Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 419 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕР МАШИНАҺЫ
Сананың алғы яҡ башындағы ҡарама. □ Передние санные вязки. Кереш ҡарамаһын алыштырыу.
КЕРЕШЛЕ с. диал. ҡар. һыйышлы.
КЕРЕШЛӘҮ (керешлә-) (Р.: натягивать тетиву; И.: nock, stretch a bow; T.: kirişlemek) ҡ.
Кереш (I, 1) ҡуйыу. □ Натягивать тетиву на что, стягивать тетивой что. Янды ебәк менән керешләу. Бысҡыны ҡерешләу. ■ Егеттец яны мөгөҙҙән яһалып, буре тарамышы менән керешләнгән. Әкиәттән.
КЕРЕШӘ и. диал. ҡар. йоҡа таҡта.
КЕРИНКӘ [рус. крынка} и. диал. ҡар. банка. И Сәйгә лә йугереп кенә тау битенән берәр керинкә еләк апкилә һала инек. Экспедиция материалдарынан.
КЕРИТЕТ (Р.: племенной бык; И.: breeding bull, herd bull; T: damızlık boğa) и.
Тоҡомло үгеҙ. □ Племенной быҡ.
КЕРЙЫУҒЫС и. ҡар. кер машинаһы. Керйыуғыс һатып алыу.
КЕР ЙЫУЫУ (кер йыу-) (Р: стирать; И.: wash; T: çamaşır yıkamak) ҡ.
Кейем, ҡаралды әйберҙе һыу менән таҙартыу. □ Стирать. Ҡул менән кер йыуыу. Кер машинаһында кер йыуыу, һабын менән кер йыуыу. И Кер йыуыу булмәһенә ингәндә, ул [Лоҡман] Сәбилә менән бындай һөйләшеу булыр тип тә уйламағайны. Т. Ғарипова. Алтынбай ыңғырсаҡ-ҡамыттарҙы төҙәткеләп йөрөй, ә ике куҙе кер йыуған ҡатын-ҡыҙ араһынан аҡ сарафан кейгән, сәс толомдарын билендәге бауға ҡыҫтырған ҡыҙҙа. 3. Ураҡсин.
КЕР ЙЫУЫУСЫ (Р: прачка; И.: laundress; T: çamaşırcı) и.
Эш хаҡына кер йыуыу һәм үтекләү менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙ. □ Прачка. М Ирма-ныц атаһы юҡ, әсәһе беҙҙең училищела кер йыуыусы булып эшләй ине. Ш. Бикҡол. Жирников: «Кер йыуыусы Ганя менән мауығып йөрөй икән әле ул маңҡа, һеҙҙән хатта шул ҡыҙҙың ҡулын һорарға ла баҙнат итмәксе, имеш». 3. Ураҡсин.
КЕРКӘ и. зоол. диал. ҡар. ташбаш.
КЕР ҠЫҪТЫРҒЫС (Р: прищепка; И.: clothes peg; T: çamaşır mandalı) и.
Керҙе киптерергә элгәндә бауға беркетеп ҡуя торған махсус ҡулайлама. □ Прищепка для белья. Кер ҡыҫтырғыс һатып алыу. Кер ҡыҫтырғыс менән эләктереу.
КЕРЛЕ (Р: грязный; И.: soiled; T: kirli) с.
Керләнгән; бысраҡ. □ Грязный, загрязнённый. Керле алъяпҡыс. Керле яулыҡ. Керле ҡулъяулыҡ. ■ Хәлимов уҡып бөткәндә, уның маңлайынан тирҙәр сыҡҡайны, ул, керле яулығын кеҫәһенән сығарып битен, һөрттө. Д. Юлтый. Атаһының хәлен абайламаған сабый .. сибек ҡулдары менән уның керле салбар балағын бөрөштөрөп услаған килеш, терт-терт юртаҡлаған булды. Й. Солтанов. Аҡлы ситса кулдәгемде, ҡулым керле, тотмайым. Халыҡ йырынан.
КЕРЛӘНДЕРЕҮ (керләндер-) (Р: загрязнять; И.: soil; T: kirletmek) ҡ.
Керле итеү; бысратыу, керектереү. □ Загрязнять, пачкать (одежду, тело). Халатты керләндереу. Яулыҡты керләндереу. Сәсте керләндереу. ■ Наилә бер мәртәбә лә иҙән йыуғысы тотманы, уҙе керләндергән кулдәкте уҙе йыуманы, ашарға әҙерләуҙең ни икәнен дә белмәне. С. Поварисов.
КЕРЛӘНЕҮ (керлән-) (Р: загрязняться; И.: get dirty; T: kirlenmek) ҡ.
Керлегә әйләнеү; бысрау, керегеү. □ Загрязняться, пачкаться. Керләнгән кулдәк. Керләнгән салбар. Керләнгән сәс. Муйын керләнгән. Өҫ-баш керләнеу. Эш ваҡытында ҡулдар бик тиҙ керләнә. ■ Кулъяулығым аҡ ине, куҙ йәше менән керләнде, был хәлдәрҙе ишеткәс, куңелдәрем төрләнде. Халыҡ йырынан. Фельдшер, керләнеп бөткән бинтты hymen, Амантаевтың яраһын ҡараны. Р. Солтангәрәев.
КЕРЛӘҮ (керлә-) ҡ.
1. ҡар. керләндереү. Кейемде керләу.
2. кусм. Исемгә, намыҫҡа бысраҡ яғыу, хурлыҡ килтереү. □ Обливать грязью, обесславить. Выжданды керләу. Исемде керләу.
КЕР МАШИНАҺЫ (Р: стиральная машина; И.: washing machine; T.: çamaşır makinesi) и.
Kep йыуа торған машина. □ Стиральная машина. Кер машинаһын ебәреу. Кер машинаһы керҙе уҙе киптерә. ■ Ул газ, ван-
14*
419