Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 546 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОММЕРЦИЯ МӘКТӘБЕ
ния хозяйства). Коммерция иҫәп-хисабына нигеҙләнгән хужалыҡтар.
КОММЕРЦИЯ МӘКТӘБЕ и. тар. ҡар. коммерция училищеһы. Коммерция мәктәбендә уҡыу.
КОММЕРЦИЯ ОЙОШМАҺЫ (Р.: ком мерческая организация; И.: commercial organization; T.: ticaret örgütü) и.
Сауҙа, хеҙмәтләндереү эштәренән, мөлкәттән килем алыу менән шөғөлләнгән ойошма. □ Коммерческая организация, һуңғы йылдарҙа коммерция ойошмалары кубәйен китте.
КОММЕРЦИЯ СЕРЕ (Р.: коммерческая тайна; И.: trade secret; T.: ticaret sırı) и.
Юғары килем алыу өсөн коммерцияға бәйле мәғлүмәтте бер кемгә лә таратмай, сер итеп һаҡлау режимы. □ Коммерческая тайна. Ойошманың килем алыуҙағы уңышы — коммерция сере булып тора.
КОММЕРЦИЯ СУДЫ (Р: коммерческий суд; И.: tribunal of commerce; T.: ticaret mahkemesi) и. map.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә: сауҙа һәм векселдәргә бәйле эштәрҙе ҡараған суд. □ Коммерческий суд. Коммерция судында ҡаралыу.
КОММЕРЦИЯ ТИҘЛЕГЕ (Р: коммерческая скорость; И.: service speed; T.: orta hız) и.
Транспортты файҙаланыу күрһәткесе, хәрәкәттең уртаса тиҙлеге. □ Коммерческая скорость. Автобустың коммерция тиҙлеге курһәткестәре.
КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ (Р: коммерческое училище; И.: school of commerce; T: ticaret okulu) и. map.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә: сауҙа эшендә эшләүселәрҙе әҙерләй торған урта уҡыу йорто. □ Коммерческое училище. Коммерция училищеһына уҡырға инеу.
КОММЕРЦИЯ ФЛОТЫ (Р: коммерческий флот; И.: merchant fleet; T: ticaret gemileri) и.
Сауҙа эше менән шөғөлләнгән, хәрби булмаған флот. □ Коммерческий флот. Коммерция флотында хеҙмәт итеу.
КОММИВОЯЖЁР [рус. < фр. commis voyageur < commis ‘хеҙмәткәр’ + voyageur
‘сәйәхәтсе’] (Р: коммивояжёр; И.: commercial traveller; T: satış temsilcisi) и.
Берәй предприятиеның тауар өлгөләрен күрһәтеп йөрөп, заказ йыйыусы агент.
□ Коммивояжёр. Коммивояжёр һонәре.
КОММУН [рус. коммунист < лат. communis} (Р: член коммуны; И.: communist; Т.: komünüyesi) и. һөйл.
1. Коммуна (1) ағзаһы. □ Член коммуны. ■ Бөгөнгө көн беҙгә йөкмәтә иң ҙур, ауыр, шанлы талабын, һиңә, миңә төшә, бәғерем Ғәйшә, коммун итеу совет яланын! Ғ. Амантай.
2. Коммунистар партияһы ағзаһы.
□ Коммунист. ■ [Каҙанҡап:] Куй әле, Әпләс ағай, уны инде һин ил азаматы тимә, коммун коммун инде ул. һ. Дәүләтшина. Шымбай тағы зәһәрле кеткелдәне: «Кеһ-кеһ-кеһ, бына шул коммундар халыҡты артель итеп бөтһә, .. шулай иманһыҙ утеуселәр көн дә булып торор әле... Курерһегеҙ...» 3. Биишева.
КОММУНА [рус. < фр. commune < лат. communis ‘дөйөм’] (Р: коммуна; И.: commune; T.: komün) и.
1. Хеҙмәт һәм мөлкәт уртаҡлығы нигеҙендә берләшкән коллектив. □ Коммуна (коллектив лиц). Ауыл хужалығы коммунаһы. Коммуна менән йәшәу. Коммуна ойоштороу. ■ Табын кантонынан ауылға ҡайтыу менән Ғилман уҙ тирәһенә унлап ярлы крәҫтиәнде тупланы һәм коммуна ойошторҙо. Картотека фондынан. Зәбирҙе, ул заманда ауылда аңлы егеттәрҙең береһе булған өсөн, коммуна председателе итеп һайланыҡ. Д. Бүләков.
2. Ҡайһы бер сит илдәрҙә (мәҫәлән, Франция, Италия һ. б.\. ябай администра-тив-территориаль берәмек. □ Коммуна (ад-минстративно-территориальное деление).
КОММУНАЛЬ (Р: коммунальный; И.: municipal; communal; T.: komün) с.
1. Ҡала хужалығына ҡараған, шуға мөнәсәбәтле. □ Коммунальный. Коммуналь хужалыҡ. Коммуналь уңайлыҡтар. Коммуналь төҙөлөш. Коммуналь хеҙмәтләндереу. Коммуналь туләуҙәр.
2. Коммунаға (2) бәйләнешле. □ Коммунальный. Коммуналь һайлауҙар.
546