Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 543 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМИССИОНЕР
рынан сығып төҙөлгән халыҡ-ара ойошма: Коммунистик интернационал (1919—1943 йылдарҙа булған). □ Коминтерн. Коминтерн радиоһы. Коминтерн конгресы. ■ Берәр сынаяҡ кофе эскән арала ул [егет] Георгиев -тар ғаиләһенең бутән ҡасаҡтар менән бергә Коминтерн ҡарамағына кусеуен, Греция-нан совет Рәсәйенә ебәрелеуен хәбәр итте. Ә. Хәкимов.
КОМИ-ПЕРМЯК (Р.: коми-пермяк; И.: inhabitant of Komi-Perm region; T.: Komi Permian) и. этн.
Комиҙарға туғандаш халыҡ һәм шул халыҡтың кешеһе (Коми-Пермяк автономиялы округында йәшәй). □ Коми-пермяк, коми-пермяки. Коми-пермяк теле. Коми-пермяк ҡыҙҙары. Коми-пермяктар йолаһы.
КОМИ-ПЕРМЯКСА (Р.: по-комипермяцки; И.: in Komi-Permian; Т.: Komi Permian) р.
1. Коми-пермяк телендә. □ По-комипермяцки (говорить, читать). Коми-пермякса һөйләшеу. Коми-пермякса уҡыу.
2. Коми-пермяк халҡына хас рәүештә. □ По-комипермяцки, как коми-пермяки. Коми-пермякса кейенеу. Коми-пермякса бейеу.
КОМИСА (Р: на языке коми; И.: in Komi; T.: Komi dilinde)/?.
1. Коми телендә. □ На языке коми (говорить). Комиса һөйләу. Комиса уҡыу.
2. Коми халҡына хас рәүештә. □ Как коми, свойственно коми. Комиса кейенеу.
КОМИССАР [рус. < фр. commissaire] (Р: комиссар; И.: commissar; T.: komsar) и.
1. Хөкүмәт тарафынан айырым хоҡуҡ бирелгән вазифалы кеше. □ Комиссар (должностное лицо). Хәрби комиссар. Мәғариф комиссары. Халыҡ Комиссарҙары Советы. ■ Куҙмә-куҙ килеп сәнсешерҙәй дошманы булған Айбулат комиссарҙың ҡайтыуы уның [Ныязғолдоң] быуынын ҡаҡшатты, хәлен алды. һ. Дәүләтшина. Осрашыу тантанаһын республиканың хәрби комиссары генерал-майор Таһир Кусимов аса. Ә. Ихсан.
2. 1918—1942 йылдарҙа Совет Армияһы хәрби-сәйәси хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған дәрәжә һәм шул дәрәжәгә эйә булған кеше.
□ Комиссар (персональное звание военнополитических работников). Батальон комиссары. Дивизия комиссары. ■ Шаҙра битле, маңлайынан сикәһенә тиклем яра эҙе ятҡан хәрби комиссар Сергейға иғтибар менән куҙ һалды. И. Абдуллин. Танауы ирененә килеп ҡушылған ҡаҡса сырайлы немец офицеры һәр кемгә ҡырын ҡараш ташлай-ташлай саф буйлап йөрөп сыҡты ла, кем дә кем командир, комиссар йәки политрук, шуларға биш аҙым алға атларға ҡушты. Н. Мусин.
3. Сит илдәрҙә һәм XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә: полиция хеҙмәтен үтәгән чиновник. □ Комиссар (полиции). Комиссар булмәһе.
КОМИССАРИАТ [рус. < фр. commissariat] и. ҡар. комиссарлыҡ 1. ■ Хәрби комиссариатҡа индем, унда беҙҙең ауылдан берәу эшләй ине. Ғ. Хәйри. Леспромхоз ойошторолғас, Аҙнаев республиканың Урман промышленносы халыҡ комиссариатында штат мәсьәләһе хәл ителгән саҡта беренсе шарт итеп урман эшен белгән, тәжрибәле баш инженер табышып биреуҙәрен һораны. Н. Мусин.
КОМИССАРЛЫҠ (комиссарлығы) (Р: комиссариат; И.: commissariat; T.: komiserlik) и.
1. Ҡайһы бер дәүләт һәм административ учреждениелар исеме. □ Комиссариат. Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссарлығы. ■ Төштән һуң уны [Хәҙисәне] культура эштәре халыҡ комиссарлығына саҡырҙылар. Ә. Хәкимов. Ултырышта ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, БАССР Юстиция халыҡ комиссарлығы әҙерләгән документта башҡорт теле аныҡ рәуештә дәуләт теле тип атап әйтелә. «Йәшлек», 21 июль 2009.
2. Комиссар булыу, комиссар вазифаһы.
□ Должность комиссара. Комиссарлыҡ бурыстары. Комиссарлыҡтан баш тартыу.
КОМИССИОНЕР [рус.] (Р: комиссионер; И.: agent, broker; T.: komisyoncu) и.
1. фин. Билдәле бер күләмдә түләү алып, сауҙа эштәренә, сауҙа килешеүҙәренә ара-лашсылыҡ итеүсе. □ Комиссионер.
2. юр. Комиссия килешеүендә ҡатнашыусы яҡ (комитент ҡушыуы буйынса һәм унан туләу алыу өсөн, өсөнсө яҡ менән
543