KEP
Кепка кейгән. □ В кепке, имеющий кепку. Кепкалы малай. Кепкалы ҡыҙ.
KEP I [дөйөм төрки кир] (Р.: грязь; И.: dirt; T.: kir) и.
1. Тәндәге, кейемдәге бысраҡ. □ Грязь (на теле и на белье). Сәс кере. Кулдағы керҙе йыуып төшөрөу. Керҙән таҙартыу. Кергә ҡатҡан салбар. Керен таҙартҡансы йыуыу. ■ Ғөбәй ни куҙе менән курһен, уныц кергә ҡатып бөткән пинжәк-салбары, кулдәге йыуылған, утекләнгән, йыртыҡ ерҙәре ямалған. Ә. Хәкимов. • Керҙец йыуған һайын кере сыға. Мәҡәл.
2. кусм. Эстәге, күңелдәге насарлыҡ. □ Дурная, плохая мысль. ■ Элекке дуҫлыҡ, бығаса һис бер кер төшмәгән кеуек, ҡабаттан ҡайтты. С. Агиш. Беҙгә иц тәуҙә эс керен паклау мөһим. Я. Хамматов. [Шәһурә:] Мин намыҫ тигән төшөнсәне бер төрлө генә ацлайым: ул саф булырға тейеш, уға кер төштөмө, намыҫыц зылфарама килә, әшәкелек, боҙоҡ куңеллелек кенә тороп ҡала. Н. Мусин. Өлкән лейтенант куңелендә кер һаҡлай торған кеше булып сыҡманы. Ш. Бикҡол. • Куцел кере, әйтһәң, бөтөр, кулдәк кере, йыуһаң, бөтөр. Мәҡәл.
♦ Кер күтәреү керләнгәне һиҙелмәй торған булыу. □ Быть немарким. Кер кутәргән кулдәк. Кер төшөрөү хурлыҡ килтереү; тап төшөрөү. □ Запятнать кого-л. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү юҡ ғәйепте табырға тырышыу. □ Придираться, искать повод для придирки. • Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмә. Мәҡәл.
KEP II [дөйөм төрки кир] (Р.: бельё; И.: linen; washing; T: çamaşır) и.
Йыуылған йәки йыуырға айырылған кейем, ҡаралды әйбере. □ Бельё. / Бельевой. Таҙа кер. Йыуылған кер. Кер ҡайнатыу. Кер киптереу. Кер элеу. ■ Маһира дәрестән ҡайтты ла кисә йыуып ҡуйған керҙәрен утекләргә тотондо. С. Абдрахманов. Дауахананың керен ошонда килтерәләр, Сәбилә уларҙы йыуып-утекләп ҡуйғас, алып китәләр. Т. Ғарипова. Бер ҡосаҡ аҡ кер кутәреп, Тоня ашҡынып килеп инде лә тупһала туҡтап ҡалды. А. Абдуллин. Тау аҫтынан шишмә аға керҙе ағарта торған. Халыҡ йырынан.
KEP III [дөйөм төрки кир] (Р: сера в шерсти; И.: sulfur in wool; T.: yün yağı) и. диал.
Йөн сайыры. □ Сера в шерсти. Йөндө керҙән таҙартыу.
КЕРАМЗИТ [рус. < гр. keramos ‘балсыҡ’] (Р: керамзит; И.: claydite; T: keramzit) и.
Ҡыҙыл балсыҡ ҡатыш тау тоҡомдарын махсус эшкәртеп яһалған күҙәнәкле еңел таш рәүешендәге төҙөлөш материалы.
□ Керамзит. Керамзит етештереу. Өй башына керамзит һалыу. Бетонға керамзит ҡушыу. И Курше әлкә белгестәре беҙҙең Башҡортостан предприятиеларында керамзит етештереу тәжрибәһен өйрәнеп ҡайтҡандар. «Башҡортостан», 16 сентябрь 2007.
КЕРАМИК (Р: керамический; И.: ceramic; T.: seramik) с.
Балсыҡтан үртәп яһалған. □ Керамический. Керамик торба. Керамик ваза. Керамик әйберҙәр етештереу. Ихата еренә керамик плита тушәу. И Башҡортостанда кумер сығарыу менән бергә брикет, кирбес, керамик плита һәм кумер һелтеһе реагенты етештереу ҙә артты. «Башҡортостан», 12 март 2011.
КЕРАМИКА [рус. < гр. keramos ‘балсыҡ’] (Р: керамика; И.: ceramics; T.: seramik) и.
1. Балсыҡтан төрлө нәмә яһау сәнәғәте һәм сәнғәте. □ Керамика (гончарное производство, гончарное искусство). / Керамический. Керамика эшләп сығарыу. Керамика сәнғәте белгесе. Керамика цехы.
2. йыйн. Балсыҡтан яһалған төрлө нәмәләр. □ Керамика (изделия из обожжённой глины). Керамика менән һатыу итеу.
3. Төрлө әйберҙәр яһау өсөн ҡулланылған балсыҡ. □ Керамика (масса, из которой изготовляются керамические изделия). Керамиканан эшләнгән плитка. Керамиканан торбалар етештереу. ■ Бер-ике һурәт, ҙур булмаған скульптура, керамиканан эшләнгән башҡа берәй сәнғәт әҫәре булмәгә нур өҫтәй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2008.
КЕРАМИСТ [рус.] (Р: керамист; И.: ceramist; T: seramikçi) и.
Керамика (1) менән шөғөлләнгән кеше.
□ Керамист. Керамист булыу.
416