Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 544 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМИССИОНЕРЛЫҠ
уҙ исеменән, әммә комитент мәнфәғәтендә килешеу төҙөусе). □ Комиссионер (сторона договора комиссии).
КОМИССИОНЕРЛЫҠ (комиссионер-лығы) (Р.: деятельность комиссионера; И.: brokerage; T.: komisyonculuk) и.
Комиссионер хеҙмәте, вазифаһы. □ Деятельность комиссионера. Комиссионерлыҡ менән шөғөлләнеу.
КОМИССИЯ I [рус. < лат. commissio ‘йомош’] (Р: комиссия; И.: commission; T.: komisyon) и.
1. Махсус магазиндың шәхси кешегә нимәһендер һатышып биргән ярҙамы; аралашлыҡ. □ Комиссия. / Комиссионный. Китаптарҙы һатыу өсөн комиссияға тапшырыу. Комиссия магазинына кейемдәремде илттем. Комиссия магазинында һәйбәт әйберҙәр осрап тора.
2. Түләүле йөкләмә (сауҙа эше йәки башҡа килешеу менән бәйле аралашсы йөкләмәһе).
□ Комиссия (поручение, выполняемое за вознаграждение). Косметика тауарҙарын һатҡан өсөн 10 процент комиссия туләнә.
3. Хеҙмәтләндереү өсөн банк тарафынан клиенттарҙан алына торған өҫтәмә түләү.
□ Комиссия (сумма, взимаемая банком с клиента за совершение определённых операций). Һаҡлыҡ банкыһында кредит алғанда 2,5 процент комиссия ҡаралған.
4. Биржала акциялар менән һатыу иткән өсөн билдәләнгән түләү. □ Комиссия (плата с участников торгов на бирже). «Солид» финанс-инвестиция сауҙа йорто брокер хеҙмәте акция һатыу ҙағы комиссияны тубән ҡуйған.
КОМИССИЯ II [рус. < фр. commissio] (Р: комиссия; И.: commission; T: komisyon) и.
Айырым рәсми хоҡуҡ менән билдәле бер вазифа башҡарған кешеләр төркөмө йәки бер нисә кешенән торған орган. □ Комиссия. Имтихан комиссияһы. Килешеу комиссияһы. Комиссия ойоштороу. Комиссияла тикшереу. Комиссия ҡарары. Ю Тиҙҙән бюллетендәр таратылды. Уларҙы бөтәһе лә бәләкәс йәшниккә һалғас, иҫәпләу комиссияһы эшләгән арала, тәнәфес иғлан ителде. Р. Ғабдрахманов. Ревизия комиссияһына Минһаж, Зөһрә, тағы бер һаҡаллы крәҫтиән һайланды. Ғ. Хәйри.
Каҙнабаев округ комиссияһы рәйесенец һул яғына уҡ ултыра һалғайны, Арынбаҫаров менән артыҡ сиселеп китеп һөйләшергә теләк белдермәне. Д. Бүләков.
КОМИТЕНТ [рус.] (Р: комитент; И.: beneficiary; T: lehtar) и. юр.
Комиссия килешеүендә үҙ мәнфәғәтенән комиссионерға өсөнсө яҡ менән килешеү төҙөргә йөкләмә биргән яҡ. □ Комитент (лицо, поручающее комиссионеру выполнить договор комиссии). Комитент менән килешеу төҙөу.
КОМИТЕТ [рус. < фр. comite < лат. сот-mittere ‘(эш) ҡушыу’] (Р: комитет; И.: committee; T: komite) и.
1. Ниндәйҙер эшкә күмәкләп етәкселек итеү өсөн һайлап ҡуйылған орган. □ Комитет (выборный орган). Ата-әсәләр комитеты. Ойоштороу комитеты. Комитет ағзаһы. Комитет ултырышы. ■ Шул саҡ эшселәр комитеты рәйесе Заһитов килеп инде. Н. Мусин.
2. Билдәле бер вазифа башҡарыу өсөн ойошторолған идара органы. □ Комитет (государственный орган). Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәуләт комитеты. Дәуләт именлеге комитеты. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәуләт комитеты. Комитет рәйесе. ■ Дауытов, кантон башҡарма комитетында эшләгән сағында уҡ, халыҡ алдында яҡшы яҡтары менән танылып, олпат ҡаҙанып өлгөргәйне. Б. Бикбай. Бынан тыш партия әлкә комитетына, ауыл хужалығы министрлығына һәр төрлө справкалар яҙыу, быларҙың һәр ҡайһыһына Заһитовтың ниндәйҙер дәрәжәлә ҡыҫылышы булып сыға. Н. Мусин. Фәнил комсомолдың район комитеты бинаһына килеп ингәндә, бюро ултырышы башланғайны инде. Ғ. Лоҡманов.
КОМИТЕТСЫ (Р: член комитета; И.: committee member; T.: komite üyesi) и. һөйл.
Комитет ағзаһы. □ Член комитета. Коми-тетсылар уртаҡ бер фекергә килделәр.
КОМКОР [рус. командир корпуса] (Р: комкор; И.: corps commander; T.: amir) и. хәрби.
Корпус командиры. □ Комкор. Комкор приказы. ■ Дивизия хәлен ентекләп һораш
544