Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 530 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЛЛЕКТИВ
□ Коллеж. Коллежда уҡыу. Социология коллежы.
КОЛЛЕКТИВ I [рус. < лат. collectivus ‘йыйылмалы’] (Р.: коллектив; И.: team, group; staff; T.: topluluk) и.
Уртаҡ маҡсаттар, уртаҡ бер эш башҡарған кешеләр төркөмө. □ Коллектив. Студенттар коллективы. Уҡытыусылар коллективы. Үҙешмәкәр хор коллективы. Институт коллективы. Эшселәр коллективы. ■ [Яманһаров] мәцге зарлана, теләһә ҡайһы эштән дә риза тугел, йыйылыштарҙа иц беренселәрҙән булып тәнҡитләп сығыш яһай, шуға ахры, дауаханала уны хеҙмәт коллективы советына председатель итеп һайлап ҡуйҙылар. Д. Бүләков. Мәҙинә уңайһыҙлана, уҙенә текәлгән хор коллективынан ояла, ҡулы ирекһеҙҙән икенсе партитураға урелә. Т. Ғарипова. Егет һуҙе бер була, тигәндәр бит. Бына берәй йыл эшлә, уҙеңде коллективта курһәт, шул арала аспирантураға инеу өсөн рефератыңды яҙ, экзамендар тапшырырға әҙерлән. Н. Мусин.
КОЛЛЕКТИВ II (Р.: коллективный; И.: collectivejoint; T.: toplu) с.
Күмәк көс менән башҡарыла торған.
□ Коллективный. Коллектив етәкселек. Коллектив эш. Коллектив хужалыҡ. Коллектив ижад. Коллектив асыш. Гәзит — коллектив хеҙмәт емеше ул.
КОЛЛЕКТИВИЗМ [рус.] и. ҡар. коллектив лыҡ.
КОЛЛЕКТИВЛАШТЫРЫУ (коллективлаштыр-) (Р: коллективизировать; И.: collectivize; T.: kolektifleştirmek) ҡ. иҫк.
Ваҡ крәҫтиән хужалыҡтарын эре социалистик хужалыҡҡа берләштереү. □ Коллективизировать. // Коллективизация. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу. ■ Хәҙер Митрофандың бар теләге — берҙәм хужалыҡ етәкселәренә ҡаршы һөжум башлап ебәреу, шуның менән коллективлаштырыуҙы өҙөу. 3. Биишева. Ерҙе, һыуҙы, ер аҫты байлыҡтарын, ҙур каналдарҙы дәуләт ҡулына биреп, ауылды коллективлаштырыу — социализмды тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе итеп алынасаҡ. Ә.-З. Вәлиди.
КОЛЛЕКТИВЛАШЫУ (коллективлаш-) (Р: коллективизироваться; И.: collectivize; T.: kolektifleşmek) ҡ.
Коллектив хужалыҡҡа берләшеү. □ Коллективизироваться. // Коллективизация.
■ Бөтә ил буйынса коллективлашыу башланырын белә ине инде Искәндәр. Ә. Хәкимов. Коллективлашыу осоронда колхозға бирелгән бер бейә генә ҡала шул юртаҡтар нәҫеленән. Д. Бүләков.
КОЛЛЕКТИВЛЫК (коллективлығы) (Р: коллективизм; И.collectivism; T.: kolektivizm) и.
Ижтимағи тормош һәм эш принцибы итеп алған берҙәмлек. □ Коллективизм. Коллективлыҡ рухында тәрбиәләу. Коллек-тивлыҡ урынлаштырыу.
КОЛЛЕКТИВСЫ (Р: коллективист; И.: collectivist; T.: kolektivist) и.
Коллективта эшләү яғында тороусы. □ Коллективист. Коллективсы булыу. Коллективсы итеп тәрбиәләу. Коллективсы һыҙаттары.
КОЛЛЕКТОР [рус. < лат. collector ‘йыйыусы’] (Р: коллектор; И.: distributing centre; T.: kolektör) и.
1. Нимәнелер йыйыу һәм бүлеп таратыу эше менән шөғөлләнгән ойошма. □ Коллектор (организация). Китапхана коллекторы. Уҡыу-уҡытыу коллекторы.
2. Берәй нәмәнең төрлө өлгөһөн йыйып, иҫәбен алып барған кеше. □ Коллектор (человек). Геологик экспедиция коллекторы.
■ [Милованова — Зифаға:] Экспедицияға бөтөнләй килергә тырыш. Коллектор булыу артыҡ ҡыйын булмаҫ. Геологтар ярҙам итерҙәр. Ә. Бикчәнтәев.
3. тех. Даими электр генераторының үҙгәреүсән токты даими токка әйләндерә торған өлөшө. □ Коллектор (часть электрического генератора). Коллекторы янып сыҡҡан. Ярым уткәргесле коллектор. Электрон лампалы коллектор.
4. тех. Газ йәки шыйыҡлыҡты төрлө торбаларҙан йыйып, ситкә ағыҙа торған киң торба. □ Коллектор (труба). Канализация коллекторы. Газ коллекторы. Һыу коллекторы. Коллектор торбаһын алмаштырыу.
530