КЕРН
на, ялтырап торған ағас карауаттар, шкафтар, радио, телефон, кер йыуыу машиналары тиһенме, юҡ нәмәләре юҡ. Б. Бикбай.
КЕРН [рус. < нем. Kem} (Р.: керн; И.: core, male; T.: karot örneği) и. геол.
Ер быраулағанда сыҡҡан тау тоҡомоноң өлгөһө. □ Керн. Керн алыу. И Михаил Васильевич көндәрен .. микроскоп аша керндарҙы тикшереп, ә төндәрен ғилми теоретик әҙәбиәт уҡып уткәрҙе. И. Абдуллин.
КЕРНЕР [рус. < нем. Korner} (Р.: кернер; И.: punch; T.: nokta zımbası) и. махс.
Деталдәргә билдә ҡуйыу өсөн ҡулланыла торған конус һымаҡ осло, ҡыҫҡа ҡорос инструмент. □ Кернер. Кернер менән бил-дәләу. Кернер менән һыҙыу.
КЕРНИС [рус. крыса} и. диал. ҡар. ҡомаҡ.
КЕРНИСӘ [рус. крыльцо} и. диал. ҡар. күтәрмә II. Ж Бейек кенә бейек кернисәләр-ҙән тайып барып төштөм аңһыҙҙан. Экспедиция материалдарынан.
КЕРНӘ (Р: мигрень; И.: migraine; T.: migren) и. һөйл.
Ҡаты баш ауырыуы. □ Мигрень, болезнь головы. Кернә менән йонсоу.
КЕРНӘКӘ (Р: слизистая эпителия; И.: epithelium mucous membrane; T.: epitelin sümükdokusu) и.
Эсәк эсендәге лайла. □ Слизистая эпителия (слизь во внутренней части кишки).
КЕРНӘ ТАРТЫУ (Р: лечение мигрени с помощью заклинаний; И.: headache exorcism; T.: büyü ile baş ağrısını tedavi etmek) и. миф.
Баш ауыртыуын имләү йолаһы. □ Лечение мигрени с помощью заклинаний (магический заговор), И Баш ауыртһа, әбейҙәр кернә тарта ине. Экспедиция материалдарынан.
КЕРОГАЗ [рус.] (Р: керогаз; И.: kerosene stove; T.: gaz ocağı) и.
Кәрәсин менән эшләгән аш-һыу бешер-гес. □ Керогаз. Керогазда сәй ҡайнатыу. ■ Кеше эшләгәндә һерәйеп тормаҫ өсөн, Ғиндулла соланға сығып, керогазға сәйгун ҡуйҙы. Й. Солтанов.
КЕРНЕ I и. диал.
1. ҡар. терпе 1. И Тән һыҙлағанда, керпе майы килешә. Экспедиция материалдарынан. • Карға ла балаһына «аппағым» тиер, керпе лә балаһына «йомшағым» тиер. Мәҡәл.
2. ҡар. морондоҡ I, 3. ■ Һыйырҙы иммәһен өсөн башмаҡҡа ҡаҙау ҡағылған ағас керпе кейҙереп ҡуялар. Экспедиция материалдарынан.
КЕРПЕ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён бурзян, кыпчак.
КЕРПЕ III и. диал. ҡар. шыршы.
КЕРПЕК I (керпеге) [дөйөм төрки кир-пик} (Р: ресница; И.: eye lash; T.: kirpik) и.
1. Күҙ ҡабаҡтары осонда үҫкән шырт. □ Ресница. / Ресничный. Бөҙрәләнеп торған керпектәр. Керпек буяу. Куйы керпектәр. Яһалма керпек, й [Сафураның] ҡара куҙҙәренән эре йәш тамсылары оҙон керпектәре буйлап алһыу биттәренә тәгәрәнеләр. Һ. Дәүләтшина. Малай ҡара йоҙроғон куҙенә килтерә, керпектәрен ыуалап, бер аҙ өндәшмәй тора. Й. Солтанов. Зөһрә уҙен бик эре тотҡан был тәтәй егетте оҙон керпектәре аҫтынан ҡыҙыҡһынып куҙәтте һәм,, икеһе бергә хеҙмәт иткәндәр булһа кәрәк, тип уйлап ҡуйҙы. Н. Мусин. Йөҙ илле лә керпек куҙен йомоп, йоҡлай минең һылыуым төш куреп. Халыҡ йырынан. • Керпеге оҙонға куҙ тейә. Мәҡәл.
2. миф. һаҡлау көсөнә эйә тип ҡабул ителгән тән ағзаһы. □ Ресница (часть тела, имеющая обережную силу).
♦ Керпегенән гөл тама бик матур, ифрат та мөләйем, гүзәл. □ Прекрасный, красивый.
■ Урамдан уҙып бара, ҡашынан куҙе ҡара; керпегенән гөлдәр тама, курһәм, йөрәгем яна. Халыҡ йырынан. Керпек ҡағыу күҙ асып йомоу. □ Подмигнуть. Керпек ҡаҡҡансы бик тиҙ, йәһәт. □ Мгновенно, очень быстро.
■ Керпек ҡаҡҡан тиклем ғумеремдә ирек алған халыҡ эсендә, иркен ерҙә, иркен ҡалһа инем өнөмдә, ләкин тугел төшөмдә. Д. Юлтый.
420