КЕРТЕЛДӘҮ
Керпек сәнсеү текләү. □ Смотреть внимательно, уставиться. Керпек тә ҡаҡмау 1) күҙ ҙә йоммау. □ Глаз не смыкать. ■ Тулған ай ҙа, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар ҙа, уныц [Емештең] тыныс йоҡоһона һоҡланып, тац атҡансы керпек тә ҡаҡмай ҡарап торҙолар.
3. Биишева; 2) саҡ ҡына ла йоҡламау, серем дә итмәү. □ Ни капли не спать. ■ Төнө буйы керпек тә ҡаҡманы Төлкөсура, уҙенең бөтә тормош юлын ҡайтанан барлап, куҙ алдынан уткәрҙе, куп нәмәләр тураһында уйланды. Н. Мусин.
КЕРПЕК II (керпеге) и. диал. ҡар. балитәк.
КЕРПЕК СЫҒЫУ (Р.: появление ложных ресниц; И.: false eyelashes; T.: takma kirpik) и.
Ҡабаҡ эсенә ваҡ керпек сығыу. □ Появление ложных ресниц. ■ Куҙенә керпек сыға, тей, аны супләтә, тей. Экспедиция материалдарынан.
КЕРПЕКСӘ (Р.: реснички; И.: cilia; T.: kirpik) и. биол.
Үҫемлек һәм тереклек күҙәнәктәрендәге ваҡ ҡына үҫенделәр. □ Реснички (у растения). Кесерткән керпексәләре.
КЕРПЕЛДӘҮ (керпелдә-) (Р: вздрагивать; И.: startle; T.: kıpırdamak) ҡ.
Ҡалтырап китеү (куҙ бәбәктәренә ҡарата). □ Вздрагивать (о веках глаз).
КЕР САЙКАУ (кер сайҡа-) (Р: полоскать бельё; И.: rinse linen; T.: çamaşır çalkalamak) ҡ.
Керҙе йыуғандан һуң таҙа һыуҙа сайҡау. □ Полоскать бельё. // Полоскание белья. Йылғала кер сайҡау. И Бәхетемә курә, мин осоп төшкән саҡта куперҙән өҫтәрәк бер апай кер сайҡап тора икән. Н. Мусин. [Ха-жисолтан] Кәжән йылғаһы буйында сукәйеп кер сайҡаған Сәйҙеямал эргәһенә барҙы. Я. Хамматов.
КЕРСЕК (керсеге) и. диал. ҡар. тубырсыҡ.
КЕРСЕКЛӘНЕҮ (керсеклән-) (Р: становиться перисто-слоистым; И.: become cir-rostratus; T.: tüy şeklinde bulut oluşmak) ҡ.
Бөҙрә-бөҙрә булып ойошоу (болотҡа ҡарата). □ Становиться перисто-слоистым (об облаках). Болоттар керсекләнә.
КЕРСЕКТӘНЕҮ (керсектән-) ҡ. диал. ҡар. аяҙыу.
КЕРСЕЛ (Р: маркий; И.: easily soiled; T.: kolay kirlenen) c.
Тиҙ керләнеүсән. □ Маркий, быстро марающийся. Керсел кулдәк. Керсел яулыҡ. Аҡ кейем керсел була. • Кеше малы тирсел, кеше кейеме керсел. Мәҡәл.
КЕРСӘЙЕҮ (керсәй-) ҡ. диал. ҡар. тызрайыу.
КЕРСӘН с. диал. керсел. • Кеше аты тирсән, кеше кейеме керсән. Мәҡәл.
КЕР СӘПӘҮЕСЕ и. диал. ҡар. кер туҡмағы.
КЕРТ (Р: хруп; И.: sound imitative word; T: kıtır) оҡш.
Ҡатыраҡ нәмәне ҡырҡҡанда, ҡаты-ҡото аҙыҡты тешләгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку хрустения: хруп. ■ Гөлнәзирә ецгә сәйҙе лә бик яратып, шәкәрҙе керт итеп тешләп ҡабып, сынаяҡҡа өрә-өрә эсте, хатта саҡ ҡына тирләп ук китте. Ғ. Әмири.
КЕРТЕЛДӘК (Р: хрустящий; И.: crackle; T: kıtırtıh) с. диал.
Кертелдәп торған. □ Хрустящий. И Куй ҡойроғоноң майы, туш майы кертелдәк була. Экспедиция материалдарынан.
КЕРТЕЛДӘТЕҮ (кертелдәт-) (Р: хрустеть; И.: crunch; T: kıtırdamak) ҡ.
Керт-керт иттереү. □ Издавать хруст, хрустеть. Сохариҙарҙы кертелдәтеу. Кертелдәтеп ашау. ■ Аттар, боронғо дуҫтарса, башҡа баш терәшеп тороп алалар ҙа тац атҡансы кинәнеп кертелдәтәләр генә ризыҡты. Й. Солтанов.
КЕРТЕЛДӘҮ (кертелдә-) (Р: хрустеть; И.: crunch; crackle; T.: kıtırdamak) ҡ.
Керт-керт тигән тауыш сығарыу, керт-керт итеү. □ Хрустеть. ■ Өҫтө быялаланып туңған ҡытырмаҡ ҡар уның [Сәлимәнең] йөрәген яра яҙған, төндәге кеуек аяҡ аҫтында шыҡһыҙ ҡыштырлай, кертелдәй. 3. Биишева. Карсыҡ, балға тутәһен тупһаға ҡуйып, малай ауыҙынан сыҡҡан кертелдәу ауазын иреп
421