йонсотҡос
тангәрәев. Йонсола кукрәк еңелсә моц менән, эҫеһе бөткән йылы мунса һымаҡ. Ш. Бабич.
ЙОНСОТҠОС (Р.: утомительный; И.: tiresome; T.: yorucu) с.
Ыҙа, ғазап сиктерә торған; интектергес. □ Утомительный, изнурительный. Йонсотҡос эш. Йонсотҡос кеше. Йонсотҡос ямғырҙар. ■ Йонсотҡос көҙгө ямғырҙарҙан һуц, ҡар төшөп, бер аҙ ваҡыт уткәс, тотоштан иретте лә, бер көндә, ҡаты һыуытып, куҙ асҡыһыҙ бурандар башланды. И. Абдуллин. Ҡайтыр юл тағы ла оҙонораҡ, тағы ла йонсотҡосораҡ булды. М. Кәрим. Йонсотҡос ямғырҙан ер генә тугел, өйҙәр, кәртә-ҡураларға хәтле бурһып, шешенеп бөткән. 3. Биишева.
ЙОНСОТОЛОУ (йонсотол-) ҡ.
1. төш. ҡар. йонсотоу 1, 2. страд, от йонсотоу 1, 2. Йонсотолған кеше. Ат ауыр эш менән йонсотолған.
2. эйһ. ф. ҡар. йонсотоу 1, 2. Эштә йон-сотолдо. ■ Алдарбай яҫтыҡҡа терәлгәйне, йоҡо баҫа уҡ башланы. Бына, әй, ысынлап, йонсотолған икән. Н. Мусин.
ЙОНСОТОУ (йонсот-) (Р: утомлять;
И.: tire; T.: yormak) ҡ.
1. Тән һәм йән ыҙаһы сиктереү; ыҙалатыу, интектереү. □ Утомлять, изнурять, изводить, мучить. // Утомление, изнурение, мучение. Ауырыу йонсотоу. Йонсотоп бөтөрөу. ■ Көҙгө ямғырлы һауала, бысраҡ юлдан Днестрға тиклем барыу йәштәрҙе байтаҡ йонсотто. А. Таһиров. Тамам йон-сотто ҡоролоҡ, шундай бөлдөк, һеҙҙән ашлыҡ һорарға килдек имде. «Йософ вә Зөләйха». [Шәрғиә:] Бәндәләрҙе ҡайғы-хәсрәт, аслыҡ-яланғаслыҡ йонсотмаһа, ни әйттең дә бит, тормоштар ауыр, яфалы. Ә. Хәкимов.
2. Мохтажлыҡ кисертеү. □ Испытывать недостаток, нужду. Ашауға йонсотоу. Бесәнгә йонсотоу. Утынға йонсотоу. Эсәр һыуға йонсотоу.
3. Тыныслыҡ бирмәй борсоу, тынғыһыҙлау. □ Беспокоить, мучить. Һорауҙар биреп йонсотоу. Төпсөнөп йонсотоу. ■ Бында ундай хәлдәр булғылап тора. Уҙған аҙнала айыу бимазалап йонсотҡайны. Н. Мусин.
4. эйһ. ф. ҡар. йонсоу. ■ Ҡоро дала шарттарында оҙаҡ йылдар йәшәгән кешегә әллә дымлы һауа килешмәне, әллә оҙон юл йонсотҡан. Ф. Янышев.
ЙОНСОУ I (йонсо-) [дөйөм төрки йун-чы-, йунчу- < йуң ‘йөн’] (Р: утомляться; И.: get tired; T: yorulmak) ҡ.
1. Тән һәм йән ыҙаһы кисереү; ыҙаланыу, интегеү. □ Утомляться, изнуряться, мучиться. // Утомление, изнурение, мучение. Ауыр эштән йонсоу. Йоҡлай алмай йонсоу. Ныҡ йонсоу. ■ Айһылыу ҙа йонсоған, куп ҡайғынан борсолған, әсәһен дә һағынған. «Урал батыр». Ныҡ йонсоғайны ул [Һолтанбай], ҡола юрғаһы һиңкетмәй генә атлап килгән ыңғайы, куҙенә йоҡо төйөлөп, ойоп та киткеләне хатта. Б. Рафиҡов. Ат бик йонсоған, йөктө серәнеп саҡ тарта. Ғ. Ибраһимов. Ул [угеҙ] шул саҡлы сабыуҙан, һыҙланыуҙан тамам йонсоғайны. Башын да кутәрә алмай, ауыҙынан туҡтауһыҙ һеләгәй аға. М. Кәрим.
2. Мохтажлыҡ кисереү. □ Испытывать недостаток, нужду. Утынға йонсоу. Аҡсаға йонсоу. Бесәнгә йонсоу. ■ Халыҡ йорт-ҡураһын төҙөкләндереу өсөн ағас ала алмай йонсой. «Башҡортостан», 3 февраль 2012. Аҡса алмау сәбәпле, нисәмә миллион кеше фатирҙарына, газға, һыуға туләй алмай йонсой. «Юшатыр», 29 сентябрь 2009.
3. диал. ҡар. зәғифләнеү. Йонсоп китеу. Ауыр эштән йонсоп ҡалыу.
ЙОНСОУ II (Р: утомлённый; И.: tired; T: bitkin) с.
1. Ыҙа сигеп арыған, талсыҡҡан, йонсоған, хәлдән тайған, эштән сыҡҡан. □ Утомлённый, изнурённый, измученный, измождённый, истощенный, исхудалый. Йонсоу ат. Йонсоу ҡатын. Йонсоу куренеу. ■ [Таиба: ] Үтә лә ябыҡ, утә лә йонсоу инең. Әле инде, Аллаға шөкөр, бөтөнләй уҙ төҫөңә ҡайта яҙҙың. 3. Биишева. Майҙан бөткәс тә, тау-таш ҡыҫаны, тарлауыҡ-шарлауыҡтар аша мал әйҙәп, йонсоу аттарҙы һайт-һайтлап ҡыҫтап, Кук Ҡорт Урал эсенә йомолдо. Ә. Хәкимов. Кинйә уҙе лә, тәуҙә сырамыта алмайынса, инеусенең ҡар һырып бөткән
106