йондоҙло
ара йыраҡлыҡ. Йондоҙ-ара газ. Йондоҙ-ара туҙан.
ЙОНДОҘ АТЫЛЫУ (йондоҙ атыл-) (Р.: звездопад; И.: meteor shower; T.: yıldız kayması) ҡ.
1. Уттай ҡыҙған есемдең Ер атмосфераһында бик шәп хәрәкәт итеп юҡҡа сығыуы. □ Звездопад, падение звезды. ■ Үҙенең артынан ап-аҡ юл ҡалдырып, йондоҙ атылды ла ситкә ҡыя китеп һунде. Я. Хамматов. Туҡта, куктец бер ситендә кинәт бер йондоҙ атылды. Ф. Рәхимғолова.
2. миф. Башҡорт мифологияһында кемдеңдер тыуыуы йәки үлеме менән бәйле күренеш. □ Падение звезды (в башкирской мифологии связывается с чьей-н. смертью или рождением). ■ Урал батыр улгэн, ти. Ҡайғырышып барыһы башын тубән эйгән, ти, куктән йондоҙ атылып, һомайға оран биргән, ти. «Урал батыр».
ЙОНДОҘ БАЛЫҠ (балығы) и. зоол. диал. ҡар. йотҡолоҡ II. Һыуҙа йондоҙ балыҡтар уйнай. Йондоҙ балыҡтарҙы һөҙөу.
ЙОНДОҘ ЙЫЛЫ (Р: звёздный год; И.: sidereal year; T.: yıldız yılı) и. астр.
Ҡояштың күктә йондоҙҙарға нисбәтән бер әйләнгән ваҡыт араһы. □ Звёздный год. Йондоҙ йылының оҙайлылығы.
ЙОНДОҘҠАЙ (Р: звездчатка; И.: chickweed; T.: kuş otu) и. бот.
Ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған нәҙек һабаҡлы, йондоҙ сәскәле күп йыллыҡ ҡый үләне. □ Звездчатка (лат. Stellaria). Йондоҙҡай сәскәһе. Йондоҙҡай тамыры.
ЙОНДОҘ ҠАШҠА (Р: лошадь с белой звёздочкой на лбу; И.: horse with a white star; T.: akıtmalı at, kaşka) и.
Аттың маңлайындағы бәләкәй генә түңәрәк аҡ тап һәм шундай табы булған ат. □ Лошадь с белой звёздочкой на лбу, звёздчатая лысина. ■ Ҡарабаштың йондоҙ ҡашҡаһына менеп алған Вәғизов бер төркөмдән икенсеһенә сабып йөрөй. И. Насыри. Диңгеҙ эсендә йондоҙ ҡашҡа ҡолонлай, малай ҡолондо эләктереп ала ла, яр ситенә алып сыға. Әкиәттән. Улар, ай тояҡлы толпарҙар, аҡ бәкәлле юрғалар, йондоҙ ҡашҡа дунәндәр,
өндәу тауыштарын көсәйткән һайын, дәртләнеп китте. Ә. Ихсан.
ЙОНДОҘ ҠОРТО и . зоол. диал. ҡар. быҙлауыҡ. Төндә йондоҙ ҡорто йөрөй яҡтырып. Йондоҙ ҡортон тотоу.
ЙОНДОҘЛАМА и. диал. ҡар. йондоҙна-мә. Йондоҙлама уҡыу. Йондоҙлама төҙөтөу. Йондоҙлама асыу.
ЙОНДОҘЛАУ (йондоҙла-) (Р: вышивать, рисовать в виде звёздочки; И.: embroider with a star pattern; T.: yıldız şeklinde nakış işlemek) ҡ.
Йондоҙ биҙәге төшөрөү. □ Вышивать, рисовать в виде звёздочки. Йондоҙлап сигелгән таҡыя. И Ҡәуи, урынынан тороп, башындағы йондоҙлап сигелгән ҡара бәрхәт таҡыяһын, ҡупшылаңҡырап ҡуҙғатып, сикә-һенәрәк шыуҙырҙы. Һ. Дәүләтшина.
ЙОНДОҘЛО (Р: звёздный; И.: starry; T.: yıldızlı) с.
1. Йондоҙҙар менән ҡапланған; йондоҙҙар күп булған. □ Звёздный. Йондоҙло төн. Йондоҙло кистәр. Йондоҙло кук. ■ Куҙҙәрен тәҙрәнән йондоҙло куккә төбәп, ғалим шул турала уйланды. «Ағиҙел», № 7,2010. Тышта айлы һәм йондоҙло ҡышҡы төн, бәҫ селтәре солғап алған ер өҫтөн. М. Кәрим.
2. Йондоҙ формаһындағы, йондоҙ рәүешендәге. □ Звездообразный, в виде звезды. Йондоҙло биҙәк. Дим буйы башҡорттарының еләндәренә йондоҙло биҙәктәр һырылған.
3. Йондоҙо (3) булған. □ Со звездой. Йондоҙло пилотка. ■ Хашимдың куҙ алдына береһе кокардалы тимер юлсы фуражкаһы, икенсеһе йондоҙло пилотка кейгән малайҙары килде. Т. Ғарипова. Өҫтөнә кун тужурка, башына йондоҙло фуражка кейгән, бил ҡайышына пистолет таҡҡан ҡатынды таныманы ҡарт. Ә. Хәкимов.
4. Нимәнеңдер сифатын билдәләү өсөн ҡулланылған билдә. □ ...звёздочный. Өс йондоҙло коньяк. Биш йондоҙло отель. Дурт йондоҙло ҡунаҡхана. ■ Өҫтәлдә биш йондоҙло ҡыҙғылт шешә, алтын буталлы нәфис рюмкалар һәм бик һимеҙ ит бәлеше. Й. Солтанов. Кисә баш ҡалала «Мәскәу» ҡунаҡханаһын һутеу башланды. 1935 йылда һалынған был бина тотош емерелеп, урыны
103