КОМЕНДАНТЛЫҠ
эшләгән ошо ҡатын өйөнә алып ҡайтты. Д. Бүләков. Ул [Вәлишин] шау-шыулы, ыҙғыш-талашлы коммуналь өйҙөц коменданты итеп тәғәйенләнде. Ә. Хәкимов. Сәғиҙә ғаризаһын комендантҡа һуҙҙы. М. Тажи.
КОМЕНДАНТЛЫҠ (комендантлығы) (Р.: комендантская служба; И.: commandant’s service; T: kumandan hizmeti) и.
Комендант хеҙмәте. □ Комендантская служба, комендантство. Комендантлыҡ бурыстары. Комендантлыҡтан алдылар.
КОМЕНДАНТ СӘҒӘТЕ (Р.: комендантский час; И.: curfew; T: sokağa çıkma yasağı) u.
Киҫкен хәл иғлан ителгән саҡта, рөхсәтһеҙ урамға сығыу тыйылған билдәле ваҡыт араһы. □ Комендантский час. ■ Уҡыусыларға административ һәм енәйәтселек кодекстары, язалар, комендант сәғәте тураһында ла байтаҡ мәғлумәт бирелде. «Яйыҡ», 22 сентябрь 2011.
КОМЕНДАТУРА [рус. < нем. Коттап-dantur] (Р: комендатура; И.: commandant’s office; T: komutanlık) и.
Комендант (2) етәкселек иткән ойошма һәм шул ойошма урынлашҡан йорт. □ Комендатура. Комендатура бинаһы. Комендатура урынлашҡан йорт. ■ Комендатурала оло ғына йәштәге майор ҡабул итте уны һәм, уныц ницә килеуен белгәс тә, бер һалдатты саҡыртып алып, уға Менәуәрәне госпиталгә тиклем оҙата барырға ҡушты. Н. Мусин. Әхтәм уҙенә урын тапмай һуғылды, комендатура хеҙмәткәрҙәренең асыуын ҡабартып, һәр тотҡарлыҡтың сәбәбен төпсөнөп йөрөнө. Ә. Хәкимов.
КОМЕТА [рус. < гр. kometes (aster) ‘сәсе булған (йондоҙ)’] и. ҡар. ҡойроҡло йондоҙ. Галилей кометаһы. Комета ядроһы. Комета траекторияһы. Я Кайһы бер кометалар, эре планеталарҙан яҡын уҙғанлыҡтан, уларҙың тартыуы арҡаһында тарҡалалар. В. Сөләймәнов. Тик белдем: йондоҙ кугендә, ул бары осҡон ғына, ер, сарлап, шымарта икән комета һыртын ғына. Р. Назаров.
КОМИ (Р: коми; И.: Komi; T: Komi) и.
Коми республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе (фин-уғыр телдәренең береһендә һөйләшә). □ Коми.
Коми халҡы йолаһы. Коми ҡыҙҙары. Коми телендә һөйләшеу. Комиҙарҙың милли ашы.
КОМИЗМ [рус. < гр. komikos ‘смешной’] (Р: комизм; И.: comicalness, the comic element; T: komiklik) и.
Нимәнеңдер көлкөлө яғы; комик сифат.
□ Комизм. Драмала комизм элементтары.
■ «Коҙаса» музыкаль комедияһында, «Указлы мулла» хикәйәһендә комизм тыуҙырыуҙа шулай уҡ көтөлмәгәнлек эффекты хәл иткес әһәмиәткә эйә. Б. Бикбай.
КОМИК I (комигы) [рус. < гр. komikos] (Р: комик; И.: comic actor; T: komedi aktörü) и.
1. Көлкөлө ролдәр башҡарған артист.
□ Комик. Комик амплуаһы. Танылған комик.
■ Нурый сәхнәләге комиктар кеуек бөтә кәуҙәһен ҡалтыратып көлә-көлә лә, бер секунд туҡтап, тын алып, Ғилажиға ҡарап торғас, тағы көлә башлай ине. Д. Юлтый.
2. Мәҙәк, мәрәкәсел, шаян кеше. □ Комик (человек, обладающий способностью смешить окружающих.) Торғаны бер комик инде.
КОМИК II (Р: комический; И.: comic; T.: komik) с.
Ниҙе лә булһа көлкөлө итеп күрһәтеүгә ҡоролған; көлкөлө. □ Комический. Комик актёр. Комик сюжет. ■ Спектаклгә, ғөмумән, ваҡиғаларҙың уҫкәндән-уҫә барыуы, комик һәм трагик элементтарҙың һәр ваҡыт бергә ҡушылыуы характерлы. Ф. Нуриев. Макаро-ник шиғыр — сит тел һуҙҙәре ҡатнаштырып яҙылған беренсе әҫәр — «Массагопеа» тигән итальян комик поэмаһының (1940) исеменән алынған. К. Әхмәтйәнов.
КОМИКС [рус. < ингл. comics] (Р: комикс; И.: comics; T.: çizgi hikaye) и.
һүрәте менән тексы бер бөтөндө тәшкил иткән хикәйәләү жанры. □ Комикс. ■ Һәр төрлө комикстарға ул [М.Горький] бер-береһе менән ысын мөнәсәбәттәргә инеусе ысын кешеләр хаҡындағы әҙәбиәтте ҡаршы ҡуйҙы. К. Әхмәтйәнов.
КОМИНТЕРН [рус. Коммунистический интернационал < лат. Comintern] (Р: Коминтерн; И.: Comintern; T.: Komintern) и. тар.
{баш хәреф менән) Капитализм дөйөм кризисының тәүге дәүерендә революцион эшселәр хәрәкәтенең талабы һәм бурыста-
542