Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 414 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕНДЕК ҺҮТЕЛЕҮ
Бала тыуғас та ҡысҡырмаһа, уның йәнен саҡырыу ысулы. □ Доение пупка (магический обряд вызывания души новорождённого).
КЕНДЕК ҺҮТЕЛЕҮ (Р.: не беременеть; И.: not to become pregnant; T.: hamile olmamak) и.
Ауырға ҡалмау □ Не беременеть.
КЕНДЕК ӘБЕЙЕ и. ҡар. кендек инәһе. И Хәмзә йортона ҡайтҡанда, уны кендек әбейе ҡаршы ала, шаршау артында ятҡан ҡатыны Ҡәмәр янына алып инә. Ғ. Хәйри.
КЕНДЕКӘЙ и. диал. ҡар. кендек инәһе.
КЕНДЕКӘЙ ҠАРТЫЙЫ и. диал. ҡар. кендек инәһе.
КЕНЕМБАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һалйоғот ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени сальюгут.
КЕНТ [фарс, ‘ҡала’] и. иҫк. кит. ҡар. кала.
КЕНӘ I [алтай телдәренән] (Р: месть; И.: revenge; T.: kin) и.
Күңелдә һаҡланып килгән асыу; үс.
□ Месть, затаённая злоба. ■ Эйе, кенә ҡыуыусыны — яуызлыҡты эшләусе менән бер дәрәжәлә курә бит беҙҙең халыҡ. 3. Биишева. • Дуҫ-ишле булайым тиһәң, кенә тотма. Мәҡәл.
КЕНӘ II киҫ. ҡар. ғына. М Салауатҡа биш йәш кенә әле. Й. Солтанов. Тау башынан бөтә тирә-яҡ аяҡ аҫтында ятҡан кеуек кенә куренә. Ж. Кейекбаев.
КЕНӘГӘ [рус.] (Р: книга (для записи)', И.: book; T.: defter) и.
Рәсми рәүештә иҫәп-хисап алып барыу өсөн тәғәйенләнгән махсус эш дәфтәре.
□ Книга, книжка (для записи). Ялыу кенәгәһе. Чектар кенәгәһе. Эш кенәгәһе. Килем һәм сығым кенәгәһе. Счёт-фактураларҙы теркәу кенәгәһе. Келәт кенәгәһе. ■ Приказчик кенәгәләрен аҡтарып, ҡайһы делянкала ҡанса ағас ҡырҡылғанын, купмеһе ҡайын, купмеһе ҡарағай, уҫаҡ, йукә булып сыҡҡанын оҙаҡ итеп һанай башлағайны, хужа уны ҡапыл туҡтатты. 3. Ураҡсин. Уҡытыусы Әптел-
әхәт имтихан кенәгәһен уҙендә алып ҡалған, ә иртәгеһенә .. ҡулға алынды. Т. Ғарипова.
КЕНӘЗ [рус.] (Р: князь; И.: prince; T.: şehzade) и.
1. Боронғо Рәсәйҙә ғәскәр һәм әлкә башлығы. □ Князь (предводитель войска, правитель). Я Имештер, Болғар хандарының береһе ҡыҙын рус кенәзенә кейәугә биргәс, уға иптәш булырҙар тип, йәриәләрен, ялсыларын да эйәртеп ебәргән, ти. Ғ. Ибраһимов. [Алдарбай:] Ниндәй кенәз кешеләре икән? Улары тағы нимәгә темеҫкенеп йөрөй?.. Н. Мусин. Байып-сереп, ҙур даими ғәскәр йыйып, Мәскәуҙең бөйөк кенәзе Василий Дмитриевич Урҙаны бөтөнләй һанға һуҡмай ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
2. Шул башлыҡтарҙың нәҫеленә бирелгән дәрәжә. □ Князь (наследственный титул). И Ниңә, ана Караһаҡал ҡайтҡан бит, хатта Ур тамағына Урус кенәздең башҡорттарҙы язалағанын ҡарарға барып, яуҙаштарын ныҡлыҡҡа өндәп йөрөгән, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов. Ураҡов тигән кенәз етәкләгән, ике йөҙләп һалдаттан торған урыҫ әтрәтенең Яйыҡ менән һаҡмар араһындағы ауылдар буйынса тубән табан ҡуҙғалыуҙары билдәле. Н. Мусин. Бер мәл Йоҡ заводтарындағы баш-баштаҡлыҡты тикшерергә генерал-прокурор кенәз Вяземский килә. Р. Шәкүр.
КЕНӘЗЛЕК (кенәзлеге) (Р: княжество; И.: princedom; T.: prenslik) и.
Кенәз хаким иткән әлкә. □ Княжество. И Бер заман, Сыңғыҙ улгәс, Батый хан Болғар дәуләтен ҡыйратып, ауылдарын көл-кумер итеп, ҡалаларын хараба хәленә ҡалдырып, Оло иҙелде аша сыҡҡан да урыҫ кенәзлектәре еренә инеп киткән. Ғ. Хөсәйенов. Башҡорт —рус кенәзлектәренең сәйәси ваҡиғаларында әуҙем ҡатнашыусы ҡыпсаҡ ханы. Р. Шәкүр.
КЕНӘ ҠЫУЫУ (кенә ҡыу-) (Р: мстить;
И.: take revenge; T.: kin tutmak) ҡ.
Кемгәлер асыу һаҡлап, үс алырға тырышыу. □ Мстить, таить злобу. ■ [Әнуәр:] Үҙемдең дә асыуланышып, холоҡһоҙ малайҙар кеуек, кенә ҡыуып йөрөгө килмәй ине. Н. Мусин. Мәҙинәнең кешегә усләшкәне лә, этлек
414