Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 529 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЛЛЕЖ
минутына мең тапҡыр тибә. «Йәшлек», 22 август 2009.
КОЛИТ [рус. < гр. kolon ‘йыуан эсәк’] (Р.: колит; И.: colitis; T.: kolit) и. мед.
Йыуан эсәктәрҙең шешеүе. □ Колит. Колиттан дауаланыу. Колит менән яфаланыу.
КОЛЛЕГА [рус. < лат. collega} и. ҡар. хеҙмәттәш. Эш буйынса коллегалар. Коллегалар менән фекер алышыу. Коллегалар менән кисә ойоштороу. Коллега менән тәжрибә уртаҡлашыу. ■ [Моисей Казимирович:] Уның сере башҡорт халҡының баяғы мин әйткән тәрән тамырҙарына йомарланған, ә һин, коллегам, шул йомаҡты сисергә тип юлланған юламанһың. Й. Солтанов. Профессор әле йәш коллегаларының шулай көтмәгәндә килеп тешәүҙәренә бик ныҡ ҡыуанғайны. Д. Бүләков. Бына ике аҙна инде Шамил Шамуҡович Заһитов эстән янып, сит-ят кешеләргә лә, бергә эшләгән коллегаларына ла белдермәҫкә тырышып, ут йотоп йөрөй: ҡайҙа булыр ул малай? Н. Мусин. Тимәк, кемделер ерләйҙәр. Уның ҡыҙы, Сәмәрәһе, ерләуҙә ҡатнаша. Берәй коллегаһы менән хушлашаларҙыр. Т. Ғарипова.
КОЛЛЕГАЛЫК (коллегалығы) и. ҡар. хеҙмәттәшлек. Коллегалыҡ мөнәсәбәттәре.
КОЛЛЕГИАЛЛЕК (коллегиаллеге) (Р.: коллегиальность; И.: collegiality; T.: mesleki işbirliği) и.
Бер төркөм кешеләр тарафынан башҡарылған идара, етәкселек. □ Коллегиальность. Коллегиаллек принцибы. Коллегиаллекте тотоу. ■ Был иптәштәр коллегиаллекте практикала аҡлай беләләр. Ғ. Рамазанов.
КОЛЛЕГИАЛЬ I (Р: коллегиальный; И.: collective, joint; T.: toplu) с.
Күмәкләп, бергәләп башҡарыла торған. □ Коллегиальный. Коллегиаль етәкселек.
КОЛЛЕГИАЛЬ II [рус. < лат. collegium} (Р: коллегиально; И.: collective, joint; Т.: top-lu)p.
Күмәкләп, бергәләп. □ Коллегиально. Коллегиаль хәл итеу. ■ Күмәкләшеп, кәңәшләшеп, йәғни коллегиаль, хәл итер өсөн йыйылалар. Р. Солтангәрәев.
КОЛЛЕГИЯ [рус. < лат. collegium} (Р: коллегия; И.: board; T.: kurul) и.
1. Кәңәш биреү йәки ҡарар сығарыу органы булып ойошҡан вазифалы кешеләр төркөмө. □ Коллегия (группа должностных лиц). Министрлыҡ коллегияһы. Киңәйтелгән коллегия. Йәштәр сәйәсәте буйынса коллегия. ■ Шәһит Хоҙайбирҙин яңы коллегия ағзаһы һәм хәрби бүлек мөдиренең урынбаҫары итеп билдәләнә. Картотека фондынан.
2. Ҡайһы бер профессия кешеләренең бергә эшләү өсөн ойошҡан берләшмәһе. □ Коллегия (объединение лиц некоторых профессий). Адвокаттар коллегияһы. Редакция коллегияһы. ■ [Рахманов:] Дауыт Усманович, суд коллегияһы һеҙҙән хөкөм ителеусегә һәм уның колхоздағы эшенә характеристика биреуегеҙҙе утенә, һеҙ уны күптән беләһегеҙме? А. Абдуллин. Был тәҡдимдәр бик урынлы күренде, шуға мәғариф вәзирлеге менән идара иткән Фәйез Мөхәммәт Хан 19 июлдә хөкөмдар Аманулла Хандың һарайында мәғариф коллегияһы мәжлесен йыйҙы. Ә.-З. Вәлиди.
3. тар. Рәсәйҙә XVIII быуатта үҙәк хөкүмәт учреждение исемдәренең бер өлөшө. □ Коллегия (в России в XVIII в.: составная часть названий центральных правительственных учреждений). Хәрби коллегия. Тышҡы эштәр коллегияһы. ■ Батшалар фавориттарын ҡыйырһыта буламы: Адмиралтейство коллегияһының вице-президенты итеп тәғәйенләнгән Чернышев тиҙҙән үҙен һыуға ебәрелергә хөкөм ителгән суртан итеп тойҙо. Ғ. Хөсәйенов.
КОЛЛЕДЖ [рус. < ингл. college} (Р: колледж; И.: college; T.: kolej) и.
1. Англия, Америка һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙәге юғары йәки урта белем биреү йорто. □ Колледж. Гоулсмитс-колледж. Сити-колледж.
2. Хәҙерге Рәсәйҙә: урта профессиональ белем биреү йорто. □ Колледж. Колледжда уҡыу. Колледж уҡытыусыһы. Колледж тамамлау. Колледж студенты. Медицина колледжы.
КОЛЛЕЖ [рус. < фр. college} (Р: коллеж; И.: (French) college; T.: kolej) и.
Франция, Бельгия һәм Швейцарияның айырым кантондарында урта уҡыу йорто.
529