КОМБИНАТ
КОМБИНАТ [рус. < лат. combmare ‘берләштереү’] (Р.: комбинат; И.: complex; works; T.: fabrika) и.
1. Технология процестары буйынса бер-береһенә бәйле булған бер нисә предприятиены берләштергән ҙур берекмә.
□ Комбинат (промышленный). Металлургия комбинаты. Һөт комбинаты. Ағас эшкәртеу комбинаты. ■ Бынан ун ике йыл элек, руданы ошонда уҡ эшкәртеу өсөн, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә башлай. Картотека фондынан. [Ғилман — Козинға:] Мин хәҙер банкыға шылтыратып, комбинаттың аҡса кусергәнлеген белешәм дә, әгәр ысынлап та кусергәндәр, тик беҙҙең счётҡа ғына төшөп өлгөрмәгән икән, таҡтаны тейәтеп ебәрермен. Н. Мусин.
2. Уҡыу йорто баҫҡыстарының завод, предприятиеларҙағы берекмәһе. □ Комбинат (учебный). Уҡыу-уҡытыу комбинаты. Комбинатта уҡып йөрөу. ■ Был уҡыу йылына әҙерлек буйынса 5-се урта мәктәп, Байгилде, Шишмә мәктәптәре, ҡаланың 6-сы балалар баҡсаһы, мәктәп-ара уҡытыу комбинаты еңеусе тип табылды. «Йәшлек», 31 август 2010.
КОМБИНАТОР I [рус.] (Р.: комбинатор; И.: schemer; T.: düzenbaz) и.
Комбинацияларға (2) оҫта кеше. □ Комбинатор. Комбинатор ҡылыҡтары.
КОМБИНАТОР II (Р: комбинаторный; И.: combinative, combinatorial; T: tümleşik) c.
Комбинациялауға нигеҙләнгән. □ Комбинаторный. Комбинатор анализ. Өндәрҙең комбинатор уҙгәреше.
КОМБИНАЦИОН с. ҡар. комбинациялы. Комбинацион таблица. Комбинацион уйын.
КОМБИНАЦИЯ [рус. < лат. combinatio] (Р: комбинация; И.: combination; T: düzenleme) и.
1. Бер төргә ҡараған әйберҙәрҙең билдәле бер тәртиптә урынлашыуы, ҡушылыуы.
□ Комбинация (сочетание, соединение чего-л.). Өндәр комбинацияһы. Буяуҙар комбинацияһы. Һандар комбинацияһы.
2. кусм. Берәй маҡсатҡа ирешеү өсөн ҡулланыла торған алым. □ Комбинация
(сложный замысел, ряд ухищрений, уловок для достижения каких-л. целей). Өҫта комбинация. Комбинация эшләу. Комбинация ҡулланыу. И Был комбинацияның бөтә сере лә шунда: складка ҡайтҡан тауарҙарҙың ҡиммәтлерәктәрен ҡалдыра барыу, ә цехтарға осһоҙораҡ тауарҙар ебәреп, тегеләрен иҫәптән төшөрөп ҡалдырыу. Ф. Насыров.
3. спорт. Өҫтөнлөккә, еңеүгә ирешеү өсөн ҡулланылған хәрәкәт алымдары системаһы. □ Комбинация (ряд объединённых общим замыслом приёмов игры, направленных на достижение преимущества, перевеса, победы). Шахмат фигуралары комбинацияһы. Һөжум комбинацияһы. Комбинация уткәреу. Еңеугә килтергән комбинация. Уңышлы комбинация. ■ Һәр ике яҡ егеттәре бик ҙур тиҙлектә уйнайҙар, ҡыҙыҡлы комбинациялар яһайҙар. Картотека фондынан.
4. Ҡатын-ҡыҙҙың эстән кейә торған күлдәге; эске күлдәк. □ Комбинация (женское бельё). Селтәрле комбинация. Ебәк комбинация. Комбинация кейеу.
КОМБИНАЦИЯЛАУ (комбинацияла-) (Р: комбинировать; И.: combine, arrange; T.: birleştirmek) и.
Комбинация (1) яһау. □ Комбинировать. // Комбинирование. Өндәрҙе комбинациялау. Буяуҙарҙы комбинациялап төшөрөу.
КОМБИНАЦИЯЛЫ (Р: комбинационный; И.: combination(al), combinative; T.: birleştirilebilir) с.
Ниндәйҙер комбинациянан торған, комбинацияға мөнәсәбәтле. □ Комбинационный. Комбинациялы уйын. Комбинациялы агрегат.
КОМБИНЕЗОН [рус. < фр. combinaison] (Р: комбинезон; И.: one-piece suit; dungarees, bib and brace; T.: kombinezon) и.
Курткаһы менән салбары тоташ тегелгән кейем. □ Комбинезон, һырылған комбинезон. Балалар комбинезоны. Комбайнсы комбинезоны. Комбинезон кейеу. ■ Өҫтөндәге ҡара кун комбинезон, башындағы ҙур куҙлекле кун бурке — бөтәһе лә Шамилдың киң кукрәкле, көслө, ныҡлы кәуҙәһенә матурлыҡ биреп торалар. X. Мохтар. Майлы комбинезонды кейеп эш урынына баҫҡас, тел асылып киткәндәй
540