КОМЕНДАНТ
булды. Р. Низамов. Ғилман туҡтаны ла уҙенең яғына ҡабаланмай ғына атлап килеусегә иғтибар менәнерәк ҡуҙ һалды: өҫтөнә йоҡа ҡара тауарҙан тегелгән комбинезон, аяғына брезент туфли кейгән. Н. Мусин.
КОМБРИГ [рус. командир бригады] (Р.: комбриг; И.: brigade commander; T.: komutan) и. тар.
Бригада командиры. □ Комбриг. Комбриг дәрәжәһе. Комбриг фарманы. ■ Айырым башҡорт атлы бригадаһы яугирҙары ҡаһарман комбриг Муса Мортазин командалығында уҙ толпарҙары менән Днепр йылғаһын кисеп уткән. Р. Өмөтбаев. Комбриг, сафтарға табан боролоп, ашыҡмай ғына куҙ йөрөтөп сыҡты, ләкин кубеһенец сырайын айырым-асыҡ ҡына курә алманы. М. Кәрим.
КОМДИВ [рус. командир дивизии] (Р: комдив; И.: division commander; T.: tümen komutanı) и. тар.
Дивизия командиры. □ Комдив. Комдив фарманы. 8 Мәскәуҙән оло еңеу яулап, аты менән бер вагонда Казанға ҡайтып төшкән Кусимовты вокзалда комдив Кирпо-нос уҙе ҡаршы ала. Р. Өмөтбаев. Граждандар һуғышы геройы комдив Книга, һуғыштың әсеһен-сөсөһөн татып, рядовойҙан генерал-майор дәрәжәһенә еткән тәжрибәле командир. Я. Хамматов.
КОМЕДИАНТ [рус.] (Р: комедиант; И.: comedian; T.: komedi aktörü) и. иҫк.
Комедия әҫәрендә ҡатнашыусы артист. □ Комедиант. Комедиант сығыштары.
КОМЕДИОГРАФ [рус.] (Р: комедиограф; И.: comedy dramatist; T.: komediler yazan yazar) u.
Комедиялар яҙыусы драматург. □ Комедиограф. Комедиографтыц был әҫәре бик оҫта яҙылған.
КОМЕДИЯ [рус. < гр. komodia] (Р: комедия; И.: comedy; T.: komedi) и.
1. Шаян йәки сатирик йөкмәткеле драматик әҫәр. □ Комедия. / Комедийный. Трагик комедия. Комедия артисы. Комедия репертуары. Комедия ҡуйыу. Комедия ҡарау. ■ РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәзим Туҡаев уҙен куберәк комедия планында курһәтте. Ә. Вахитов. Бер саҡ ул [Да
уыт Юлтый] уҙешмәкәр туңәрәктәре өсөн «Юғалған Марат» исемле бер шаршаулыҡ комедия яҙғайны. С. Агиш. Бер ваҡыт шулай ҡышҡы сатлама һыуыҡта «Башмағым» комедияһы менән ҙур ғына ауылға килеп сыҡтыҡ. Ф. Әсәнов.
2. Көлкөлө, ҡыҙыҡлы ваҡиға, мажара.
□ Комедия (смешное, забавное происшествие). Комедияға әйләндереу. Комедияға тартым сығыш. Торғаны бер комедия.
3. Әҙәпһеҙ ҡыланыш, тупаҫ шаярыу.
□ Комедия (лицемерное поведение). Комедия ҡылыу.
КОМЕНДАНТ [рус. < фр. commondant < лат. commendare] (Р: комендант; И.: commandant; T.: kumandan) и.
1. Хәрби нығытмалағы йәки бер . райондағы бөтә ғәскәр башлығы. □ Комендант (начальник укреплённого района). Кәлғә коменданты. Хәрби комендант. Комендант итеп тәғәйенләу. ■ Башлыҡ уҙе Азов ҡәлғәһенең коменданты Мортаза паша эргәһенә киткән булған. Н. Мусин. [Таһир Таипович:] Элекке хәрби комендантты саҡыртып, Резаи ҡалаһында тәртип урынлаштырырға ҡуштыҡ. Р. Өмөтбаев.
2. Берәй ерҙә урынлашҡан ғәскәрҙәге тәртип һәм ҡарауыл хеҙмәте өсөн яуап биргән хәрби начальник. □ Комендант (военный начальник, ведающий надзором за правильным несением гарнизонной и караульной службы). / Комендантский. Гарнизон коменданты. Лагерь коменданты. Комендант патруле. И Бөтә казармаларҙың ишеге шар асыҡ, ҡоралдар пирамидаларҙа көйөнсә тора, штаб комендантынан башҡа йән эйәһе юҡ. Р. Өмөтбаев.
3. Станция йәки портта хәрби әһәмиәте булған транспорт сараларының дөрөҫ йөрөшөн күҙәтеп торған кеше. □ Комендант (лицо, наблюдающее за правильностью передвижения войск, военнослужащих и военных грузов). Маршрут коменданты.
4. Берәй рәсми ойошмаға ҡараған йорттоң башлығы. □ Комендант (управляющий домом). / Комендантский. Дөйөм ятаҡ коменданты. Комендант булмәһе. ■ Ятаҡтан да сығарҙылар, ярай, унда комендант булып
541