КОЛОНКА
ға ҡаршы көрәш. Урыҫтар колонизацияһы. ■ Рус колонизацияһы башланғас, башҡорт ерҙәренә муйындарына тәре аҫҡан оҙон һаҡаллы кешеләр хужа була башлаған. И. Абдуллин.
2. Колонистарҙың (1) буш ятҡан ерҙәргә күсеп ултырыуы. □ Колонизация (заселение переселенцами пустых земель). Колонизация осоро.
КОЛОНИЗАЦИЯЛАУ (колонизацияла-) ҡ. ҡар. колониялаштырыу. ■ Тарихи дөрөҫлөккә тоғро ғалим [Өмөтбаев] башҡорттарҙың рустарға ҡушылыуы актының кире яҡтарын да ситләтеп үтмәй, крайҙы аяуһыҙ колонизациялау күренештәрен ҡырҡа тәнҡитләп сыға. Ғ. Ҡунафин.
КОЛОНИСТ [рус.] (Р.: колонист; И.: colonist, settler; T.: kolonist) и.
1. Буш ятҡан ергә ситтән килеп ултырған кеше. □ Колонист (переселенец). ■ Байҙар, бигерәк тә урыҫ колонистары, урман менән кәсеп итеп кеҫә ҡалынайтҡан бер мәлдә, күпселек халыҡ үҙе йәшәргә рәтле йорт та һалып керә алмай интекте. Н. Мусин.
2. Колонияла (3) торған кеше. □ Колонист (житель колонии). Ирекле колонистар. Колонистар йәмғиәте. Колонистар хужалығы.
КОЛОНИЯ [рус. < лат. colonia} (Р.: колония; И.: colony; T.: sömürge, koloni) и.
1. Империалистик дәүләт тарафынан баҫып алынып, иҙелгән ил. □ Колония (насильственно захваченная страна). Британия колониялары. Колония халҡы. Колония менән идара итеү. Колония сәйәсәте менән килешмәү. Колонияға әйләндереү. ■ Әле күптән түгел генә Азияның ҡайһы бер ҙур илдәре колониялар ине, ләкин Икенсе донъя һуғышынан һуң ул илдәрҙең халыҡтары ныҡышмалы көрәштә колониаль иҙеүҙән ҡотолоп, үҙаллылыҡ алдылар. «Ағиҙел», № 5, 2010.
2. Сит ил йәки әлкәнән буш ятҡан ергә күсеп ултырған халыҡтың ауылы. □ Колония (поселение переселенцев). Колонияла йәшәү. ■ Быларҙа немец колонияларындасы сәскәләр, ағастар, йәшеллектәрҙең үҙе түгел, еҫе лә юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
3. Берәй маҡсат менән (дауалау, тәрбиәләү һ. б. өсөн) йыйылған кешеләрҙең торлаҡ урыны. □ Колония (лечебно-исправительное общежитие). Тотҡондар колонияһы. Телһеҙҙәр колонияһы. Суд ҡарары менән колонияға оҙатыу. Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһы. ■ Малай өйҙән өйгә йөрөп тамаҡ туйҙырырға мәжбүр булған. Шулай йөрөгән сағында урлашып колонияға барып эләккән. Ф. Әсәнов. [Әйүп] ҡасып йөрөүе арҡаһында колонияға ла эләкте, урам шпаналары менән дә аралашты. Т. Ғарипова. Саша килгәс, колония тулҡынланып, тынысһыҙланып ҡалған кеүек булды. X. Ғиләжев.
4. биол. Бергә тоташып, уҡмашып үҫә, күпләп бер тирәгә йыйылып йәшәй торған үҫемлек йәки хайуандар төркөмө. □ Колония (совокупность особей). Кырмыҫҡалар колонияһы. Коралдар колонияһы. Пингвиндар колонияһы. Бактериялар колонияһы.
КОЛОНИЯЛАШТЫРЫУ (колониялаштыр-) (Р: колонизировать; И.: colonize; T.: sömürge haline getirmek) ҡ.
Колонияға әйләндереү, колония (1) итеү. □ Колонизировать. // Колонизация. Колониялаштырыу сәйәсәте. Сит ерҙәрҙе колониялаштырыу. ■ Башҡорттар рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң уларҙың ерҙәрен хәрби яҡтан, ә бер аҙҙан инде тау эштәре өсөн колониялаштырыу башланған. М. Хисмәтов.
КОЛОНИЯЛЫ (Р: колониальный; И.: colonial; T.: sömürge, koloniyal) с.
Колониялары (1) булған. □ Колониальный (владеющий колониями). Колониялы империя. Колониялы дәүләттәр.
КОЛОНКА [рус.] (Р: колонка; И.: water pump; column; T.: kolon) и.
1. Оҙонса цилиндр рәүешендәге төрлө ҡулайлама. □ Колонка. Һыу колонкаһы. Иген таҙартыу колонкаһы. Колонканан һыу алыу. ■ Ара-тирә колонканан һыу алып тороусы ҡатын-ҡыҙ күренә. Картотека фондынан. Хәҙер инде шишмәгә йөрөмәйҙәр. Һәр йорт алдында тиерлек колонка ҡуйып бөттөләр. Д. Бүләков. [Идаралыҡ начальнигы:] Яҡын ара булһа, бер хәл, эштән һуң төнөн ебәреп булһа ла быраулатыр, колонкаһын да ҡуйҙырыр инем. Н. Мусин.
533