Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 527 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОКСЛАНЫУ
нән дауахана койкаһында иҫһеҙ ятҡан Мәҙинә сыҡмай. Т. Ғарипова. Аяҡ тауыштары яҡынлауын һиҙгәс, Менәуәрә стенанан ҡапыл былай табан боролдо, койка эргәһенә килеп баҫҡан Рифҡәткә куҙҙәрен ҙур асып, ҡурҡып ҡараны. Н. Мусин.
КОК (когы) [рус. < гол. kok ‘ашнаҡсы’] (Р.: кок; И.: (ship's) cook; T.: aşçı) и.
Караптағы аш бешереүсе. □ Кок. Кок булып эшләу. Кок булмәһе. Карапта кок булып хеҙмәт итеу.
КОКА [рус. < исп. coca] (Р.: кока; И.: coca; T.: koka ağacı) и. бот.
Тропикта үҫкән, япраҡтарынан кокаин алына торған ҡыуаҡ. □ Кока (лат. Erythro-xylum coca). Кока япрағы. Кока сәскәһе.
КОКАИН [рус. < исп. cocaina\(P:. кокаин; И.: cocaine; T: kokain) и.
Кока япраҡтарынан алына торған наркотик көсө булған ағыулы матдә. □ Кокаин. Кокаин еҫкәу. Кокаин ҡулланыу Рәсәйҙә закон менән тыйыла.
КОКАИНИЗМ [рус.] и. ҡар. кокаинсы-лыҡ.
КОКАИНИСТ [рус ] и. ҡар. кокаинсы.
КОКАИНСЫ (Р: кокаинист; И.: cocaine addict; T: kokainman) и.
Кокаинизм менән ауырыған кеше. □ Кокаинист. һуцғы заманда кокаинсылар һаны кубәйҙе.
КОКАИНСЫЛЫК (кокаинсылығы) (Р: кокаинизм; И.: cocainism; T: kokainman-lık) и.
Наркоманияның бер төрө — кокаинға әүәҫләнеүҙән килгән ауырыу. □ Кокаинизм. Кокаинсылыҡтан дауаланыу. Кокаин-сылыҡҡа ҡаршы көрәш.
КОКА-КОЛА [рус.] (Р: кока-кола; И.: Coca-Cola; T: kola) и.
Алкоголһеҙ газлы эсемлек. □ Кока-кола. Кока-кола эсеу. Кока-кола рекламаһы. Кока-кола һатып алыу. ■ Бер банка кока-колала — 39, пепси-колала 41 г шәкәр бар. «Йәшлек», 16 июнь 2009.
КОКАРДА [рус. < фр. cocarde] (Р: кокарда; И.: cockade; T: kokart) и.
Формалы баш кейеменең маңлайына беркетелгән билдә. □ Кокарда. Полиция
кокардаһы. Янғын һундереуселәр кокардаһы. S Сығып баҫып торған милиционер кокардаһы артында Шымарғановтыц ялтыр башы куренде лә кабинетының брон-ләнгән ишеге артына ҡапланды. Й. Солтанов. Куптән тугел [Өлфәт] ҡайҙандыр осоусылар фуражкаһына беркетеп ҡуя торған кокарда табып алғайны. Картотека фондынан. Зәйнәп яуап бирергә өлгөрмәне, Имай, уныц артынан урядник, кук фуражкаһының ҡаты кокардаһын, һары еҙ төймәләрен, март ҡояшының тәҙрәнән төшкән нурына ялтыратып алға атланы. Һ. Дәүләтшина.
КОКЛЮШ [рус. < фр. coqeuleche] и. мед. ҡар. күк йүтәл. Коклюш йоҡтороу. Коклюш менән сирләу.
КОКОН и. ҡар. ҡуҙы III.
КОКОС [рус. < исп. cocos] (Р: кокос; И.: coconut palm; сосо; T: Hindistan cevizi) и. бот.
1. Эре сәтләүекле, олоно балдаҡланып торған ҙур пальма. □ Кокос (растение). / Кокосовый, (лат. Cocos nucifera). Кокос пальмаһы. Кокос уҫтереу. Кокос плантацияһы. М Индонезияның тәбиғи байлыҡтары араһында кокос куренекле урынды тота. «Башҡортостан», 25 май 2010.
2. Шул пальманың сәтләүеге. □ Кокос (плод). Кокос йыйыу. Кокос һөтө. ■ Кокос сәтләуектәренэн ҡиммәтле кокос майы алына. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2010.
КОКОС ПАЛЬМАҺЫ и. бот. ҡар. кокос 1.
КОКС [рус. < нем. Koks] (Р: кокс; И.: coke; T.: kok) и.
Ташкүмер, торф кеүек нәмәләрҙе томалап үртәгәндә барлыҡҡа килә торған ҡаты яғыулыҡ. □ Кокс. Кокс етештереу. Кокс газы. Кокс яндырыу. Домна коксы. ■ Завод территорияһында электровоздар йөрөй. Ҙур вагондарға кокс, эзбизташ һәм руда тейәлгән. Картотека фондынан.
КОКСЛАНЫУ (кокслан-) (Р: превратиться в кокс; И.: turn (into) coke; T.: kok haline gelmek) к. тех.
Коксҡа әйләнеү. □ Превратиться в кокс, коксоваться. // Коксование. Коксланған кумер. ■ Куп кенә урындарҙа таш кумерҙең ҙур ятҡылыҡтары табылған, ләкин кокслана
527