Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 102 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОНДОҘ-АРА
доҙо. Алтын ҡаҙыҡ йондоҙо. Таң йондоҙо. Иләк йондоҙо. Йондоҙҙар системаһы. ■ [Һомай — Уралға:] Һыуҙа балыҡ булырҙай, куктә йондоҙ булырҙай ҡулда көсөм бар ине, китер юлым бар ине. «Урал батыр». Йуруҙән буйының йондоҙҙарҙы шаҡырайтырлыҡ аяҙ һыуыҡтары, сәнскеле ҡоро ҡар менән ҡойондороусы бурандары уҙҙәре ук шифа һымаҡ тойола башлай уға [Юлайға ]. Б. Рафиҡов. • Ай яҡтыртҡанда йондоҙ куренмәй. Мәҡәл. Айҙың да йондоҙо бар. Мәҡәл. Айым тура баҡҡанда йондоҙҙарға йоҙроҡ. Мәҡәл. Балдыҙ — көмөшкә ҡойған алтын йондоҙ. Мәҡәл. Етмеш йондоҙ тыуһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ. Мәҡәл. Ҡыҙ булһа, ҡыҙ булһын, йондоҙға тиң булһын. Мәҡәл.
2. эйл. ф. йондоҙом. Иркәләгәндә әйтелә. □ Звёздочка моя. Йондоҙом минең. ■ Бәу-бәу, йом куҙең, йоҡла, балам, йондоҙом. Сәңгелдәк йырынан.
3. Осло башлы сығанаҡтары әйләнә буйынса берҙәй йыраҡлыҡта урынлашҡан геометрик фигура. □ Пятиконечная звезда. Биш мөйөшлө йондоҙ. Йондоҙ тағыу. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Маршал йондоҙо. ■ Ҡремлдәге йондоҙҙар куренәләр көндөҙ ҙә. 3. Биишева. Ҡайтырһығыҙ, арғымаҡты утылдатып, тояҡтарын таҡыр юлда тупылдатып, көнгә ҡаршы Алтын Йондоҙ йылтылдатып, Иҙел аша ҡаршы сығыр Башҡортостан. Р. Ниғмәти. Ҡисәге эскадрон командиры Ҡусемов граждандар һуғышы фронтында ике Ҡыҙыл Байраҡ һәм фин кампанияһында Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған полк командиры Скутелъникка ярҙамсы булып кусерелә. Р. Өмөтбаев.
4. Осло башлы сығанаҡтары әйләнә буйынса берҙәй йыраҡлыҡта урынлашҡан геометрик фигура рәүешендәге нәмә. □ Звезда. Йондоҙ сигеу. Йондоҙ биҙәк. ■ Ҡышҡы селләнең әсе һыуығы тәҙрәнең тышҡы ҡатлауын ҡырауытып, ваҡ ҡына урмандар, шыршы ағастары, йондоҙ биҙәктәре .. менән биҙәкләп алыуы уға [Гөлйөҙөмгә] урамды курергә ирек бирмәне, һ. Дәүләтшина. Аҡ сәскәләр кеуек ҡар ҡойола тәҙрә алдындағы шоморттан. Ҡубәләктәр һымаҡ, тәҙрәләргә осоп ҡуна ап-аҡ йондоҙҙар. Р. Ниғмәти.
5. полигр. Китап, яҙмала ҡулланыла торған шартлы билдә. □ Звёздочка. Йондоҙ ҡуйыу. Йондоҙ билдәһе. Йондоҙҙо алып ташлау.
6. кусм. Ниндәйҙер әлкәлә дан ҡаҙанған, атаҡлы кешегә ҡарата әйтелә. □ Звезда. Балет йондоҙо. Спорт йондоҙо. Сәхнә йондоҙо. Йондоҙҙар тормошо. ■ Бөгөн Гөлли Мөбәрәкова — башҡорт милли театр сәнғәтендә генә ту гел, бөтә төрки донъяһы һәм Рәсәй театр сәнғәтенең сағыу йондоҙо. «Урал», 24 ғинуар 2012. Училищены тамамлаусылар араһында Мәскәуҙең Ҙур һәм Кремль, Санкт-Петербургтың Мария театрҙарында ғына тугел, сит ил сәхнәләрендә лә балет йондоҙо булып балҡыған данлыҡлы Татьяна Краснова, Наталья Сологуб, .. Айҙар Шәйҙуллин, Айрат Фәтхелисламов та бар. «Шоңҡар», № 9,
2011.
7. иҫк. Ун ике йыллыҡ мөсәлдәге һәр йылдың ун икенән бер өлөшө; ай. □ Месяц. М Аҡһаҡ Тимер хан килде. .. Сысҡан йылында, ғәкрәп йондоҙоноң икенсе көнөндә Ҡазан шәһәрен алды. Халыҡ ижадынан.
8. Бура уйынында: ҡарыш оҙонлоғо таяҡтарҙан төҙөлгән йондоҙ фигураһы.
□ Звезда (фигура в игре городки).
9. миф. Мифлаштырылған, изгеләште-релгән, кеше яҙмышына тәьҫир иткән күк есеме. □ Звезда (мифологизированное, связанное с судьбой человека небесное тело). Кеше улһә, йондоҙ атыла. Кеше тыуһа, яңы йондоҙ ҡалҡа.
4 Йондоҙо балҡыған мәл кешенең эше уңған, һәләте иң юғары булған мәле.
□ Звёздный час. Йондоҙ һанарлыҡ түбәһе тишек-тошоҡло йорт-ҡаралты хаҡында әйтелә. □ Дырявый, как решето (о крыше). Йорттоң тубәһе тишелеп бөткән — йондоҙ һанарлыҡ. Өмөт йондоҙо киләсәктә нимә-нелер хәл итеүгә ныҡ ышанып, ҙур өмөт бағлап ҡараған кешегә ҡарата әйтелә. □ Человек, на которого возлагают большие надежды. Өмөт йондоҙо булыу.
ЙОНДОҘ-АРА (Р: межзвёздный; И.: interstellar; T.: yıldızlararası) с.
Йондоҙҙар араһындағы; йондоҙҙар араһында булған. □ Межзвёздный. Йондоҙ-
102