Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 536 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЛХОЗЛАШЫУ
КОЛХОЗЛАШЫУ (колхозлаш-) ҡ. ҡар. коллективлашыу. Колхозлашыу осоро. ■ Куп йылдар ауыл советында рәйес булараҡ, колхозлашыу осоронда байтаҡ ҡына көршәк ватып, бер кутәрелеп, бер куҙҙән төшөп, яцы тормош өсөн йән аямай көрәште, ә уҙен хәстәрләмәне Фазыл. Ә. Хәкимов. Бөтә был революция тыуҙырған сәйәси шауҡымдар Степан Ильичты ла, Лоҡманды ла урап утеп килә ине, шәхес культы тигән нәмә килеп сыҡты. Т. Ғарипова.
КОЛХОЗ-СОВХОЗ [рус.] (Р.: колхозы и совхозы; И.: collective farms and state farms; T.: kolhoz ve sovhoz) и. йыйн.
Колхоз һәм совхозға ҡараған хужалыҡтар. □ Колхозы и совхозы. ■ Бесән, һоло тейәп колхоз-совхоздарҙан ылау, төрлө йомош-юл менән штабҡа юлланған кешеләр йөрөй. Р. Өмөтбаев. Идаралыҡ Башҡортостанда һигеҙ генә, ә колхоз-совхоздар бихисап. Р. Солтангәрәев.
КОЛХОЗСЫ (Р: колхозник; И.: collective farmer; T.: kolhozcu) и.
Колхоз ағзаһы. □ Колхозник. Колхозсылар бригадаһы. Колхозсылар йыйылышы. ■ Ул [Фатима], колхозсылар араһында торған Баянды — уҙенец иптәшен — куреуе менән, Баянға табан ташланды һәм Баяндыц муйынына аҫылынды. Ғ. Хәйри. Айбикә ҡалала беренсе тапҡыр саҡырылған колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшмәһенә делегатка булып килде. Һ. Дәүләтшина.
КОЛЧЕДАН [рус. < фр. calcedoine] (Р: колчедан; И.: pyrite; T.: pirit) и. махс.
Тимер, баҡыр, никель кеүек металдарҙың көкөртлө, шулай уҡ мышаяҡ һәм һөрмә ҡатыш ҡушылдыҡтарынан торған минералдарҙың дөйөм исеме. □ Колчедан. Никель колчеданы. Һөрмә колчеданы. Мышаяҡ колчеданы. Колчедан ятҡылыҡтары. ■ Урал тауҙарында сынығып уҫкән, колчедандар киҫкән егет мин. Ғ. Мәсғүт. Төҫлө металл рудалары араһында баҡыр колчеданы айырыуса урын алып тора. М. Хисмәтов.
КОЛЧЕДАНЛЫ (Р: колчеданный; И.: sulfur; T: piritli) с. махс.
Колчеданы булған. □ Колчеданный. Колчеданлы тау. Колчеданлы ятҡылыҡ. Колчеданлы мәғдән.
КОЛЬТ [рус. < нем. Kolt] (Р: кольт; И.: Colt (revolver); T: tabanca) и.
Револьверҙың йәки пулемёттың бер төрө. □ Кольт. Кольттан атыу. Кольт менән ҡоралланыу.
КОЛЬЧУГА [рус.] и. ҡар. һайман. Кольчуганы йыйыштырыу.
КОЛЯСКА [рус.] (Р: коляска; И.: carriage; barouche; T: kaleska) и.
1. Көймәле арба. □ Коляска (рессорный экипаж с откидным верхом). Коляскаға ат егеу. Коляска менән барыу.
2. Сабый балалар арбаһы. □ Коляска (повозка для катания детей). Балалар коляскаһы. Баланы коляскаға ултыртыу. ■ Көн һайын һигеҙ коляска ябай бер каруан булып йорт алдынан курше баҡсаға табан ҡуҙғала. Ә. Бикчәнтәев.
3. Махсус бәләкәй арба. □ Коляска (повозка специального назначения). Инвалидтар коляскаһы. Мотоцикл коляскаһы. ■ [Көнһылыу:] Мин хәҙер ял көндәре гөлдәр һата башланым, өҫтәуенә коляскала ултырған инәйҙец йомоштарына йөрөйөм, өйөн йыйыштырам. Т. Ғарипова. [Залда] таяҡҡа таянған бабайҙар ҙа куренә, бер инвалид коляскаһына ултырып туцәрәктец уртаһында әйләнә. «Башҡортостан», 1 февраль 2012.
КОМА [рус. < гр. koma] (Р: кома; И.: coma; T: koma) и. мед.
Үҙәк нервы системаһы эшсәнлегенең ныҡ насарайыуы, тәрән һуштан яҙыу, тышҡы ярһытҡыстарға яуап реакцияһы юғалыу менән үткән һаулыҡтың ҡаҡшауы. □ Кома. Комаға китеу. Астма комаһы. Аслыҡ кома-һы. Токсик кома.
КОМАНДА [рус. < фр. commande] (Р: команда; И.: command; T: buyruk) и.
1. Уставта ҡабул ителгән формала телдән бирелә торған ҡыҫҡа бойороҡ. □ Команда (приказ командира). Команда биреу. Команданы утәу. Команданы тыцламау. Һөжумгә өндәу командаһы. ■ Асыҡ тәҙрәнән «Шагом марш!» тигән команда ишетелде. Һ. Дәүләтшина. Арыҡтан һикергән һыу
536