коллоидлыҡ
КОЛЛОИДЛЫҠ (коллоидлығы) (Р.: коллоидность; И.: state of being colloid; T.: koloit) и. хим.
Коллоидлы булыу сифаты. □ Коллоидность. Аҡһымдарҙыц коллоидлығы. Коллоидлыҡ куренеше.
КОЛЛОКВИУМ [рус. < лат. colloquium ‘һөйләшеү’] (Р.: коллоквиум; И.: colloquium; T.: konuşma) и.
1. Студенттарҙың белемен һынау һәм арттырыу маҡсатында уҡытыусы тарафынан үткәрелә торған әңгәмә. □ Коллоквиум. Коллоквиум уткәреу.
2. Билдәле бер темаға, мәҫәлән, сәйәси, ғилми һ. б. сығыштар менән үткәрелә торған кәңәшмә. □ Коллоквиум. Коллоквиумға әҙер-ләнеу. Коллоквиумда ҡатнашыу.
КОЛОДА [рус. колода] (Р: колода; И.: pack; T.: deste (iskambil) и. махс.
Уйнау кәрттәренең тулы йыйылмаһы.
□ Колода (карт). Кәрт колодаһы.
КОЛОДКА [рус.] (Р: колодка; И.: brake shoe; T.: fren pabucu) и.
1. Тәгәрмәсте туҡтатыу өсөн машина тормозына ҡуйылған тимер йәки ағас ҡыҫа.
□ Колодка (тормозная). Тормоз колодкаһы. Машинаның алғы колодкаларын алыштырыу.
■ Ашығыс ярҙам машинаһы, тормоз колодкаларын һыҙғырта-һыҙғырта, республика клиник уҙәгенең әллә ҡайҙарға йәйрәп һуҙылған, ҙур бинаһының ҡайһылыр подъезына барып туҡтаны. Д. Бүләков.
2. Орден, миҙал таҫмаһы ҡуйылған планка. □ Колодка (планка). Ордендар колодкаһы. ■ Бондаренконың өҫтөндә хәрби кейем, ләкин званиеһын курһәткән знагы юҡ, кукрәгендә орден колодкаһы ғына ялтырай. Ш. Насыров.
КОЛОНИАЛИЗМ [рус. < лат. colonia] (Р: колониализм; И.: colonialism; T: kolonia-lizm) и.
Социаль-иҡтисади яҡтан артта ҡалған илдәрҙе сәйәси, иҡтисади һәм рухи йәһәттән бойондороҡҡа төшөрөү сәйәсәте. □ Колониализм. Колониализм сәйәсәте. Колониализмға ҡаршы көрәш. Колониализм системаһы.
■ Колониализмдың яңы әмәлдәрен уйлап табыу өсөндөр инде, ерле халыҡтың көн-
курешен, иҡтисади, рухи донъяһын, тарихын һәм телен ныҡлап барлау-өйрәнеу башлана. И. Солтанов.
КОЛОНИАЛЬ (Р: колониальный; И.: colonial; T: koloniyal) с.
1. Колония хәлендәге, колонияға әйләндерелгән. □ Колониальный. Колониаль илдәр. Колониаль биләмәләр. И Хатта [Өмөтбаев] шиғырҙарында ла, Башҡортостандағы бәләне, кешелекһеҙ милли колониаль сәйәсәтте асыҡтан-асыҡ әйтмәйенсә, батшаның яуызлығын турәлэргә һиҙҙермәй фашланы. Я. Хамматов.
2. Колония биләүгә бәйле. □ Колониальный. Колониаль сәйәсәт. Колониаль режим. ■ Автор [Ғ. Кейеков] Рәсәй батшалығы тарафынан башҡорт ерҙәрен йыртҡыстарса талау һәм тартып алыу тураһында бик әсенеп яҙа, ер хаҡындығы 1818, 1823, 1865 йылғы закондарҙы телгә алып, уларҙың колониаль асылын курһәтә. М. Нәҙерғолов.
КОЛОНИЗАТОР [рус.] (Р: колонизатор; И.: colonizer; T: sömürgeci) и.
1. Берәй илдең халҡын буйһондороусы, иҙеүсе. □ Колонизатор. Колонизаторҙар сәйәсәте. ■ Салауат Юлаев, Караһаҡал кеуек батырҙар етәкләгән яуҙарҙы баҫтырғандан һуң, колонизаторҙар бөтә Башҡортостан буйына аяуһыҙ ҡан ҡойорға тотонған. Ә. Хәкимов. Караһаҡал — батша ҡыҫымына, колонизаторҙарға ҡаршы халыҡты аяҡландырыусы ил батыры. М. Буранғолов. Ырымбур губернаһында ғына барлығы бер миллион ярым самаһы дисәтинә рудаға бай ерҙәр колонизаторҙар ҡулында. Я. Хамматов.
2. ҡар. колонист 1. Колонизаторҙар кусеп килде.
КОЛОНИЗАТОРЛЫҠ (Р:колонизаторский; И.: colonialist; Т: koloniyal) с.
Колониялар (1) баҫып алыуға йүнәлтелгән. □ Колонизаторский, колониальный. Царизмдың колонизаторлыҡ сәйәсәте. Колонизаторлыҡ ҡараш.
КОЛОНИЗАЦИЯ [рус.] (Р: колонизация; И.: colonization; T.: kolonizasyon) и.
1. Сит илде баҫып алып, көсләп колонияға әйләндереү эше, сәйәсәте. □ Колонизация (захват чужой земли). Колонизация-
532