Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 105 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОНСОЛОУ
3. кусм. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер әлкәлә танылыу алған бала. □ Звёздочка. Сәхнә йондоҙсоғо.
4. ҡар. йондоҙ 3. ■ Ғалим симпозиумға килә. Уға анкета тултырырға ҡушалар. Ул биш «йондоҙсоҡ» ҡуя ла, ручкаһын кеҫәһенә һала. «Йәшлек», 31 май 2008.
ЙОНДОҘ сәскә (Р.: астра; И.: aster; T.: pat) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, эре сәскәле баҡса гөлө. □ Астра (лат. Aster). Аҡ йондоҙ сәскә. Ҡыҙыл йондоҙ сәскә. Йондоҙ сәскә тутәле.
ЙОНДОҘ ТОМШОҠ (томшоғо) (Р.: звездорыл; И.: star-nosed mole; T.: yıldız burunlu köstebek) и. зоол.
Төньяҡ Америкала йәшәй торған, ауыҙы тирәһендә йондоҙ һымаҡ кимерсәк үҫен-деһе булған бөжәк ашаусы бәләкәй йәнлек. □ Звездорыл (лат. Condylura cristatd). Йондоҙ томшоҡтоң йәшәу мөхите. Йондоҙ томшоҡ балаһы.
ЙОНДОҘ ТОТОУ (йондоҙ тот-) (Р: мечтать о недостижимом; И.: dream vainly; T: hayal kurmak) ҡ.
Тормошҡа ашмай торған хыялдар тураһында хыялланыу. □ Мечтать о недостижимом. Йондоҙ тотоп йөрөу. Йондоҙ тотоп тороп ҡалыу.
ЙОНДОҘ ҺАНАУ (йондоҙ һана-) (Р: предсказывать судьбу; И.: prophesy; T: yıldız falcısı) ҡ.
1. Йондоҙҙарға ҡарап, киләсәк ваҡиғаларҙы күрәҙәләү; астрология. П Предсказывать судьбу. // Астрология.
2. кусм. Белмәгән кешене һемәйтә торған элекке аулаҡ ой мәрәкәһе (еңенән утә ҡараһаң, йондоҙ куренә, тип, кешенең башына бишмәт бөркәйҙәр ҙә, ең эсенә сумес менән һыу ҡойоп ебәрәләр). □ Забава во время посиделок. Йондоҙ һанау наказы төшөу.
3. Фантик уйынында бирелә торған «яза» төрө (яза бирелгән егет ҡыҙҙы, ҡыҙ егетте алып, урамға сығып, куктәге йондоҙҙарҙы «һанап» инергә тейеш). □ «Наказание» в игре «фантик». Йондоҙ һанарға сығарып ебәреу.
4. кусм. Эшһеҙ йөрөү, ваҡытты бушҡа үткәреү. □ Бездельничать; пинать воздух. Йондоҙ һанап йөрөу. Йондоҙҙо куп һанай. ■ Әминәме йондоҙ һанай торған ҡыҙ, уға шайтан туйы кәрәк — дискотекаларҙа ла ул дауыл уйната, йырға ла оҫта, ярыштарҙа ла ал бирмәй. Д. Шәрәфетдинов. • Йондоҙ һанап, аттан ҡалған. Мәҡәл.
ЙОНДОҘ ҺАНАУСЫ (Р: астролог; И.: astrologer; T: yıldız falcısı) и.
Йондоҙға ҡарап, кешенең яҙмышын әйтеү менән шөғөлләнеүсе; астролог. □ Астролог, звездочёт. Йондоҙ һанаусы фаразы. Йондоҙ һанаусы юраған яҙмыш. ■ Йондоҙ һанаусыға барып ҡайтҡас, йәшәреп китте ул. Экспедиция материалдарынан.
ЙОНДОҘ ҺҮНЕҮ I (йондоҙ һүн-) (Р: угасание звезды; И.: extinction of a star; T.: yıldızın sönmesi) и. астр.
Йондоҙҙарҙың яйлап һүрелә барып, бөтөнләй күренмәй башлауы. □ Угасание звезды. ■ Куктә йондоҙ һунде, осҡон баҙлап осмаҫ булғас минең усаҡтан. Р. Бикбаев. Төнгө куктә һуңғы йондоҙ һунгән, тимәк, хыялдар мине борсомаҫ. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЙОНДОҘ ҺҮНЕҮ II (йондоҙ һүн-) (Р: умирать; И.: die; T.: ölmek) ҡ.
Үлеме етеү. □ Умирать. Уның йондоҙо һунде. Йондоҙ һунһә, кемдер улә.
ЙОНДОҘ ЮЛАУСЫ (Р: конь, скачущий сквозь звёзды; И.: horse riding through the stars; T: yıldızlarda koşan at) и. миф.
Йондоҙҙарҙы үтәләй сабыусы ат. □ Конь, скачущий сквозь звёзды.
ЙОНДОҘ ЯМҒЫРЫ (Р: звездопад; И.: meteor shower; T.: yıldız kayması) и.
Метеор еҫемдәрҙең, ер атмосфераһына ҙур тиҙлек менән килеп инеүе сәбәпле, бөтөнләй тарҡалып, ут хәленә әйләнеүенән ғибәрәт булған күренеш. □ Звёздный дождь, звездопад. Йондоҙ ямғырын куҙәтеу. Йондоҙ ямғыры яуыу. ■ [Билал] куҙен аса. Хайран ҡала: куктән яуа йондоҙ ямғыры. X. Кәрим.
ЙОНСОЛОУ (йонсол-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. йонсоу I. Йөрөп йонсолған. ■ Ҡыш буйы бурәнә әҙерләп йонсолған, һөйәктәрҙе аҙ-маҙ йомшартып алырға кәрәк. Н. Мусин. Ныҡ йонсолһа ла, куҙгә йоҡо килмәне. Р. Сол-
105