Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 422 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕРТ-КЕРТ
тыңлай, йөҙөнә яҡты нурҙар йәйелә. Й. Солтанов.
КЕРТ-КЕРТ (Р.: хруп-хруп; И.: crunch; T.: kıtır kıtır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат керт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку хрустения: хруп-хруп. И Мөхәмәтулла бабай бур-тәгә бесән ташланы ла һиҫкәнеп киткән йәш, ҡайнар ҡанлы айғырҙың, тынысланып, керт-керт ашана башлауын куҙәтеп торҙо. Ә. Вахитов. Баҡыр куҙҙәрен ялтыратып, өс йәйҙәуес бәрәсе менән кәзәһе лә нигеҙ буйында керт-керт «һағыҙ» сәйнәп ята. Т. Ғарипова. Кукрәктауҙың көньяҡ битләуендә Шәри-фулланың һарыҡтары керт-керт улән ашап йөрөй. М. Кәрим.
КЕРТЛӘТЕҮ (кертләт-) ҡ. ҡар. кертелдәтеү. ■ Аҙбар эсендә, тештәрен йыш-йыш кертләтеп, һарыҡтар көйшәй. Р. Ғабдрахманов. Бына ул [Сәлимә] ҡытырмаҡ ҡарҙы кертләтеп, уя-емерә баҫып, йугерә -атлай урам буйлап китте. 3. Биишева.
КЕРТЛӘҮ (кертлә-) ҡ. ҡар. кертелдәү.
■ Көндөҙ ирей биреп, өҫтө быялаланып ҡатҡан ҡытырмаҡ ҡар аяҡ аҫтында кертләп, сатнап ята. 3. Биишева.
КЕР ТУҠМАҒЫ (Р: бельевая колотушка; И.: dolly; T.: tokaç) и.
Kep йыуыуҙа ҡулланыла торған ағас туҡмаҡ. □ Бельевая колотушка (для стирки).
КЕР ТӘГӘРЛӘТКЕС (Р: бельевой валёк; И.: linen roller; T.: çamaşır tokacı) и.
Уҡлауға ураған киндер нәмәне тәгәрләтеп йомшарта торған ҡырлы-ҡырлы ағас. □ Бельевой валёк (для размягчения).
КЕРТӘПӘ и. диал. ҡар. иргәйел. Кертәпә булыу.
КЕРҮШӘ (Р: дроги; И.: perch; T.: yük arabası) и. диал.
Оҙон билле арба. □ Дроги (вид телеги). Керушә эшләу. Керушәгә тейәу.
КЕРФЕК (керфеге) и. диал. ҡар. керпек I.
Оҙон керфектәр. Ҡара керфек.
КЕР ҺАБЫНЫ (Р: хозяйственное мыло; И.: laundry soap; T.: çamaşır sabunu) и.
Кер йыуа торған махсус һабын. □ Хозяйственное мыло. ■ [Солтан:] Нимәнән башлайбыҙ? Кер һабынынанмы? Был һабындың
кубеге, Әли Сәлих әфәнде, аҡҡош мамығы кеуек куперә! Н. Асанбаев. Карамаҡҡа кер һабынын хәтерләтеусе һап-һары һәлмәк таш киҫәге ҡуйылды. Ә. Хәкимов.
КЕРҺЕҘ (Р: чистый; И.: clean; T.: temiz) с.
1. Кере юҡ, бысраҡ, туҙан ҡатышмаған, таҙа (кейем, тән һәм башҡаға ҡарата). Чистый (о теле, белье и т. п.). Керһеҙ сәс. Керһеҙ кулдәк. Керһеҙ кейем. ■ Капитан йәнә балаларҙың өҫ-башына иғтибар итеп, кейемдәре иҫкергән, сепрәк-сапраҡтан ғына ҡоршалған булһа ла, был өйҙөң бысаҡ менән ҡырсып йыуылған иҙән һәм өҫтәле, бишеге кеуек ук керһеҙ таҙа икәнен иҫәпкә алды. Й. Солтанов. • Ҡулы керһеҙҙең куңеле көр. Мәҡәл.
2. кусм. Әхлаҡи яҡтан боҙолмаған, намыҫына тап төшмәгән, тотанаҡлы. □ Чистый, невинный. Керһеҙ сабый. Керһеҙ ку-ңелле кеше. ■ Керһеҙ дуҫлыҡ менән тормош йәмле, тик шул дуҫлыҡ менән аш-һыу тәмле. X. Кәрим. Ҡасандыр яҡты маҡсаттар менән йәшәусе, уҙенең киләсәген ап-асыҡ кургән керһеҙ куңелле Зөләйха. Н. Мусин. Атаһының мираҫын, керһеҙ исемен яҡлау — ғәҙеллек өсөн көрәшеу тигән һуҙ. Ә. Хәкимов.
КЕРШТАУЫ и. диал. ҡар. ялғаш.
КЕРШӘН [боронғо төрки киршән] (Р: крем; И.: cream; T.: krema) и.
1. Биткә яға торған май. □ Крем (для лица). Кершән яғыу. ■ Мөғәллимә елкәһе көмөрәйеберәк торған йыуан кәуҙәле, ҡалын ҡарағусҡыл иренле, әллә кершәнде куп яҡҡанға, ҡанһыҙ аҡ йөҙлө ҡатын ине. 3. Биишева. Унан [Рәсимәнән] куңелде ҡытыҡлағыс кершән, хушбуй еҫтәре аңҡый, бөҙрә, йомшаҡ сәстәре рәхәт иттереп битте ҡытыҡлай. Н. Мусин.
2. Биткә һөртә торған аҡ онтаҡ. □ Пудра. Кершән һөртөу. ■ Өлкән һатыусының йәшкелт куҙҙәрен йылдар тоноҡлатҡан, кершән аҫтынан йөҙөндәге йыйырсыҡтары беленә. Ш. Янбаев. Ап-аҡ итеп кершән яҡһаң, битең ҡояш ашамаҫ. Халыҡ йырынан.
КЕРШӘҮ (кершә-) ҡ. диал. ҡар. иксәү.
КЕРӘБИРЕШ и. диал. ҡар. үткелек.
КЕРӘКӘ (Р: болотистое место; И.: boggy place; T.: bataklı yer) и.
422