коллоидлы
■ Промысланың коллекторҙарынан нефть булитка килә, бында 0,8—40 атмосфера баҫымда шыйыҡ яғыулыҡ газдан айырыла һәм мейескә китә. Р. Низамов. Монтажсыларҙың береһе тота ла базаға хәбәр итә: авария, коллектор ярыҡ, нефть атыла. Р. Солтангәрәев.
5. тех. Торба йәки кабель үткәреү өсөн ер аҫтынан эшләнгән юлдар. □ Коллектор (подземный канал). Коллектор ҡаҙыу.
6. геол. Нефть ятҡылығы урынлашҡан тау тоҡомо. □ Коллектор (нефтеносная геологическая порода). И Нефть ятҡылығы — ул нефть һеңешкән ҡаты тау тоҡомдары. Д. Бураҡаев. Коллекторҙары, йәғни куҙәуле ҡатлауҙары булған ошо ҡалҡыулыҡтарға нефть тупланған була. Картотека фондынан.
7. юр. Банкынан кредит алған кеше менән кредитты ҡайтарыу буйынса эшләүсе юрист. □ Коллектор (юрист). Коллекторҙар агентлығы.
КОЛЛЕКЦИОНЕР [рус. < фр. collection-neur\ (Р: коллекционер; И.: collector; Т: koleksiyoncu) и.
Коллекция йыйыу менән шөғөлләнгән кеше. □ Коллекционер. Танылған коллекционер. Коллекционерҙар ойошмаһы. Маркалар коллекционеры.
КОЛЛЕКЦИОНЕРЛЫК (коллекцио-нерлығы) (Р: коллекционирование; И.: collecting; T: koleksiyonculuk) и.
Коллекция йыйыу менән шөғөлләнеү. □ Коллекционирование; коллекционерство. Коллекционерлыҡ менән шөғөлләнеу. Коллек-ционерлыҡ менән мауығыу.
КОЛЛЕКЦИЯ [рус. < лат. collectio 'йыйыу’] (Р: коллекция; И.: collection; T.: koleksiyon) и.
Бер үк төрлө нәмәләрҙең билдәле бер тәртиптә тупланған йыйылмаһы. □ Коллекция. Боронғо аҡсалар коллекцияһы. Минералдар коллекцияһы. Маркалар коллекцияһы. Бай коллекция туплау. ■ Класс булмәһенең бер мөйөшөндә балаларҙың уҙҙәре төшөргән рәсемдәре, һәр төрлө уҫемлектәр, бөжәктәр, таштар, тәлмәрйен ҡабырсаҡтары коллекцияһы теҙелеп киткән. М. Тажи. Ғилман
портфеленән ҙур ғына альбом да алды. Бында Артекта уҫкэн ағастарҙың япраҡтарынан коллекция йыйылғайны. 3. Биишева.
КО Л ЛЕКЦИЯ Л АУ (коллекцияла-) (Р: коллекционировать; И.: collect; T: koleksiyon yapmak) ҡ.
Коллекция итеп йыйыу. □ Коллекционировать, собирать коллекцию. // Коллекционирование. Маркалар коллекциялау. Иҫке аҡсаларҙы коллекциялау. Коллекциялау менән шөғөлләнеу.
КОЛЛИЗИЯ [рус. < лат. collisio 'бәрелеш’] (Р: коллизия; И.: collision, clash, conflict; T: çarpışma) и. кит.
Кешеләр араһындағы ҡапма-ҡаршы ҡараштарҙың, ынтылыштарҙың бәрелеше.
□ Коллизия. Тормош коллизияһы. ■ Тәбиғи, тормош-көнкуреш хикәйәләрендә .. алғы планға халыҡтың көнкуреше һәм шуға бәйле булған коллизиялар сығарыла. Ф. Нәҙерши-на. Уның [Кусимовтың] сал башында әллә ни саҡлы ҡыҙыҡлы хәтирәләр, тормош коллизиялары, оҙон-оҙаҡ хәрби тормошонда төрлө кешеләр менән осрашыу сәхифәләре һаҡланыр ине. Р. Өмөтбаев.
КОЛЛОДИЙ [рус. < гр. kollodes 'йәбешкәк’] (Р: коллодий; И.: collodion; T: kolody-um) и. махс.
Медицинала һәм фотографияла ҡулланылған эфир аралаш йәбешкәк иретмә.
□ Коллодий. Коллодийҙың составы. Коллодий иретмәһе.
КОЛЛОИД [рус. < гр. kolla 'елем’ + eidos ‘төҫ’] (Р: коллоид; И.: collodion; T: koloit) и. хим.
Кристаллашмай торған, иҙелеп ҡуйы шыйыҡлыҡҡа әйләнгән матдә (крахмал, аҡһым, елем һ. б.). □ Коллоид. / Коллоидный. Коллоид хәл. Коллоид уҙенсәлектәре. Коллоид иретмә. Коллоид өлөшсәләр. Коллоид химияһы.
КОЛЛОИДЛЫ (Р: коллоидный; И.: colloidal; colloid; T: koloidal) с. хим.
Коллоиды булған; коллоид барлыҡҡа килтерә торған. □ Коллоидный. Коллоидлы матдәләр. Коллоидлы процестар. Коллоидлы эретмәләр.
531