Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 107 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОНСОУСЫ
өҫтөнә, йонсоу төҫөнә бер аҙ ҡарап торғас ҡына саҡ-саҡ төҫмөрләне. Ғ. Ибраһимов.
2. Ыҙалы, яфалы, мәшәҡәтле. □ Полный нужды, лишений; трудный; беспокойный, хлопотливый. Йонсоу ваҡыт. Йонсоу тормош. ■ Шундай утә йонсоу көндәрҙең береһендә уға [Закирға] повестка тапшырҙылар. 3. Биишева. [Ҡарттар:] Быйыл йылҡы йылы шул, йонсоу йыл. Һ. Дәүләтшина.
3. Ямғырлы, һыуыҡ елле, буранлы (көнгә, һауаға ҡарата). □ Пасмурный, дождливый. ■ Яҙғы аҡман-тоҡман ҡоторған йонсоу миҙгел ине. Ә. Хәкимов. Тик ҡояшты болот ҡаплап китә көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда. М. Кәрим. Көн йонсоу булһа ла, кешеләрҙең куңелдәре кутәренке, рухтары ҡанатлы бөгөн. Р. Бикбаев. • Мартта көндәр болотло, йонсоу торһа, майҙа һауа торошоноң яҡшы булыуы көтөлә. Һынамыш.
ЙОНСОУ III (Р: мучение; И.: torment; T.: ıstırap) и.
1. Кешене ныҡ интектергән, ыҙалатҡан тормоштағы ниндәйҙер ауырлыҡ; ғазап.
□ Мучение. ■ Яралыларҙың йонсоуҙары бер аҙ баҫылғандай булды. А. Таһиров. Уҙған ҡыштағы йонсоуым барҙыр, йә бит шул сиккә барып еттек, өсәр көнләп тамаҡҡа алмай ултырҙым. Т. Хәйбуллин.
2. Ямғырлы, һыуыҡ елле, буранлы көн.
□ Ненастье. ■ Әҙәм хатта зарураттан да өйҙән сығырға баҙнат итмәҫ бынау йонсоуҙа йәне алҡымына килеп сана һөйрәгән яңғыҙ ҡатын бар ни донъяла, юҡ ни улар осон. Ә. Хәкимов. Көн йонсоуынан арыған малсылар ҙа, йыйылышып, тәмәке көйрәтә. Т. Ғарипова.
ЙОНСОУ (йонсо-) IV (Р: ругаться; И.: swear, curse; T: sövmek) ҡ. диал.
Асыуланып, ауыр һүҙҙәр әйтеү, әрләшеү.
□ Ругаться. Минең менән йонсомаҡсы була. Куршеләре менән йонсорға ғына тора.
ЙОНСОУ V с. диал. ҡар. урлашыусан. Был ауыл ғумер буйы йонсоу булды. Заты менән йонсоу улар.
ЙОНСОУЛАНЫУ (йонсоулан-) (Р: портиться (о погоде); И.: become overcast; T: bulutlanmak) ҡ.
Йонсоуға әйләнеү, боҙолоу (көнгә ҡарата). □ Портиться (о погоде), становиться пасмурным. ■ Ә ҡарағай янында куҙ яуын алырҙай алһыу ҡыҙыл сәскәләр, көндөң йонсоуланып китеуенә лә ҡарамай, куҙ яуын алырҙай булып нурлана. Д. Бүләков. Көн йонсоуланды, ундай саҡта умартаға дошмандар ябырылыусан. Ф. Иҫәнғолов.
ЙОНСОУЛАУ (йонсоула-) (Р: становиться пасмурным; И.: get cloudy; T: bulutlanmak) ҡ.
1. Йонсоу булыу, боҙолоу (көнгә ҡарата). □ Становиться пасмурным. Көн йонсоулай. ■ Көндәр ҡапыл йонсоулап китте. Б. Бикбай.
2. Ауырып тороу, ауырыңҡырау. □ Приболеть. Бабай йонсоулап тора. Кискә табан йонсоулап китеу.
ЙОНСОУЛЫ с. диал. ҡар. йонсоу II, 2, 3. Йонсоулы ҡараш. Йонсоулы ҡиәфәт. ■ Кояш сыуағына манып йонсоулы көҙҙәремде, әйткем килә кешеләргә наҙ йоҡҡан һуҙҙәремде. Ш. Бикҡол. Кояшлы көндәр йонсоулы көндәр менән алмашынды. Р. Низамов.
ЙОНСОУЛЫҠ (йонсоулығы) (Р: утомлённость; И.: tiredness; T: ezginlik) и.
1. Ыҙа сигеп арығанлыҡ. □ Утомлённость, подавленность. ■ Аҙнаевтың куҙҙә-рендә шатлыҡ осҡондары тоҡанды, был һуҙҙәр уны айнытып ебәрҙе, сырайындағы сирле кешеләрҙә була торған йонсоулыҡ һыҙаттары ҡапыл бөттө, йөҙөнә нур ҡунды. Н. Мусин.
2. Ыҙалыҡ, ауырлыҡ. □ Нужда. Ул йонсоулыҡ менән ғумер итә. Уның өлөшөнә бик куп йонсоулыҡтар төштө.
3. Ямғырлы, һыуыҡ елле, буранлы көн булыу. □ Пасмурность, ненастность; ненастье. ■ Диңгеҙгә барып сыҡҡас иһә, көндәрҙең йонсоулығы тағы ла нығыраҡ һиҙҙерә башланы. Ә. Хәкимов.
ЙОНСОУСЫ (Р: угнетённый; И.: oppressed; T: ezilen) с.
Иҙелгән, баҫылған, йәберләнгән, ҡыйырһытылған. □ Угнетённый. Йонсоусы халыҡ. Йонсоусы ҡатлам. ■ [Сурағол] Константин менән көн дә тигәндәй куп кенә ултырҙаш булып, уға иҙелеусе, йонсоусы ҡатламдарҙың
107