Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 104 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йондоҙлоҡ
на биш йондоҙло яңы ҡунаҡхана төҙөләсәк. «Йәшлек», 25 июль 2006.
ЙОНДОҘЛОҠ (йондоҙлоғо) (Р.: созвездие; И.: constellation; T.: takımyıldız) и.
Бер исем аҫтына берләштерелгән йондоҙҙар төркөмө. □ Созвездие. Оло Етегән йондоҙлоғо. Көтөусе йондоҙлоғо. Игеҙәктәр йондоҙлоғо. Бөрөж йондоҙлоҡтары. ■ Үҙе лә ул [Лоҡман] Ҡыҫала йондоҙлоғонда тыуған, курәһең, ошондай тыныс ятыуҙарға мохтаж булыуы уның өсөн тыумышы тарафынан уҡ билдәләнгән. Т. Ғарипова. Маймыл йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарҙың етеҙлеге, тапҡырлығы, хәбәрҙар булыуы уңышҡа өлгәшеугә яңы киңлектәр асыр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
ЙОНДОҘЛО ЛӘПӘК (ләпәге) и. бот. ҡар. йондоҙ томшоҡ.
ЙОНДОҘЛО СЕЛӘҮСЕНДӘР (Р: черви звёздчатые; И.: star-shaped sea worms; T: deniz solucanı) и. зоол.
Кәүҙәһенең алғы өлөшөндә йондоҙға оҡшаш томшоғо булған диңгеҙ селәүсене. □ Черви звёздчатые (лат. Gephyreî). Йондоҙло селәусендәр диңгеҙҙә йәшәй. Йондоҙло селәусендәр ләмдә ятыусан.
ЙОНДОҘЛО СӘҒӘТ (Р: звёздный час; И.: hour of triumph; T.: parlak başarı) и.
Кешенең эше уңған, һәләте иң юғары булған осоро. □ Звёздный час. ■ Бик куп-тәргә өлгө булырҙай булдыҡлы уҫмерҙең йондоҙло сәғәте алда әле, һәм уға илткән һуҡмаҡтан ышаныслы аҙымдар менән атлай Руслан. «Торатау», 7 март 2012.
ЙОНДОҘНАМА и . иҫк. ҡар. йондоҙнамә. Аҙналыҡ йондоҙнама. Игеҙәктәр өсөн йондоҙнама.
ЙОНДОҘНАМАСЫ и. иҫк. ҡар. йондоҙ-намәсе.
ЙОНДОҘНАМӘ [төрки йулдуз + ғәр.
(Р: книга по астрологии; И.: horoscope; T.: yıldızname) и.
1. Йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәлек итеү, фал асыу өсөн ҡулланылған китап. □ Книга по астрологии; гороскоп. Йондоҙнамәгә таянып эш итеу. Көндәлек йондоҙнамә.
2. Кемдеңдер яҙмышы йәки ниндәйҙер ваҡиғаның ни менән бөтәүен алдан әйтеү
өсөн астрологтар тарафынан йондоҙҙарҙың урынлашыу тәртибенән сығып төҙөлгән таблица. □ Гороскоп. ■ [Заһира:] Йондоҙна-мәм шулай ҡушамы — улсәргә, ҡат-ҡат уйлап самаларға әуәҫмен әммә. Г. Яҡупова. [Друидтар] кешеләрҙе тыуған көнө аша төрлө ағасҡа бәйләп, уҙенсәлекле йондоҙнамә лә уйлап тапҡандар. «Башҡортостан ҡыҙы», №8, 2010.
ЙОНДОҘНАМӘ АСЫУ (йондоҙнамә ас-) (Р.: гадать, предсказывать по книге астрологии; И.: cast a horoscope; T: yıldız falına bakmak) ҡ.
Йондоҙнамә буйынса күрәҙәлек ҡылыу. □ Гадать, предсказывать по книге астрологии. ■ Аулаҡ өйҙә ҡыҙҙар йондоҙнамә астырып яҙмыш юратҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
ЙОНДОҘНАМӘСЕ (Р: астролог; И.: astrologer; T.: yıldız falcısı) и.
Йондоҙнамә буйынса күрәҙәлек иткән кеше; астролог. □ Астролог. Йодоҙнамәсегә мөрәжәғәт итеу. Йондоҙнамәсе булыу.
ЙОНДОҘСО (Р: звездочёт; И.: astrologer; T.: yıldız falcısı, astrolog) и.
1. Йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәселек итеүсе; астролог. □ Астролог; звездочёт. Йондоҙсоға барыу. Йондоҙсонан йондоҙнамә төҙөтөу.
2. Йондоҙҙарҙы өйрәнеүсе белгес; астроном. □ Звездочёт; астроном. Йондоҙсо ғалим. Йондоҙсо тикшеренеуҙәре.
ЙОНДОҘСОҠ (йондоҙсоғо) (Р.: звёздочка; И.: starlet; T.: küçük yıldız) и.
1. Бәләкәй йондоҙ. □ Звёздочка. ■ Яңы ҡарҙан аҙаҡ донъя нығыраҡ яҡтырып киткән төҫлө, ҡояштың һалҡын нурҙарынан ер өҫтөндә ваҡ ҡына йондоҙсоҡтар ҡабынған. Н. Мусин. Бер нисә секундтан сихри көй ишетелде, ә тирмә көмбәҙендә мең-мең йондоҙсоҡ балҡыны, көмөш ай хасил булды. «Йәшлек», 3 февраль 2012.
2. Биш кешенән торған төркөм. □ Звёздочка (группа из пяти человек). N Октябряттар йондоҙсоғо була торғайны элек беҙ бәләкәй саҡта. Экспедиция материалдарынан.
104