Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 535 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЛХОЗДАШ
колоратура. Колоратура ҡулланыу. Колоратура менән артыҡ мауығыу.
2. Тауыштың шул биҙәктәрҙе анһат башҡарыу һәләте. □ Колоратура (способность голоса легко исполнять подобные пассажи, рулады). Йырсыныц тауышы колоратураға һәләтле. Яҡшы колоратура.
КОЛОРАТУРАЛЫ (Р.: колоратурный; И.: coloratura; T: koloratür) с. му з.
Колоратураға эйә булған. □ Колоратурный. Колоратуралы сопрано. Колоратуралы ария.
КОЛОРИТ [рус. < ит. colorito < лат. color 'төҫ’] (Р: колорит; И.: colouring, colour; T: renk verme) и.
1. Сәнғәт әҫәрҙәрендә буяуҙарҙың тон һәм төҫ тулылығы яғынан бер-береһенә мөнәсәбәттәре. □ Колорит (сочетание красок и цветов). Сағыу колорит.
2. кусм. Ниҙецдер үҙенсәлекле, үҙенә генә хас сифаттары. □ Колорит (совокупность особенностей чего-л.). Милли колорит. Характерлы колорит. Поэтик колорит. Колорит менән һуғарылған. ■ Шуныһы ҡыуаныслы, спектаклдәрҙә халыҡ ижады элементтары ярылып ята, йыр, бейеу, музыкаға милли колорит хас. Картотека фондынан. Куҙгә бәрелеп, ҡысҡырып торған колорит, төҫ матурлыҡтары менән мауығыу ғына әле әҫәр тыуҙырмай. «Ағиҙел», № 8, 2007.
КОЛОРИТЛЫ (Р: колоритный; И.: colourful, picturesque, vivid; T.: parlak renkli) c.
1. Төрлө асыҡ буяуға буяулы. □ Колоритный (отличающийся сочетанием красок, цветов). И Колоритлы пейзаж. Тандыса шундай колоритлы! Иҫ китмәле портрет буласаҡ! Т. Ғарипова.
2. кусм. Бик үҙенсәлекле, көслө. □ Колоритный (своеобразный, характерный). Колоритлы әҫәр яҙыу. Колоритлы образ. Тормошто колоритлы сағылдырыу. Рәссам сағыу колоритлы картиналар ижад иткән. ■ Нәҡиә, ғөмумән, — әҫәрҙец иц колоритлы фигураһы. Ә. Хәкимов. Бикбай биргән колоритлы һәм уҙенсәлекле образдарҙы композитор [3. Исмәғилев] тағы ла сағыулата, тормошсаныраҡ итә төшә. Картотека фондынан.
КОЛОРИТЛЫҠ (колоритлығы) (Р: колоритность; И.: raciness; T: resimlik) и.
Колоритлы булыу сифаты. □ Колоритность. Колоритлыҡ менән айырылып тороу. Колоритлыҡ етешмәу.
КОЛОРИТСЫ (Р: колорист; И.: colorist; T: ressam) и.
Буяуҙар менән оҫта эш итеүсе рәссам.
□ Колорист. Колоритсы булараҡ танылған рәссам.
КОЛУН [рус.] и. ҡар. һәрпәк. Колун менән ярыу.
КОЛХОЗ [рус. коллективное хозяйство} (Р: колхоз; И.: kolkhoz, collective farm; T: kolhoz) и.
Ауыл хужалығы эштәрен бергәләшеп алып барыу өсөн крәҫтиәндәрҙең берләшкән ирекле ойошмаһы. □ Колхоз. / Колхозный. Алдынғы колхоз. Колхоз баҫыуы. Колхоз рәйесе. Колхоз төҙөу. ■ Фатиманыц колхозда шундай тиҙ арала таныла башлауы Ғариф ҡарттыц эсен яндыра башланы. Б. Бикбай. Бер аҙна-ун көн өйҙә ятты, әммә студенттар колхозға йөрөй башлағанда, уныц [Гөлшандыц] да ауылды кургеһе килде, һауығып бөтмәһә лә, уҙһуҙләнеп китте лә барҙы. Д. Бүләков. Декабрь аҙағында дурт колхоздан уҙ аттары менән ебәрелгән ағас ҡырҡыусылар килеп төшкәс, йәнә бер ҡыуанғайны Аҙнаев. Н. Мусин. • Иҫәпһеҙ колхоз — ишекһеҙ йорт. Мәҡәл. Колхоз башлығын ашлығына ҡарап һынайҙар. Мәҡәл. Колхозыц алда булһа, ауыҙыц балда булыр. Мәҡәл.
КОЛХОЗ-АРА (Р: межколхозный; И.: inter kolkhoz, collective farm; T: kolhoz arası) с.
1. Колхоздар араһында башҡарыла торған. □ Межколхозный. Колхоз-ара ярыш. Колхоз-ара бәйләнеш. Колхоз-ара килешеу.
2. Бер нисә колхоз өсөн уртаҡ булған.
□ Межколхозный. Колхоз-ара станция.
КОЛХОЗДАШ (Р: житель одного и того же колхоза; И.: fellow collective farmer; T: kolhozdaş) и.
Бер үк колхоздан булған кеше. □ Житель одного и того же колхоза. Колхоздаш менән осрашыу. Колхоздаштар йыйылышы.
535