КОКСЛАУ
торған яҡшы кумерҙәр aş. «Башҡортостан», 5 март 2008.
КОКСЛАУ (коксла-) (Р.: коксовать; И.: coke; T.: kok haline getirmek) ҡ. тех.
Коксҡа өйләндереү. □ Коксовать, выжигать кокс. // Коксование. Кокслау мейесе. Торфты кокслау. Таш кумерҙе кокслау.
КОКТЕЙЛЬ [рус. < ингл. cocktail] (Р: коктейль; И.: cocktail; T.: kokteyl) и.
Төрлө араҡы төнәтмәләре, шараптар, коньяк, ром, һут, емеш-еләк, туңдырма ҡатнашмаларынан торған иҫерткес йәки һалҡынса тәмле эсемлек. □ Коктейль. Туңдырма коктейле. Коктейль эсеу. Коктейль әҙерләу.
КОЛБА [рус. < нем. Kolben] (Р: колба; И.: flask; T: tüp) и.
1. Химик тәжрибә өсөн ҡулланыла торған оҙон муйынлы быяла һауыт. □ Колба. Ваҡ колба. Колбаға кислота ағыҙыу. Колбаны утта ҡыҙҙырыу.
2. Телевизорҙарҙа, термостарҙа, люстраларҙа ҡулланылған төрлө быяла әйберҙәр.
□ Колба. Термос колбаһы сатнаған. Люстраның колбаһын алыштырыу. Телевизор колбаһы янып сыҡҡан.
КОЛБАСА [рус.] и. ҡар. тултырма 2. Бешкән колбаса. Ыҫланған колбаса. Колбаса цехы. Колбаса менән бутерброд яһау. Сояһыҙ колбаса. ■ Карағыҙ әле, — ти тағы ла Фә-риә, — шофёр ағайымдың колбасаһы бар, кисә мороном ҡысытҡайны, ҡала кустәнәсе ашарға булған икән. Н. Мусин.
КОЛГОТКА [рус. < чех. kalhoty] (Р: колготки; И.: tights; panty hose; T: kilotlu çorap) u.
Ыштаны менән ойоғо ҡуша эшләнгән кейем; ойоҡло ыштан. □ Колготки. Балалар колготкаһы. Йылы колготка. Капрон колгот-ка. Колготка кейеу.
КОЛЕНКОР [рус. < фр. calencar] (Р: коленкор; И.: calico; T: kalikut) и.
Ныҡ ашланған беше мамыҡ туҡыма.
□ Коленкор. / Коленкоровый. Китапты коленкор менән тышлау. Коленкор етештереу. ■ Булат, һуҙ ошоноң менән тамам тигәндәй, баш осонан Эйнштейндың коленкор
тышлы китабын алып уҡырға тотондо. Ф. Фәйзуллин.
КОЛЕНКОРЛЫ (Р: коленкоровый; И.: calico; Т: kalikut) с.
Коленкорҙан яһалған. □ Коленкоровый. Коленкорлы дәфтәр.
КОЛЕНЧАТЫЙ [рус ] с. ҡар. бөгөмлө 1. ■ [Ярлыманов] бынан етмеш километрҙағы совхозда булды. Ләкин бер ай элек уларға шлифовать итергә ебәрелгән коленчатый валдар һаман әҙер тугел ине. Ә. Вәли.
КОЛЕР [рус. < лат. color ‘төҫ’] (Р: колер; И.: colour; T: renk) и.
Тотонорлоҡ хәлгә еткереп әҙерләнгән буяу. □ Колер. Колер әҙерләу. Зәңгәр колер. Куйы колер. ■ Бригадир аҡланған тушәмгә, әле дымлы зәңгәрһыу стеналарға һуҙһеҙ генә куҙ йөрөтөп сыҡты, филёнка өсөн яһалған колерға бармағын тығып ҡараны. Картотека фондынан.
КОЛЕСНИЦА [рус.] (Р: колесница; И.: chariot; T: şar) и. тар.
Боронғо гректарҙа һәм римдарҙа һуғышта һәм ярышта ҡулланылған ике тәгәрмәсле еңел арба. □ Колесница. Хәрби колесница. Колесницалар һуғышы.
КОЛЕЯ [рус.] (Р: колея; И.: rut; T: tekerlek izi) и.
1. Тәгәрмәс эҙе. □ Колея (канавка, углубление от колёс на дороге). Колея ҡалдырыу. Колеянан барыу. Йөк машиналары колеяһы. Тәрән колея.
2. Тимер юлдың ике параллель рельстан торған бер буйы. □ Колея (железнодорожный путь). Ике колеялы тимер юл.
3. кусм. Эштең, тормоштоң үҙ яйы менән барыуы. □ Колея. Тормош уҙ колеяһы менән бара. Колеянан сығыу.
КОЛИБРИ [рус. < исп. colibri] (Р: колибри; И.: hummingbird; T: sinek kuşu) и. зоол.
Төньяҡ Американың көньяҡ-көнбайышында һәм Көньяҡ Америкала йәшәй торған, оҙонлоғо 2 см-ға етә торған бик бәләкәй ҡош. □ Колибри (лат. Trochilidae). Колибри суҡышы. Колибри тауышы. Колибри ҡойроғо менән алға оса ала. ■ Ер йөҙөндә 8500 төрлө ҡош иҫәпләнә. Иң бәләкәй ҡош — колибри. Уның ауырлығы — ике грамм, ә йөрәге
528