КОДЕКС
2. Ошо металл ҡатышҡан ҡуйы күк буяу. □ Кобальт (краска). Кобальт менән буяу.
КОБАЛЬТЛЫ (Р.: кобальтовый; И.: cobaltic, cobaltous; T.: kobaltli) с.
Составында кобальт булған. □ Кобальтовый. Кобальтлы мәғдән. Кобальтлы ятҡылыҡтар.
КОБЗА (Р: кобза; И.: kobza (Ukrainian traditional musical instrument resembling the guitar)] T: kobza) и. муз.
Украин думбыраһы. □ Кобза. Кобзала уй -нау.
КОБЗАРСЫ (Р: кобзарь; И.: kobza player; Т.: kobza çalan) и. муз.
Кобзала уйнап, йыр башҡарыусы. □ Кобзарь. Кобзарсыны тыңлау. Оҫта кобзарсы.
КОБРА [рус. < порт. cobra] (Р: кобра; И.: cobra; T.: kobra) и. зоол.
Йылы яҡтарҙа йәшәүсе, баш арты тимгелле, ағыуы бик көслө булған ҙур йылан; күҙлекле йылан. □ Кобра (лат. Naja). Кобра ағыуы.
КОБУРА [рус. < төрк. кубур ‘ҡын’] (Р: кобура; И.: holster; T.: tabanca kılıfı) и.
Револьвер йәки пистолет ҡабы. □ Кобура. Кун кобура. Пистолетты кобураға һалыу. ■ «Ни эшләйһең һин, юлбаҫар! Үәт шаҡшы нәмәҫтә!» — тип шофёр наган кобураһын ыскындыра башлағайны, арҡаһына Рамаҙандың автомат көбәге төртөлөугә, ҡапыл йыуашайып, йомшарып төштө. Ә. Хәкимов. Боевой дружина командиры Әухәди Рамазанов тигән ҙур кәуҙәле быжыр егет ҡотороноп кобураһына тотонған военком алдында куҙҙәрен сылт-сылт итеп йомғолап торҙо. А. Карнай.
КОВБОЙ [рус < ингл. cowboy < cow ‘һыйыр’ + boy ‘егет’] (Р: ковбой; И.: cowboy; T.: kovboy) и.
Көнбайыш Америка далаларындағы һыбай көтөүсе. □ Ковбой. / Ковбойский. Ковбойҙар ярышы. Ковбой эшләпәһе.
КОВБОЙКА [рус.] (Р: ковбойка; И.: cowboy shirt; checked shirt; T.: erkek gömleği) и. һөйл.
1. Айырым фасон менән тегелгән шаҡмаҡлы ирҙәр күлдәге. □ Ковбойка. ■ [Апуш] өҫтөнә арзанлы триконан тегелгән спорт
костюмы, иҙеуен асып, яғаһын тышҡа сығарып, сатраш ковбойка кейгән. Н. Иҙелбай.
2. Осло түбәле, киң ситле эшләпә. □ Ковбойка. Ковбойка йөрөтөу.
КОВЕРКОТ [рус. < ингл. covertcoat] (Р: коверкот; И.: covert; T.: kaim bir tür kumaş) и.
Тышҡы кейемдәр тегеү өсөн тәғәйенләнгән тығыҙ затлы йөн йәки яртылаш йөн туҡыма. □ Коверкот. / Коверкотовый. Коверкоттан тегелгән костюм. Коверкоттан тектереу. Коверкот пальто.
КОГОРТА [рус. < лат. cohors (cohortis)] (Р: когорта; И.: cohort; T.: askeri müfreze) и.
1. тар. Боронғо Римда легиондың ундан бер өлөшөн тәшкил иткән төркөм. □ Когорта. Когорта тар-мар ителде.
2. Уртаҡ маҡсаттар, фекерҙәр берләштергән кешеләр төркөмө. □ Когорта. Ғалимдар когортаһы. Декабристар когортаһы. Яҙыусылыр когортаһына ҡарау.
КОД [рус. < фр. code] (Р: код; И.: code; Т: kod) и.
1. Телефон, телеграф, радио һ. б. аша хәбәр алышыу өсөн ҡулланылған йәшерен билдәләр, сигналдар системаһы. □ Код (для каналов связи). Телеграф коды. Метеорологик код.
2. Йәшерен шартлы тамғалар системаһы. □ Код (шифр, пароль). Сейф йоҙағы коды. Һаҡлау камераһы коды. Код йыйыу. Кодын онотоу.
3. Тоҡомға, нәҫелгә хас сифаттарҙың гендарҙа яҙылыуы. □ Код (генетический). Генетик код. Тоҡом коды.
КОДЕИН [рус. < гр.] (Р: кодеин; И.: codeine; T: kodein) и. мед.
Йүтәлде баҫа торған аҡ кристалл порошок. □ Кодеин. Кодеин менән дауаланыу. Кодеинға рецепт яҙҙырыу.
КОДЕКС [рус. < лат. codex ‘китап’] (Р: кодекс; И.: code; T: kanunlar) и.
1. юр. Системалаштырылған һәм билдәле бер әлкәгә ҡарай торған закондар йыйылмаһы. □ Кодекс (свод законов). Гражданлыҡ кодексы. Енәйәт кодексы. Хеҙмәт закондары кодексы. ■ [Рахманов:] Алдан тикшерелгән материалдар нигеҙендә Сәғәҙиев Морат Гәрәй улы РСФСР Уголов
525