри. [Карттың] аяҡ быуындары йомшарҙы, хатта баҫҡан еренән ҡуҙғала алмай торҙо. И. Абдуллин. • Картайғас, куңел йомшара. Мәҡәл.
4. Ниҙеңдер көсө, киҫкен тәьҫире кәмеү. □ Слабеть, смягчаться. Көрәш йомшарҙы. Халыҡ-ара көсөргәнешлек йомшарыуға бара. ■ Хәҙер дошмандың йомшарғаны куренеп тора. А. Карнай. Дошмандың ут көсө бермә-бер йомшарҙы. Ғ. Әмири.
5. Ниҙеңдер киҫкенлеге, ауыр тәьҫире кәмеп, еңелләшеү. □ Слабеть, смягчаться. Хөкөм йомшарҙы. Яза йомшарҙы.
6. Температура тирбәлештәренең киҫкенлеге әҙәйеп, сағыштырмаса йомшағыраҡ булыу (көнгә, климатҡа ҡарата). □ Смягчаться, ослабевать; теплеть (о погоде, климате). // Ослабление, смягчение. Кон йомшарҙы. Климат йомшарҙы. И Һауа көндөҙгөнән әллә нисә дәрәжә йомшарып, һулап туйғыһыҙ бер хәлгә килде. Ғ. Ибраһимов.
7. Ниҙеңдер көсө, сифат кимәле, дәрәжәһе, көсөргәнеше әҙәйеү. □ Ослабление, смягчение. Иғтибар йомшарҙы. Уҡытыу эше йомшарҙы.
8. Ниҙеңдер ҡатылығы, тәьҫир көсө, эҫелеге әҙәйеү. □ Смягчаться, размягчаться, размякать. // Смягчение. Оҙаҡ ултырып, һыра йомшарған. Дарыу көсө йомшарҙы.
9. Эзбизле тоҙҙарҙан таҙарыу, татыр-һыҙланыу (һыу тураһында). П Смягчаться (о воде). // Смягчение. Һыу йомшарған. Йомшарған һыуҙы эсергә кәрәк.
10. кусм. Иҫереү. □ Опьянеть. Картым бөгөн тағы ла йомшарып ҡайтты.
ЙОМШАТЫУ (йомшат-) ҡ. ҡар. йомшартыу. Куңелде йомшатыу. Я Фәузиәнең куңелен саҡ ҡына ла йомшатманы, шикелле. Т. Ғарипова. Нәғим, эшләп тә юҡҡа рәнйетелгән кеше төҫөн алып, халыҡтың куңелен йомшатып, уның ышанысына инергә иҫәп тота. Һ. Дәүләтшина.
ЙОМШАУ (йомша-) [дөйөм төрки йумуш-а < йуң-} ҡ.
1. ҡар. йомшарыу. ■ Капыл ғына баҫылыу, шунда уҡ йомшап төшөуҙе ул [Саяф] килештермәне. С. Агиш. Уның [йәш егеттең] ҡатын-ҡыҙҙар алдында шундай йомшап ҡала торған ғәҙәте бар ине. И. Насыри. • Эш ҡаты булһа ла, тырышҡас, йомшай. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. йомошау. Балаларҙы йомшау. Курше малайын йомшау.
ЙОНДОҘ [дөйөм төрки йулдуз] (Р.: звезда; И.: star; T: yıldız) и.
1. Тәбиғәте менән Ҡояшҡа оҡшаш һәм ҡыҙыу газдарҙан (плазманан) торған, төнөн күктә яҡты нөктә кеүек күренгән күк есеме. □ Звезда. / Звёздный. Етегән йон
101