Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 417 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕРЕМ-СЫҒЫМ
КЕРАМИТ [рус. < гр. keramos] (Р.: керамит; И.: keramit; T.: keramit) и.
Юлға түшәй торған кирбес. □ Керамит. Керамит тушәу. Керамит етештереу. Керамит заводы.
КЕРАТИН [рус. < гр. keras 'мөгөҙ’] (Р.: кератин; И.: keratin; T.: kerat) и. биол.
Сәс, тырнаҡ, тән тиресәләре составына ингән аҡһым матдә. □ Кератин. Кератинға бай. Кератинлы капсулалар.
КЕРАТИТ [рус. < гр. keras 'оро’] (Р: кератит; И.: keratitis; T.: göz iltihabı) и. мед.
Күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһенең шешеүе. □ Воспаление роговицы глаза. Кератит-тан дауаланыу.
КЕРАТОМА [рус. < ингл. keratome] (Р: кератома; И.: horny growth; Т.: keratoma) и. мед.
Тире ҡатламында барлыҡҡа килгән ябай шеш. □ Кератома (доброкачественная опухоль кожи). Картлык кератомаһы. Керато-маны лазер менән алыу.
КЕРБӘЛӘК (кербәләге) и. диал. ҡар. кер туҡмағы. И Мәрйәм кербәләген таш өҫтөнә ҡуйып, ҡыҙарған йөҙөн һөртөштөрөп алды. Р. Низамов.
КЕРГЕЛӘҮ (кергелә-) (Р: захаживать; И.: drop in; T.: uğramak) ҡ.
Ваҡыты-ваҡыты менән, һирәк-һаяҡ кереү. □ Захаживать, заходить время от времени. Куршеләргә кергелэу. ■ Мин был магазинға йыш ҡына кергеләйем. Р. Низамов.
КЕРГӘЗИН и. ҡар. кармазин.
КЕРҘЕКӘЙ и. диал. ҡар. әрпеш.
КЕРҘЕМ и. диал. ҡар. килмешәк.
КЕРҘӘШ I (Р: припущенник; И.: (ге) settler; migrant on Bashkir lands; T: yerleşimci) и.
Ерле, аҫаба халыҡтан ер алып ингән сит ырыу, сит тоҡом. □ Припущенник. Керҙәш булыу.
КЕРҘӘШ II (Р: примак; И.: roommate; T: kadının evinde oturan erkek) и. диал.
Йортҡа кергән ир. □ Примак.
КЕРЕГЕҮ (керек-) (Р: пачкаться; И.: soil; Tekirlenmek) ҡ.
Бысрау, керләнеү. □ Загрязняться, пачкаться. Өҫ-башы кереккән. Кереккән кулдәк.
■ Аҡлы ситса кулдәгемдең яғалары кереккән. Халыҡ йырынан.
КЕРЕКТЕРЕҮ (керектер-) (Р: пачкать; И.: dirty; T: kirletmek) ҡ.
Бысратыу; керләндереү. □ Загрязнять, пачкать (одежду). ■ Инәкәйемдең яулығын керектермәй йыуып тороғоҙ. Сеңләүҙән.
КЕРЕКТӘН и. ҡар. кәркәдән.
КЕРЕЛДӘК (керелдәге) (Р: крачка;
И.: tern; T: sumru) и. зоол.
Ваҡ аҡсарлаҡ төрө. □ Крачка (лат. Sterna paradisaea). Керелдәк ояһы. Керелдәк себеше.
КЕРЕЛДӘК САРЛАҠ (сарлағы) (Р: чайконосая крачка; И.: billed tern; T: gülen sumru) и. зоол.
Ҡыҫҡа суҡышлы, аяҡтары ҡара, башында елкәһенә төшөп торған ҡара «бүрке» булған күгәрсен ҙурлығындағы сарлаҡ төрө. □ Чайконосая крачка (лат. Gelochelidon nilo-tica). Керелдәк сарлаҡ кусмә ҡош.
КЕРЕЛДӘК СӨРӘГӘЙ (Р: чирок-трескунок; И.: garganey; T: çıkrıkçın) и. зоол.
Йорт өйрәгенән бәләкәйерәк, йылға һәм күлдәрҙә йәшәүсе күсмә ҡош. □ Чирок-трескунок (лат. Anas querqueduld). Керелдәк сөрәгәйҙе ите өсөн аулайҙар.
КЕРЕМ (Р: прибыль; И.: gain; T: kâr) и.
Билдәле бер хеҙмәттән килгән һәм бухгалтер кенәгәһенә теркәлгән матди байлыҡ йәки аҡса. □ Прибыль, доход, приход. / Приходный, һатыу эшенән килгән керем. Нефть сәнәғәт кереме. Акционерҙар йәмғиәте кереме. Керем артты. Керемдән һалым туләу. Керем буйнса декларация тултырыу.
■ Республика буйынса тотош алғанда, әйләнеш һалымынан килгән керемдәр планы тулды. «Башҡортостан», 15 март 2011. Королоҡ арҡаһында баҫыусылыҡтан керем аҙ булды. «Йәшлек», 2 октябрь 2010. • Кеременә курә сығымы. Мәҡәл.
КЕРЕМ-СЫҒЫМ (Р: приход и расход; И.: receipts and expenditure; T.: kâr ve gider) и. йыйн.
Ингән һәм сарыф ителгән аҡса йәки матди байлыҡ. □ Приход и расход. Керем-сығым кенәгәһе. Хужалыҡтың керем-сығымы. Акционерҙар йәмғиәте йыйылышында керем-сығым буйынса отчёт биреу. Йыллыҡ
14-1.0117.12
417