Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 108 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йоп
төп сәбәптәрен белергә тырышып, куп кенә һорауҙар бирҙе. Т. Хәйбуллин.
ЙОП (Р.: чётный; И.: even; T.: çift) с.
1. Икегә тигеҙ бүленгән; киреһе — таҡ.
□ Чётный. / Чёт. Йоп һан. Таҡмы, йопмо? ■ Уларҙың [ижектәрҙең] тәуге икәуһе, ҡағиҙә рәуешендә, таҡ һанда, ҡалғандары йоп һанда килә. К. Әхмәтйәнов.
2. Үҙ-ара ишле, парлы. □ Чётный, парный. Йоп ҡылыу. Йоп булыу. ■ Ер-Һыу — йөрәк тибешем, Ер-Һыу — минец йоп ишем. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы». Яҙ ишек ҡаға — бөтә булған ерҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла иҫәпләп, йоп башынан булергә кәрәк. А. Карнай.
3. миф. Ыңғай семантикаға эйә төшөнсә.
□ Чётный (имеет положительную семантику). ■ Бер матурға — бер батыр тура килһә, йоп булыр, йоп булғанға — хуп булыр. Ҡобайырҙан.
ЙОПАН (Р: лентяй; И.: lazy person, lazy bones; T.: tembel) с. диал.
Ялҡау, эшләргә яратмаған. □ Лентяй. Йопан кеше. Йопан малай. Йопан булыу.
ЙОПАР I и. ҡар. йофар I. Йопар еҫе. Йопар ҡушылған май. • Йопарҙы йәшерһәң дә, еҫенән беленер. Әйтем.
ЙОПАР II и. ҡар. йофар II. Йопар тиреһе. Йопар аулау.
ЙОПАРЛЫ (Р: ароматный; И.: fragrant; T.: (güzel) kokulu) с.
Хуш еҫле. □ Ароматный, благовонный, душистый. Йопарлы һабын. Йопарлы май. Йопарлы крем.
ЙОП-ЙОҠА (Р: очень тонкий; И.: very thin; T: çok ince) с. артыҡл. дәр. ҡар. йоҡа. превосх. степ, от йоҡа.
Бик, үтә ныҡ йоҡа. □ Очень тонкий, совершенно тонкий.
ЙОП-ЙОМРО (Р: очень круглый; И.: very round; T.: yusyumru) с. артыҡл. дәр. ҡар. йомро. превосх. степ, от йомро.
1. Тулыһынса, тотошлайы менән йомро.
□ Очень выпуклый, круглый. ■ Башҡы-наһы йоп-йомро булып, шаулап өрөп торған була байғош. Т. Ғарипова.
2. Кәүҙәгә бик тулы, йыуан. □ Очень полный, толстый. И Бер ваҡыт ул [Сафия
апайҙың улы] ғаиләһе менән ҡайтып төштө. Йоп-йомро, ҡыҫҡа аяҡлы ҡатыны һәм ике малайы. Т. Ғиниәтуллин.
3. Бик теремек, көр. □ Упитанный, полный сил. ■ Ни ғиллә, шулай тамаша ҡылып торғанда, ҡайҙандыр бер йоп-йомро бейә уйнаҡлап килеп сыҡмаһынмы. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОП-ЙОМШАҠ (Р: очень мягкий; И.: very soft; T: yumuşacık) с. артыҡл. дәр. ҡар. йомшаҡ, превосх. степ, от йомшаҡ.
Бик, ныҡ йомшаҡ. □ Очень мягкий, мя-гонький. Йоп-йомшаҡ ҡулдар.
ЙОП КҮРЕҮ (йоп күр-) (Р: считать достойным; И.: consider (somebody) worthy; T: eş görmek) ҡ.
Тиңһенеү, иш итеү. □ Считать достойным, подходящим кого-то. ■ [Айһылыу — Урал батырға:] Беҙҙең илде хуп курһәң, мине уҙеңә йоп курһәң, әйҙә, беҙгә барайыҡ. «Урал батыр».
ЙОПЛАНЫУ (йоплан-) (Р: сойтись в пары; И.: get in pairs; T: çiftlenmek) ҡ. иҫк.
Икәү-ара парланышыу; ишләшеү. □ Сойтись в пары, строиться попарно, парами. И [Урал:] Кешеләр бергә тупланып, уҙ-араһы йопланып, көслө ырыуҙар көсһөҙҙө талауын да курҙем мин. «Урал батыр». [Урал — Шулгәнгә:] Дейеу-ендәр тупланды, бары бергә йопланды, — ил ҡаплаған диңгеҙҙе нисек йөҙөп сығырһың? «Урал батыр».
ЙОПЛАШТЫРЫУ (йоплаштыр-) (Р: свести; И.: bring together; T: bitiştirmek, kavuşturmak) ҡ. иҫк.
Иш итеп ҡауыштырыу; парлаштырыу. □ Свести с кем. Әхирәт менән йоплаштырыу. ■ [Бикйән — Көләйшәгә:] Әсәң дә хәбәрһеҙ тугел. Ырыҫ булһа, икебеҙҙе йоплаштырырға уҙе теләй. Әкиәттән.
ЙОПЛАШЫУ I (йоплаш-) (Р: сойтись в пары; И.: get in pairs; T: çiftleşmek) ҡ. иҫк.
Икәү-ара парлашыу. □ Сойтись в пары. Йоплашып сығыу. ■ Йәше-ҡарты йоплашып, ҡанлы яуҙан тынышып, байман табып, тын алып, рәхәтләнеп ҡалған, ти. «Урал батыр».
ЙОПЛАШЫУ II (йоплаш-) (Р: найти общий язык; И.: find mutual understanding; T: ortak dil bulmak, anlaşmak) ҡ. диал.
108