Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 539 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМБИКОРМ
Кумер комбайны. Комбайн менән ашлыҡ урыу. Комбайнда эшләу. Кухня комбайны. Комбайн менән салаттар әҙерләу. Үҙйөрөшлө комбайн. Киң алымлы комбайн. Тар алымлы комбайн. Силос комбайны. ■ Әсәһе өр-яңы комбайн, «Беларусь» тракторы, йөк машиналары алып биреште. Т. Ғарипова. Ләкин тынлыҡ. Тик бер ай урағы еткән бойҙай менән серләшә. Йондоҙ һымаҡ башаҡтарҙы уҙе комбайндан, ахыры, көнләшә. Р. Ғарипов. Комбайндың берәй урынын камиллаштырыумы, трактор һабанына йәиһә сәскестәргә өҫтәлмә деталь ҡуйыумы — бөтәһен булдыра ул. Был эштә Карам — уҙе инженер, уҙе профессор. Ә. Хәкимов.
КОМБАЙНЁР [рус ] и. ҡар. комбайнсы. ■ Комбайнёр, һәлмәк кенә атлап, ергә төштө һәм, ниҙер юғалтҡан кеше кеуек, ерҙән куҙҙәрен алмаған килеш, машинаның алдына сыҡты, әуернә ҡанатын тубән төшөрөп сукәйеп ултырҙы. Ә. Вәли. Арыҫлан арыу-талыуҙы онотто, ни ҡушһалар, шуны эшләне. Тәуҙә — прицепщик-машинист, йәйҙәрен комбайнёр ярҙамсыһы булып йөрөнө. Ә. Хәкимов.
КОМБАЙНСЫ (Р.: комбайнёр; И.: combine operator; T.: kombayncı) и.
Комбайн йөрөтөүсе; комбайнёр. □ Комбайнёр. Алдынғы комбайнсы. Тәжрибәле комбайнсы. Комбайнсы булып эшләу. ■ Рәдиф Абзалов быйыл йәйге каникул ваҡытында комбайнсы ярҙамсыһы булырға ҡарар иткән. Картотека фондынан. Комбайнсылар, тракторсылар икмәк өсөн ҙур көрәш башлар алдынан урып йыйыуға әҙерлектәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләйҙәр, .. бер-береһен ярышҡа саҡыралар. Ф. Әсәнов.
КОМБАТ [рус. командир батальона} (Р: комбат; И.: battalion commander; T.: komutan) и. хәрби.
1. Батальон командиры. □ Комбат (командир батальона). Комбат итеп тәғәйен-ләнеу. ■ Бер йыр булып хәбәр осто шул көн елкендереп һәр бер һалдатты: башҡорт ҡыҙы яуҙан алып сыҡҡан ауыр яраланған комбатты. М. Ғәли. Радиоточкала булып уткән ғәҙәттән тыш хәлдең иртәгеһенә капитан Ротов, Сираевҡа ниндәй яза биреу
тураһында кәңәшләшеу өсөн, батальон командирына барғайны, комбат яурындарын ғына һикертте. Н. Мусин.
2. Батарея командиры. □ Комбат (командир батареи). Комбат итеп тәғәйенлә-неу.
КОМБЕД [рус. комитет бедноты} (Р: комбед; И.: committee of poor peasants; T.: Yoksul Köylü Komitesi) и. map.
Ярлылар комитеты (1918 йылдың уртаһынан аҙағына тиклем эшләп, ауылда пролетариат диктатураһының терәге булып торған ойошма). □ Комбед. Комбедтар ойоштороу. Комбед рәйесе. ■ [Баҡый:] Котлояр ағайҙы, элекке комбед председателе хәҙер совет члены булғанға, шуны [игенде] оҙатышырға ебәрҙек. Һ. Дәүләтшина.
КОМБЕДСЫ (Р: член комбеда; И.: committee of poor peasants member; T: Yoksul Köylü Komitesi ) и. тар.
Комбед ағзаһы. □ Член комбеда. Ком-бедсылар йыйылышы. Комбедсылар исемлеге. Актив комбедсы. Комбедсы булыу.
КОМБИАҘЫҠ (комбиаҙығы) (Р: комбикорм; И.: mixed fodder; formula feed; T.: karıştırılmış yem) и.
Төрлө туҡлыҡлы матдәле, минерал тоҙҙар һәм витаминдар ҡушылған мал аҙығы; ҡатнаш аҙыҡ. □ Комбикорм. Комбиаҙыҡ ашатыу. Малға комбиаҙыҡ биреу. Комби-аҙыҡты брикетлау.
КОМБИЖИР [рус. комбинированный жир} (Р: комбижир; И.: combined fats, compound lard; T: karıştırılmış yağ) и.
Төрлө үҫемлек майына туң май ҡатнаштырып яһалған май. □ Комбижир. Комбижир менән ҡыҙҙырыу.
КОМБИКОРМ [рус. комбинированный корм} и. ҡар. комбиаҙыҡ. Малға комбикорм ашатыу. ■ Данир наряд буйынса тейешле комбикормды тулыһынса алды. Яр. Вәлиев. [Канбулатов:] Быға тиклем берәй йыйылышта, пленумда, конференцияла республика культураһын алға ебәреу тураһында һуҙ булдымы? Юҡ! Әлегә шул мәңге етмәҫ торба, комбикорм, кирбес... Д. Бүләков.
539