Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 537 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМАНДИР
тауышы, .. оҙон сыбыртҡыһын дымлы үлән өҫтөнән һөйрәгән көтөүсенең барлыҡ малдарҙы уҙ командаһында ҡысҡыра-ҡысҡыра алып сығыуы — былар барыһы ла ауылдыц иртәнге музыкаһы. Ғ. Хәйри. Теҙелергә!.. — тигән команда ишетелде шул саҡ. Д. Бүләков.
2. хәрби. Хәрби часть, отряд. □ Команда (воинская часть). Разведчиктар командаһы. Зенитсылар командаһы. Команданы сафҡа теҙеу. ■ Указ яҙылған көн, 1 октябрь, Пугачёв ставкаһына старшина Кинйә Арыҫланов командаһынан алты һыбайлы башҡорт барып төшөу ваҡыты менән тап килә. Р. Шәкүр.
3. Капитан етәкселегендә берәй спорт менән шөғөлләнгән кешеләр төркөмө. □ Команда (спортивный коллектив). Волейболсылар командаһы. Командала уйнау. «Салауат Юлаев» хоккей командаһы. ■ Командалар, егерме-утыҙ метр ара ҡалдырып, ҡара-ҡаршы баҫа. Н. Мусин. Был шкафта беҙҙең мәктәптең спорт командаларына районда, хатта республика ярыштарында еңгән өсөн буләк итеп бирелгән кубоктар һаҡлана. Ф. Иҫәнғолов.
4. Билдәле бер эш өсөн ойошторолған кешеләр төркөмө. □ Команда (группа связанных чем-л. людей). Ашығыс ярҙам командаһы. Табиптар командаһы. Команда йыйыу. Я һалдың алдағы ишкәксеһе ул, Арынбаҫаров, әлбиттә, арттағы кәшмәктәрҙә уның командаһы — ышаныслы кешеләре. Д. Бүләков.
5. Судно экипажы. □ Команда (личный состав, экипаж судна). Пароход командаһы.
6. Автоматтар тарафынан бирелгән сигнал. □ Команда (автоматически передаваемый сигнал). Йыһан карабына команда ебәреу. Компьютер командаһы.
КОМАНДАЛАУ (командала-) (Р.: командовать; И.: command; T.: komut etmek) ҡ.
Командир сифатында берәй эшкә етәкселек итеү. □ Командовать. Полк менән командалау.
КОМАНДАЛЫ (Р: командный; И.: command; T.: takımlı) с.
Командаларға бүленеп ҡара-ҡаршы уйнала торған. □ Командный. Командалы уйын. Командалы ярыш.
КОМАНДАЛЫҠ (командалығы) (Р: командование; И.: command; T.: komutanlık) и.
Ойоштороу һәм йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге; етәкселек. □ Командование. Командалыҡты уҙ өҫтөнә алыу. ■ Дуртенсе взводтан Сабитов командалығында егеттәрҙе оҙатып ҡайттыҡ. С. Әлибаев. Кара-мышевты һәм унан башҡа генерал Паду-ров командалығындағы тағы ла бер нисә офицерҙы һәм уҙем белгән башҡорт егеттәрен алып барырға рөхсәт итегеҙ. Я. Хамматов.
КОМАНДА ПУНКТЫ (Р: командный пункт; И.: command point; T.: kumanda yeri) и.
Һуғышта ғәскәр башлығы һәм уның ярҙамсылары урынлашҡан урын. □ Командный пункт. ■ Өсөнсө төндә Әнуәр команда пункты урынлашҡан землянкаға ниндәйҙер тоҡ һөйрәп килеп инде. Ғ. Лоҡманов.
КОМАНДАРМ [рус. командующий армией] (Р: командарм; И.: army commander; T.: ordu komutanı) и. хәрби.
Ғәскәр башлығы, армия командующийы. □ Командарм. Кыҙыл армия командармы. Беренсе ранг командармы. Командарм бойороғо.
КОМАНДИР [рус.] (Р: командир; И.: commander; T.: komutan) и.
1. хәрби. Хәрби берәмектең, хәрби судноның башлығы. □ Командир. / Командирский. Рота командиры. Сая командир. Командир фарманы. ■ Их, бөтәһе командирҙан шул! Карға балаһы ыласынға оҡшамаҫ тигәндәй, һалдат һәр эштә командирҙан урнәк ала. Р. Солтангәрәев. Эйәр өҫтөндә егеттәрсә сая ултырған ыҫпай һынлы, ҙур ҡара мыйыҡлы, бөркөт куҙле легендар командир Емешкә батырлыҡтың да, матурлыҡтың да иң камил өлгөһө булып куренде.
3. Биишева. Командирҙың кеселекле һәм кешелекле булыуын курһә, һалдат та һиңә тел-теш тейҙермәй, улһә үлә, мәгәр ҡушҡаныңды ялт иттереп еренә еткереп атҡара. Ә. Хәкимов.
537