КЕРЕНДЕРЕҮ
керем-сығымды иҫәпләу. И Әңгәмә алыш-биреш, баҙар хаҡы, һәр төрлө керем-сығым кеуек хужалыҡ хәстәрҙәренән башлап, илдәге бола-болғаныштарҙы, сит мәмләкәттәр менән элемтә мәсьәләләрен аймап ала. Ә. Хәкимов.
КЕРЕНДЕРЕҮ (керендер-) ҡ. диал. ҡар. тиргәү.
КЕРЕНКА [рус.] (Р.: керенка; И.: Кегеп-ка; Т.: Кегепка) и. иҫк.
Башында Керенский торған Ваҡытлы хөкүмәт сығарған ҡағыҙ аҡса (әйләнештә уткән быуаттың 17—20-се йылдарында йөрөгән). □ Керенка. Егерме һумлыҡ керенка. Керенка менән иҫәпләшеу.
КЕРЕСӘ I и. һөйл. ҡар. бүҫер.
КЕРЕСӘ II и. һөйл. ҡар. ҡомаҡ.
КЕРЕТЕҮ (керет-) ҡ. ҡар. индереү. Өйгә керетеу. Ҡыуып керетеу. Залға ке-ретеу. Төҙәтмә керетеу. Өҫтәмә керетеу. ■ Карсыҡҡа сәйҙе уҙенең бәләкәс самауырында ҡайнатып керетәләр, ятҡан ерендә генә табын йәйеп бирәләр. Й. Солтанов. Назаров приёмныйҙа ултырған ҡыҙҙы саҡырып алды ла өсөнсө секретарҙы бында керетергә ҡушты. Н. Мусин. • Куҙ малды ҡаҙанға, кешене гургә керетә. Мәҡәл.
КЕРЕҮ (кер-) [дөйөм төрки кир} ҡ. ҡар. инеү. Килеп кереу. Өйгә кереу. Йомошҡа ке-реу. Һуғышҡа кереу. Фатирға кереу. Фирҡәгә кереу. Иҫәпкә кереу. Кук төҫкә кереу. Рәткә кереу. Ҡул араһына кереу. ■ Нина өйгә кереп китте. Ә. Хәкимов. Ҡаймаҡтан аҡ ҡатыҡ һарғылт төҫкә кергән. Й. Солтанов. • Кереуеңдән алда сығыуыңды уйла. Мәҡәл. Ҡолаҡтан кергән һалҡын һуҙ йөрәккә етһә, боҙ була. Мәҡәл. Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә. Мәҡәл. Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма. Мәҡәл.
КЕРЕШ I [дөйөм төрки кириш} (Р.: тетива; И.: bowstring; T.: kiriş) и.
1. Яндың сирттереп ебәрә торған бауы. □ Тетива. Кереш тартыу. Екте керешкә эләктереу. Уҡ кереше. М Тимербулат өсөнсө сәпкә атырға һыҙмаһын ян өҫтөнә һалып, кереште саманан тыш тартып ебәреугә, кереш сыҙаманы, шар итеп өҙөлөп китте. Картотека фондынан.
2. Айырым эш ҡоралдарының тарттырып ҡуйған бауы. □ Тетива инструментов. Бысҡы кереше. Бысҡыға кереш тартыу.
3. анат. Тел аҫтындағы тартылып торған яры. □ Уздечка. Кереште киҫеу.
4. анат. Умрау һөйәгенең барлау тамыры аҫтындағы тарамышы. □ Связка.
5. диал. ҡар. ҡарама II.
6. диал. ҡар. ҡарағош II.
КЕРЕШ II [дөйөм төрки кириш} (Р: лучок; И.: appliance for scutching the wool; T: kiriş) и.
Янға оҡшатып эшләнгән йөн теткес ҡорал. □ Лучок, смычок для трепания шерсти.
КЕРЕШ Ш (Р: помолвка; И.: engagement; T: nişanlanma) и. этн. диал.
Туй алдынан була торған кәңәш. □ Помолвка. И Инәйем әле генә керешкә барып ҡайттыҡ, тип яҙған. Экспедиция материалдарынан.
КЕРЕШЕҮ I (кереш-) ҡ. урт. ҡар. кереү. взаимн. от кереү. Хәл-әхуәлде белешеп, керешеп йөрөу.
КЕРЕШЕҮ II (кереш-) (Р: приступить; И.: get to do smth; T: girişmek) ҡ.
Берәй эште эшләй башлау, эшләргә тотоноу. □ Приступить к чему, начинать что-то, приниматься, браться за что. Яҙырға керешеу. Диплом эшенә керешеу. Кәсепкә керешеу. Кейендерергә керешеу. Иларға керешеу. Ихлас куңелдән керешеу. Тел сарларға керешеу. И Фәйзуллин менән Ғәрифуллин ҡыҙыу һуҙгә керешеп киттеләр. С. Агиш. Малай, кинәт ярһып китеп, уксә-ләре менән ерҙе төйгөсләп иларға кереште. Й. Солтанов. Аяғөҫтө торған Әмирҙең эйәк ҡағыуынан уҡ хужаһының теләген аңлап, Каратай уны кейендерергә кереште. Ә. Хәкимов. Абдрахман ҡара сәукә кеуек ябырылып килгән дошман яуына атырға керешкән. Ә. Вахитов. • Ике ҡулыңа бер эш — ал да кереш. Мәҡәл.
КЕРЕШЕҮ III (кереш-) ҡ. диал. ҡар. ултырыу.
КЕРЕШКЕ и. диал. ҡар. кереш 1,1.
КЕРЕШ ҠАРАМАҺЫ (Р: передние санные вязки; И.: front knit toboggan; T: kızağın önü) и. диал.
418