КОДИФИКАЦИЯ
ный кодексының туҡһан икенсе статьяһының өсөнсө булеге һәм йөҙ ҙә етмешенсе статьяһының икенсе булеге буйынса ғәйепләнә. А. Абдуллин. [Ғилман:] Минеңсә, эскелеккә ҡаршы көрәште йәштәрҙе боҙоҡ юлға баҫтырыусы өлкән кешеләрҙән башларға кәрәк. Хәйер, кодекста бындай енәйәткә ҡағылышлы айырым статья ла бар. Н. Мусин.
2. кусм. Ҡараш, ҡылыҡ, ғәҙәт ҡағиҙәләренең йыйылмаһы. □ Кодекс (совокупность правил поведения). Әхлаҡ кодексы. Намыҫ кодексы.
КОДИФИКАЦИЯ [рус. < лат. codex ‘китап’ + facio ‘эшләйем’] (Р.: кодификация; И.: codification; T.: kodifikasyon) и.
1. юр. Айырым хоҡуҡ тармаҡтарының ҡанундарын яңынан ҡарап бер системаға һалыу. □ Кодификация (систематизация законов).
2. лингв. Тел күренештәрен нормалаштырыу. □ Кодификация (нормализация языка). Кодификация комиссияһы.
КОДЛАНЫУ (кодлан-) ҡ. төш. ҡар. кодлау, страд, от кодлау. Кодланған хәбәр. ■ Организм тураһында биологик мәғлумәт ДНК йәки РНК эҙмә-эҙлелегендә кодланған. Интернет селтәренән.
КОДЛАУ (кодла-) (Р.: кодировать; И.: code; encode; T: kodlamak) ҡ.
Йәшерен хәбәрҙе код менән билдәләү; кодҡа һалыу. □ Кодировать. Хәбәрҙе кодлау. Фармандарҙы кодлау. Кодлап телеграф аша ебәреу.
КОЖИМИТ [рус.] (Р: кожимит; И.: imitation leather; T: sahte deri) и. иҫк.
Яһалма күндәрҙең элекке атамаһы. □ Кожимит. / Кожимитовый. Кожимит куртка. Кожимит плащ. Кожимиттан тектереу.
КОЖУХ [рус.] (Р: кожух; И.: casing, housing; T: kapak) и. тех.
Ҡорамалдарҙы, механизмдарҙы йәки уларҙың бер өлөшөн зыяндан һаҡлап торған көп; ҡап, тышлыҡ. □ Кожух. Пулемёт кожухы. Һаҡлыҡ кожухы. Тауышты аҙайтыусы кожух. Генератор кожухы. Кожух менән ҡаплау. ■ Дәуләтов ҡулы менән кожухты һыйпап ҡуйҙы, лентаны барланы, запас ленталарҙы
бер тирәгә өйөп һалды. Ә. Ихсан. Бары бер нисә минут утте. Пулемёт кожухындағы һыуҙар ҡайнай башланы. Мин автоматҡа яңы магазин ҡуйҙым. Б. Дим.
КОЗИНАК (козинагы) [рус. < груз.] (Р: козинаки; И.: nuts-and-honey bar; T: tatlı yemek) и.
Сәтләүек, кунжут йәки көнбағыш орлоҡтарына бал ҡушып эшләнгән көнсығыш татлы аҙығы. □ Козинаки. Козинак ашау. Кози-нак һатып алыу. Бигерәк тә балалар козинак ярата.
КОЗЫРЁК (козырёгы) [рус.] и. ҡар. күҙерек. Кепка козырёгы. Фуражка козырёгы. ■ Кояш яҡтыһында ялтыраған козы-рёклы картуз кейгән бер рус егете миңә хат бирҙе. Ғ. Хәйри. Кун козырёклы командирҙар фуражкаһы уның [Хәлит ағайҙың] былай ҙа олпат ҡиәфәтенә ғәжәп бер куркәмлек биреп тора ине. Н. Мусин.
КОЗЫРЬ [рус ] и.
1. ҡар. уйын 2. Козырҙан сығыу. Козырь менән ябыу. Козырь кәрт. Козырь туз.
2. кусм. Кәрәк саҡта бүтәндәр алдында өҫтөнлөк бирерҙәй нәмә. □ Козырь (о том, что может дать кому-л. в нужный момент преимущество). Козырь итеп файҙаланыу. Көслө козырь. И [Мөхәмәтшин:] Кабаланып эш сыҡмаҫ, тәуҙә уҙем сығып һөйләшеп ҡарайым әле. Юғиһә, беҙҙең бер генә атыуыбыҙ ҙа кулактар өсөн козырь булыр, бына уҙҙәре саҡыртып йыйҙылар ҙа, уҙҙәре ут астылар, тиерҙәр. Ә. Вәли. Мырҙағәле гәзитте козырь итеп файҙаланмаҡсы була! Ирекле һуҙ, ирекле йыйылыш, имеш! Б. Хәсән.
КОЙКА [рус. < гол. kooi\ (Р: койка; И.: cot; T: yatak) и.
1. Суднола беше киндерҙән аҫмалы итеп эшләнгән бер кешелек йоҡо урыны. □ Койка (подвесная постель из парусины). Койкала йоҡлау. Койкаға һалыу.
2. Ятаҡ, больницаларҙа һ. б. була торған бер кешелек карауат. □ Койка (кровать). Тимер койка. Койкала ятыу. Койка селтәре. ■ Сәғит куҙҙәрен йомған килеш театр билеттарына төбәлеп ҡата, оҙаҡ ойоп ултыра, куҙе йомоҡ килеш барып койкаһына йығыла. Й. Солтанов. Камалетдиновтың иҫе
526