КЕПКАЛЫ
ҡылғаны ла, уткәнде хәтерләп, кенә ҡыуғаны ла юҡ. Т. Ғарипова. Ә һин рәнйемәнец, рәнйеһәц дә һиҙҙермәнең. Кенә ҡыуманың. М. Кәрим.
КЕНӘМ с. диал. ҡар. кенәсел. Кенәм кеше.
КЕНӘРИ [рус. < фр. canan] (Р.: канарейка; И.: canary; T.: kanarya kuşu) и. зоол.
Һары йөнлө һайрар ҡош (булмә ҡошо булараҡ таралған). □ Канарейка. Кенәри тауышы. Кенәри ситлеге. Кенәри аҫрау.
КЕНӘСЕЛ (Р.: мстительный; И.: revengeful; T.: hınçlı) с.
Кенә ҡыуыусан, үс һаҡлаусан. □ Мстительный, злопамятный. Кенәсел кеше. ■ Кем, кем, Нуриханов район куләмендә абруйлы ғына тугел, ул кенәсел дә кеше. Д. Бүләков. [Ырыҫҡол:] Ай-Һай, кенәсел дә икәнһең. М. Кәрим.
КЕНӘ ТОТОУ (кенә тот-) (Р: держать злобу; И.: bear a grudge; T.: kin tutmak) ҡ.
Күңелдә үс алыу тойғоһон тотоу. □ Держать злобу. ■ Ишкилде ҡарт — ҡарттың шундайы: юҡҡа уның эсе бошманы, тура һуҙгә кенә тотманы. С. Кулибай. Әхмәди энеһенә ҡарата былай ҙа ус һаҡламай, кенә тотмай ине. Ж. Кейекбаев.
КЕНӘ УТЫ (Р: клещевина; И.: castor oil plant; T.: Hint yağı bitkisi) и. бот.
Һөтлөгәндәр ғаиләһенә ҡараған суҡ сәскәле, сәнскәк орлоҡло ағас һымаҡ үҫемлек (орлоғонан кастор майы, һабағынан сус алалар). □ Клещевина (лат. Ricınus).
КЕНӘҮ (кенә-) (Р: истощаться от долгого голода; И.: starve; T.: açlıktan kıvranmak) ҡ.
Оҙайлы ваҡыт ас йөрөүҙән эс ныҡ тартылыу. □ Истощаться от долгого голодания. Яҙға табан мал кенәп китте.
КЕНӘ ҺАҠЛАУ (кенә һаҡла-) ҡ. ҡар. кенә тотоу. ■ Әгәрҙә Таңһылыу уны, теләгән яҡҡа бороп, һыуҙан арҡан ишергә мәжбур итә икән, егет [Ғата] быға бер ниндәй ҙә кенә һаҡламай. Ә. Хәкимов.
КЕНӘ ҺАҠЛАУСАН с. ҡар. кенәсел. Кенә һаҡлаусан кеше.
КЕНӘҺЕҘ (Р: незлопамятный; И.: forgiving; T.: kin beslemeyen) с.
Асыуы тиҙ ҡайтыусан, күңелдә үс алыу тойғоһон йөрөтмәүсе; ҡайтымһаҡ. □ Незлопамятный, отходчивый. Кенәһеҙ кеше. Кенәһеҙ булыу.
КЕНӘШЕҮ (кенәш-) (Р: обессилеть от голода; И.: pine with hunger; T.: açlıktan halsiz düşmek) ҡ.
Оҙаҡ ас йөрөүҙән эс тартылып, ашай алмаҫ хәлгә килеү. □ Обессилеть, ослабеть от голода, стать немочным. Асҡа кенэшеу.
КЕПЕС (Р: часто моргающий; И.: blinking often; T.: kırık) с.
Ҡыҫылып бөткән, сейләнеп, сырт-сырт йомолоп торған (куҙгә ҡарата). □ Болезненно чувствительный к свету, слезящийся; часто моргающий (о глазах). Кепес куҙ.
КЕПЕСЛӘНЕҮ (кепеслән-) (Р: становиться болезненым к свету; И.: become painful to light; T.: kırık olmak) ҡ.
Кепескә әйләнеү, кепес булыу. □ Становиться болезненно чувствительным к свету, слезиться. Куҙ кепесләнде.
КЕПЕСЛӘТЕҮ (кепесләт-) (Р: часто моргать; И.: blink; T.: sıkça göz kırpmak) ҡ.
Күҙҙе сырт-сырт йомоу. □ Часто моргать глазами из-за болезненного восприятия света. // Моргание. ■ Аптыраған да, ҡурҡҡан да һымаҡ куҙҙәрен кепесләтеп уҙенә текләп ҡалған Хөснөлхаҡҡа ҡарап, Әхмәтша ауыҙын бер яҡҡа ҡыйшайтып мыҫҡыллы йылмайҙы. 3. Биишева.
КЕПЕСЛӘҮ (кепеслә-) (Р: моргать глазами; И.: twinkle eyes; T.: göz kırpmak) ҡ.
Күҙҙе сырт-сырт йомоу. □ Моргать (о глазах). ■ Бәләкәс кенә төҫһөҙ куҙҙәр сәйер кепесләп тора. 3. Биишева.
КЕПКА [рус.] (Р: кепка; И.: сар; T.: kasket) и.
Көнҡағарлы йәйге баш кейеме; кәпәс. □ Кепка. / Кепочный. Кундән тегелгән кепка. Ирҙәр кепкаһы. Кепка кейеу. ■ Зөфәр машина ишеген бәреп япты ла башына кепкаһын кейҙе. Д. Бүләков. Кепкаһын һалып, Сергей сәсен ургә һыпырҙы һәм Йәғҙәнең алһыуланған йөҙөнә куҙ төшөрҙө. А. Абдуллин.
КЕПКАЛЫ (Р: в кепке; И.: with a cap on; T.: kasketli) c.
415