Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 547 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОММУНИКАЦИЯ
КОММУНАЛЬ ЙОРТ (Р.: коммуналь ный дом; И.: municipal house; T.: belediye daireleri) и.
Ҡала хужалығы ҡарамағында булып, бер нисә ғаилә тарафынан биләнгән йорт.
□ Коммунальный дом. Коммуналь йортта тороу.
КОММУНАЛЬ ФАТИР (Р.: комму нальная квартира; И.: municipal flat; T.: daire) и.
Ҡала хужалығы ҡарамағында булып, бер нисә ғаилә тарафынан биләнгән фатир. □ Коммунальная квартира. Коммуналь фатирҙа йәшәу.
КОММУНАР [рус. < фр. communard] (Р.: коммунар; И.: communard; T.: komün üyesi) и. тар.
1. 1871 йыл Францияла булған беренсе пролетар революцияла ҡатнашҡан кеше.
□ Коммунар.
2. Коммуна (1) ағзаһы. □ Коммунар (член коммуны). ■ Коммунарҙар менән бер ҡатарҙа колхоз төҙөй иҫке утар ҙа. Ғ. Амантай. [Байрас:] Бөтә кеше лә эшсән, егәрле буласаҡ унда, ҡәртсәй .. өҫтәуенә хөкумәт коммунарҙарға бушлай аттар, машиналар бирәсәк. 3. Биишева.
КОММУНАСЫ и. ҡар. коммунар. Комму насылар йыйылышы. Коммунасылар тормошо.
КОММУНИЗМ [рус. < лат. communism ‘дөйөм, уртаҡ’] (Р: коммунизм; И.: Communism; T.:komünizm) и.
1. Ижтимағи тигеҙлек, мөлкәт дөйөмлөгө, мәжбүри хеҙмәт, эш хаҡын ғәҙел бүлеү, синыфһыҙлыҡҡа нигеҙләнгән утопик социализмдың бер төрө. □ Коммунизм (разновидность утопического социализма).
2. Үҫеш законы буйынса капитализмға алмашҡа килеп, етештереү сараларының ижтимағилаштырылыуына, синфи эксплуатация һәм милли иҙелеүҙән азат булған эшсәндәрҙең хеҙмәттәшлеге һәм үҙ-ара ярҙамына нигеҙләнгән ижтимағи-экономик формация. □ Коммунизм (общественно-экономическая формация). ■ Орбитаһын урап, Ер гел йөрөй, кис булдырып һәм тац аттырып. Ләкин Ерҙә, һәм был йыраҡ тугел, коммунизм торор яҡтырып. Р. Ниғмәти.
3. Шул формацияны төҙөү тәғлимәте.
□ Коммунизм (теория построения формации). Фәнни коммунизм. Хәрби коммунизм.
КОММУ НИК АБЕЛЬ (Р: коммуникабельный; И.: sociable; T.: munis) с.
Еңел аралашыусан, тиҙ аралаша торған.
□ Коммуникабельный. Коммуникабель кеше. Коммуникабель характер. Коммуникабель булыу.
КОММУНИКАТИВ (Р: коммуникативный; И.: communicative; T.: iletişim) с. лингв.
1. Коммуникацияға бәйләнешле, аралашыуға мөнәсәбәтле. □ Коммуникативный. Телдец коммуникатив функцияһы. Коммуникатив ысул. Коммуникатив әуҙемлек. ■ Яңы фәнни технологияларға кусеу осоронда йәмғиәтебеҙгә интеллектуаль, коммуникатив һәм ижади, рухи яҡтан уҫешкән йәштәр кәрәк. «Юшатыр», 8 декабрь 2009.
2. Аралашыусан, аралашырға яратҡан (кеше тураһында). □ Коммуникативный.
КОММУНИКАТОР [рус.] (Р: коммуникатор; И.: communicator; T.: cep bilgisayarı) и.
1. Компьютер функцияларына эйә булған кеҫә телефоны. □ Коммуникатор (телефон). Коммуникатор һатып алыу. Коммуникатор өсөн программалар төҙөу. Куп функциялы коммуникатор.
2. инф. Мәғлүмәт тапшырыуҙа аралашсы электрон ҡулайлама. □ Коммуникатор (посредник в передаче информации).
КОММУНИКАЦИОН (Р: коммуникационный; И.: communication; T.: irtibata bağlı) c.
Коммуникацияға (1) бәйләнешле. □ Коммуникационный. Коммуникацион саралар. Коммуникацион ҡоролмалар.
КОММУНИКАЦИЯ [рус. < лат. сотти-nicatio < соттипгсаге ‘дөйөм яһау’] (Р: коммуникация; И.: communication; T.: irtibat) и.
1. махс. Аралашыу юлдары, ике аралағы бәйләнеш. □ Коммуникация. / Коммуникационный. Коммуникация линияһы. Һыу коммуникациялары. Тыл коммуникацияһы. Ер аҫты коммуникациялары. Электр энергияһы коммуникацияһы. Дошман коммуникацияһын өҙөу. ■ Бер нисә сәғәт эсендә цех аша уҙған бөтә коммуникацияны тикшереп сыҡтыҡ.
18*
547