КОЛОННА
2. ҡар. бағана I, 2. ■ Газета полосаһында колонкаларҙың һаны ла ҙур әһәмиәткә эйә. С. Латыпов.
КОЛОННА [рус. < фр. colonne < лат. со-1итпа\ (Р.: колонна; И.: column, pillar; T.: sütun) и.
1. архит. Биналарҙың өҫкө яғын терәп торған төрлө рәүештәге бағана. □ Колонна (часть архитектурного сооружения). Тантана колоннаһы. Мәрмәр колонна. ■ Мәсет мөнбәреләй йыуан аҡ колонна артында, ярандары ышығына ҡапланып, төҫө-башы ҡасҡан алпауыт тора. Й. Солтанов.
2. Бер-бер артлы теҙелгән кешеләр йәки техника төркөмө. □ Колонна (строй). Һалдаттар колоннаһы. Спортсылар колоннаһы. Демонстранттар колоннаһы. Танкылар колоннаһы. Автомашиналар колоннаһы. Тракторҙар колоннаһы. Колонна булып те-ҙелеу. Колонна менән утеу. ■ Ауыр танкылар колоннаһы дошманды сигенергә мәжбур итә һәм ҡоттары осҡан фашистарҙы ҡыра башлай. Ш. Вахитов. Бөтә колонна буйынса тәмәке тоҡандырылды, тәмәкеләрҙән кутәрелгән кук төтөндәр юл буйына һуҙылдылар. Д. Юлтый. Ноябрь урталарында дурт колоннаға буленгән корпустың төп көсө юлға сыҡты һәм уңышһыҙлыҡҡа осраны. Я. Хамматов. Улар [Касим менән Рузалиә] байрам колоннаһында майҙандан бергә уттеләр. Н. Мусин.
3. тех. Цилиндр формаһындағы төрлө аппараттар исеме. □ Колонна (название аппаратов цилиндрической формы). Һурғыс колонна. ■ Заводтың куккә ашҡан бейек колонналарына эләгә яҙып, кугелйем һорғолт болоттар ағыла. Ямғыр һибәләй. Ә. Байрамов. Тубәндән генә, ҡырҡ-илле метр бейеклектәге колонналарҙың башына тейә яҙып, ҡар болоттары ағыла. «Башҡортостан», 20 май 2008.
4. Бер урындан икенсе урынға күсеп, етештереү заданиеларын үтәй торған машиналар, тракторҙар. □ Колонна. Механизацияланған кусмә колонна. ■ Уларҙың [Мәусиләләрҙең] ауылы янына әллә ниндәй һаҙлыҡ киптереусе механизацияланған кус
мә колонна килә икән тип һөйләйҙәр ине, моғайын, шул нәмә кешеһелер. Д. Бүләков.
КОЛОННАЛЫ (Р.: колонный; И.: columnar, columned; T.: sütunlu) с.
Колоннаһы булған. □ Колонный, с колоннами. Колонналы зал. Колонналы йорт.
■ Баҡса артында ҙур майҙан һәм был майҙанға культура һарайының бейек аҡ колонналы фасады сыға ине. Ә. Вахитов. Бына аҡ колонналы «Родина» кинотеатры, ул Өфөнөң иң яҡшы яңы кинотеатры, шикелле. М. Һибәт. Баҫҡыс башында ун ике аҡ колонналы, бейек фронтонлы зиннәтле бина мөһабәт булып ултыра. Ғ. Хөсәйенов.
КОЛОНТИТУЛ [рус. < фр. colonne ‘бағана’ + лат. titulus ‘баш исем’] (Р.: колонтитул; И.: running title; catchword; T.: sayfa başlığı) u. полигр.
Әҫәрҙең, бүлектең йәки киҫәктәрҙең һәр биттә текстан юғарыраҡ өлөштә баҫылған исеме. □ Колонтитул. Колонтитул ҡуйыу. Өҫкө колонтитул. Аҫҡы колонтитул.
КОЛОНЦИФР [рус. < нем. Kolumnenzif-fer\ (P: колонцифра; И.: folio; T.: sayfanın başındaki rakam) и. полигр.
Китаптың, журналдың бит һанын күрһәткән цифр. □ Колонцифра. Колонцифр ҡуйыу. Kuman колонцифры.
КОЛОРАД ҠУҢЫҘЫ (Р: колорадский жук; И.: Colorado beetle; T.: patates böceği) и. зоол.
Ҡанат өҫтәре ҡабарынҡы, тәне һарғылт төҫтәге бәрәңге ҡоротҡосо. □ Колорадский жу к (лат. Leptinotarsa decemlineato). Колорад ҡуңыҙын супләу. Колорад ҡуңыҙын ағыулау.
■ Колорад ҡуңыҙы баҡсасылар өсөн дөйөм бер бәләгә әуерелгәнгә курә, хәҙер унан ҡотолоу юлын кумәкләп эҙләргә мәжбурбеҙ. «Киске Өфө», № 21, 2011.
КОЛОРАТУРА [рус. < ит. coloratura ‘буя-лыш’] (Р: колоратура; И.: coloratura; T.: ru-lad) и. муз.
1. Яңғыҙ башҡарыла торған йырға көйҙө матурлау өсөн индерелгән ҡатмарлы биҙәк (тауыш ҡалтырауы, һуҙыуҙар, киҫкен уҙгә-рештәр менән). □ Колоратура (мелодические украшения в вокальной партии). Лирикалы
534