Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 538 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМАНДИРҘАРСА
2. Ниндәйҙер төркөмдөң, компанияның башлығы. □ Командир (отряда, дружины). Дружина командирын һайлау. Төҙөлөш отряды командиры.
КОМАНДИРҘАРСА (Р.: по-командирски; И.: as a commander; T.: komutanlar gibi) и.
Командир кешегә хас булғанса, командирҙан талап ителгәнсә. □ По-командирски. Командирҙарса һөйләшеу. Командирҙарса тотоу. ■ Миңлеғәле Ғибәҙәттең ай-вайы-на ҡуйманы. Тыҡрыҡҡа боролғанда уны ат һыртынан һөйрәп төшөрҙө һәм командирҙарса һораны: «Ниңә бик иркен йөрөйһөң?» Я. Хамматов.
КОМАНДИРОВКА [рус.] (Р.: командировка; И.: business trip; T.: iş gezisi) и.
1. Эш урынынан ҡайҙа ла булһа барып ҡайтыу менән бәйле хеҙмәт йомошо. □ Командировка {служебное поручение, связанное с поездкой куда-л.). Ижади командировка. Командировка алыу. Командировка биреу. ■ [Профессор — Әхмәҙуллаға:] Хәҙер һиңә командировка алып, тәжрибә уткәреп йөрөйһө тугел. Р. Солтангәрәев.
2. Шул эште үтәү өсөн сыҡҡан сәфәр.
□ Командировка (поездка куда-л. со служебным поручением). Алыҫ командировка. Командировканан ҡайтыу. Командировкаға сығыу. ■ Сәғиҙә тағы ла начальниктың уҙен куреп һөйләшергә тип барып ҡарағайны, уға: «Ул командировкала, тиҙ генә ҡайтмаҫ», — тинеләр. М. Тажи. [Дауыт] уҙен оҙайлы командировкаға ебәргән әсәһенә рәхмәт әйтеп бөтә алманы. Т. Ғарипова. Хәҙисә Барласов-наны Урал арты райондарының береһенә командировкаға ебәрҙеләр. Ә. Хәкимов.
3. һөйл. Тапшырылған эш буйынса юлға сыҡҡанлыҡты күрһәткән танытма. □ Командировка (удостоверение о таком поручении). / Командировочный. Командировкаға мисәт ҡуйҙырыу. ■ Ғилман лесхозға командировка ҡағыҙы алырға туҡтағайны, Козин һөмһөрөн ҡойоп ултыра. Н. Мусин.
КОМАНДИРОВКАСЫ (Р: командированный служащий; И.: business traveller; T: görevli) и.
Командировка хеҙмәтен үтәүсе кеше.
□ Командированный служащий, команди
рованный человек. Командировкасыларҙы теркәу.
КОМАНДОВАНИЕ [рус.] (Р: командование; И.: command; T: kumandanlık) и. йыйн.
Ғәскәр йәки ғәскәри берәмек башында тороусы кешеләр. □ Командование. Полк командованиеһы. Командование ҡарары. ■ Беҙҙең командование баш ҡаланы обороналау менән бергә, яңы көстәр туплап, дошманға ҡаршы аяуһыҙ һөжумгә әҙерләнде. Ә. Байрамов.
КОМАНДОР [рус. < фр. commandeur} (Р: командор; И.: knight commander; T: komodor) и.
1. тар. Урта быуаттарҙағы рухани-рыцарь ордендарында юғары дәрәжәләрҙең береһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Командор (звание рыцарского ордена).
2. тар. Рәсәйҙә XVIII быуатта: 1-се ранг капитаны һәм 4-се дәрәжәле контрадмирал араһындағы флот дәрәжәһе һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Командор. Командор Беринг етәкселегендәге экспедиция.
3. спорт. Яхт-клуб рәйесенең дәрәжә исеме һәм шул дәрәжәгә эйә булған кеше. □ Командор (звание председателя яхт-клуба). / Командорский. ■ Төш етәрәк маршрутҡа баҫабыҙ. Командор тәртип ҡуя: 30 минут атлайбыҙ ҙа 10 минут ял итәбеҙ. «Ағиҙел», № 9, 2009.
КОМАНДУЮЩИЙ [рус.] (Р: командующий; И.: commander; T: komutan) и. хәрби.
Эре ғәскәри берләшмәнең башлығы, командиры. □ Командующий. Армия командующийы. Баш командующий. Хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы. ■ Армия командующийының приказы буйынса етенсе июлдә оборона һыҙығын 1-се гвардия уҡсы дивизияһына тапшырҙы. Ә. Ихсан. Генерал Кусимов эсендә йөрөткән хыялын уҙ командующийына асып һалырға мәжбур була. Р. Өмөтбаев. [Нәфисә:] Ә-ә... Һин баш командующий бит әле. Үҙеңә хәрби кейем дә килешә икән!.. Н. Асанбаев.
КОМБАЙН [рус. < ингл. combine} (Р: комбайн; И.: combine; T: kombayn) и.
Бер үк ваҡытта бер нисә төрлө эш башҡара торған ҡатмарлы машина. □ Комбайн.
538