КОММЕРЦИЯ ИҪӘП-ХИСАБЫ
ҡан ҡомкор генерал-майор Рубанюк штабта оҙаҡ булманы. Я. Хамматов.
КОММЕНТАРИЙ [рус. < лат. соттеп-tarium] (Р.: комментарий; И.: commentary; Т.: yorum) и.
1. Ниндәйҙер тексҡа, яҙмаға бирелгән аңлатма. □ Комментарий (толкование). Комментарий яҙыу. Ҡулъяҙма комментарийҙар менән эшләнгән. Комментарий бирелгән китап. И Ким Әхмәтйәновтың .. баш һуҙе, китаптыц аҙағында әҫәрҙәргә бирелгән ғилми комментарийҙар — башҡорт әҙәбиәтендә башҡа берәй классигыбыҙ әҫәрҙәренец быға тиклем .. фәнни аңлатмалар менән баҫылып сыҡҡаны юҡ ине. Р. Бикбаев.
2. Ниҙе лә булһа асыҡлау, төшөндөрөү өсөн бирелгән аңлатма. □ Комментарий (пояснительные замечания). Комментарий биреу. Халыҡ-ара хәл тураһында комментарий. Сәйәси комментарий.
3. Спорт уйынының барышын радио, телевидениела яҡтыртыу. □ Комментарий (освещение спортивных соревнований). Комментарийҙар әҙерләу. Матчҡа комментарий биреу.
КОММЕНТАТОР [рус. < лат. commenta-пит\ (Р: комментатор; И.: commentator; Т.: yorumcu) и.
1. Комментарийҙар биреүсе, аңлатма биреүсе. □ Комментатор. / Комментаторский. Сәйәси комментатор. Иҡтисади-фи-нанс өлкәһендәге комментатор. «Яцылыҡ-тар» хеҙмәтенең комментаторы.
2. Спорт уйыны барышын радиола, телевидениела яҡтыртыусы. □ Комментатор (спортивных соревнований). Радио һәм телевидение комментаторы. Спорт яңылыҡтары комментаторы. Комментатор булмәһе. Комментатор булып эшләу. ■ Тағы бер шәп яңылыҡ: Азамат Моратов регуляр миҙгел һөҙөмтәләре буйынса .. «Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы комментаторы» тип аталған. «Башҡортостан», 10 апрель 2012.
КОММЕРСАНТ [рус. < фр. commercant < лат. commercium ‘сауҙа’] (Р: коммерсант; И.: trader, merchant, businessman; T.: tüccar) и.
Сауҙа иткән, коммерция менән шөғөлләнгән кеше; сауҙагәр. □ Коммерсант. Оҫта коммерсант. ■ Бына быларға донъя фарма-зин, — ти ҡарт, машина төҙәтеуселәр яғына эйәк атып... — Коммерсант. Ҡытайға ла, Төркиәгә лә, япунғала саба. Н. Мусин.
КОММЕРСАНТЛЬГК (коммерсантлы-ғы) (Р: быть коммерсантом; И.: merchant’s activity; T.: tüccarlık) и.
Коммерсант һәнәре, эше. □ Быть коммерсантом, деятельность коммерсанта. Ком-мерсантлыҡ ғәҙәте. Коммерсантлыҡ менән шөғөлләнеу.
КОММЕРЦИЯ [рус. < лат. commercium} (Р: коммерция; И.: commerce; T.: ticaret) и.
Сауҙа эше, сауҙа менән бәйле операциялар. □ Коммерция. / Коммерческий. Коммерция директоры. Коммерция банкыһы. Коммерция предприятиеһы. Коммерция хаҡы. Коммерция менән шөғөлләнеу. И Бизнес, коммерция тигән һуҙҙәр мода өсөн генә ҡулланылмай хәҙер, сауҙа, алыш-биреш, байлыҡ туплау бик куптәрҙең йәшәу маҡсатына әуерелде. Н. Мусин. Дәуләт банкыһы коммерция банкыларының эшмәкәрлеген контролдә тота. «Йәшлек», 28 сентябрь 2010.
КОММЕРЦИЯ ДИРЕКТОРЫ (Р: коммерческий директор; И.: marketing director; T.: işletmeci) и.
Предприятиела тәьмин итеү, сауҙа, хужалыҡ һәм аҡсаға бәйле эштәрҙе алып барыусы директор урынбаҫары. □ Коммерческий директор. Коммерция директоры итеп тәғәйенләнеу. Коммерция директоры урынбаҫары. ■ «Дельрус» компанияһының Өфөләге филиалында коммерция директоры булып эшләгән Кәрим Рәхим улы Мәһәҙиев — эшенән дә, тормошонан да тәм тапҡан, .. заман менән йәнәш атлаған, тормошона яңылыҡ индереп, йәмләй белгән шәхес. «Шоңҡар», № 5, 2011.
КОММЕРЦИЯ ИҪӘП-ХИСАБЫ (Р: коммерческий расчёт; И.: commercial calculation; T.: ticaret hesabı) и.
Сығымдар менән килемдәрҙе хисаплау нигеҙендә хужалыҡты алып барыу ысулы. □ Коммерческий расчёт (метод веде-
18- 1.0117.12
545