Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 524 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЛУМБА
мөлкәте батареялы иҫке приёмник менән боҙоҡ барометрҙан ғибәрәт һыуыҡ клубта өҫтәренә бишмәт, тун кейгән егеттәр менән ҡыҙҙар партаға саҡ һыйып ултыралар. И. Абдуллин.
КЛУМБА [рус. < ингл. clump ‘ағастар төркөмө’] и. ҡар. сәскәлек. Туңәрәк клумба. Клумба яһау. Клумба сәскәләре. Я Кайһы саҡта ул [Лотфрахманов Шәрәфетдин бабай] баҡсаның теге башындағы сейә ағасы төбөнә яһалған сәскәләр клумбаһы янында әллә нәмәләр һөйләнеп ултыра. И. Ғиззәтуллин. Беҙ сәскә тутәлдәрен, йондоҙ итеп яһалған клумбаларҙы утеп, парктыц артҡы ҡапҡаһына йунәләбеҙ. Ғ. Ғәйнуллин.
КНЕХТ [рус. < гол. knechtu] (Р.: кнехт; И.: bitts; T.: iskele babası) и. махе.
Судно палубаһында йәки пристандә буксир арҡанын бәйләп ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән бүкән. □ Кнехт.
КНИЖКА [рус.] и. ҡар. кенәгә. Зачёт книжкаһы. Хеҙмәт книжкаһы. Һаҡлыҡ книжкаһы.
КНОПКА [рус. < гол. knoop ‘пуговица’] (Р.: кнопка; И.: drawing pin; T.: düğme) и.
1. Ҡағыҙ, туҡыма йә башҡа нәмәне беркетеү өсөн ҡулланылған яҫы башлы бәләкәй үткер осло ҡыҫҡа сөй; ҡаҙауыс. □ Кнопка (металлическое острие). Бер ҡап кнопка. Кнопка менән беркетеу. Кнопка менән ҡаҙап ҡуйыу.
2. Бармаҡ менән баҫып электр селтәрен ялғау һәм төрлө механизмдарҙы хәрәкәткә килтереү өсөн тәғәйенләнгән баҫмалы төймә. □ Кнопка (для замыкания электрической сети). Кыцғырау кнопкаһы. Кнопкаға баҫыу. Саң һурҙырғыс кнопкаһы. ■ Кара һауыты тиклем генә кнопкаһына баҫһаң, ун алты ракета, ҡойроғонан ут көлтәһе сорғолтоп, бөтәһе бер юлы, «жыйт-жыйт» итеп оса ла китә, ти. Й. Солтанов. Арынбаҫаров уҙен-уҙе битәрләп ишекле-турле йөрөнө-йөрөнө лә әҫтәленең мөйөшөндәге кнопкаға баҫты. Д. Бүләков. Кнопкаға баҫып шылтыратып торманы ул [Саимә], ишекте уҙ асҡысы менән асты ла һаман ҡыйыуһыҙланып ситтәрәк торған Шамилдың яурынынан этте. Н. Мусин. [Камали] һул ҡулы ишек тотҡаһында, уң
ҡулының бармағы менән кнопканы батырҙы. Ғ. Хәйри.
3. ҡар. сыртлаҡ. Кулдәк кнопкаһы. Кнопка тегеу. Кнопкаһын эләктереу.
КНОПКАЛЫ (Р: кнопочный; И.: key-driven; button; T.: düğmeli) с.
Кнопкаға (2) баҫып хәрәкәткә килтерелә торған. □ Кнопочный. Кнопкалы ҡыңғырау. Кнопкалы ит турағыс. Кнопкалы телефон.
КОАГУЛЯЦИЯ [рус. < лат. coagulatio ‘ойошоу, ҡатыу’] (Р: коагуляция; И.: coagulation; T.: pıhtılaşma) и. махс.
Коллоид системаларҙа өлөшсәләрҙең уҡмашып, дисперслыҡ дәрәжәһенең кәмеү процесы. □ Коагуляция. Кандың коагуляцияһы. Болотта һыу өлөшсәләренең коагуляцияһы.
КОАГУЛЯЦИЯЛАНЫУ (коагуляция-лан-) (Р: коагулироваться; И.: coagulate; Т.: pıhtılaşmak) ҡ. махс.
Коагуляция хәленә килеү, уҡмашыу. □ Коагулироваться. Кан коагуляцияланған.
КОАГУЛЯЦИЯЛАУ (коагуляцияла-) (Р: коагулировать; И.: coagulate; T.: pıhtılaştırmak) ҡ.
Коагуляция хәленә килтереү. □ Коагулировать. Шыйыҡсаны коагуляциялау.
КОАЛИЦИОН (Р: коалиционный; И.: coalition; T.: birleşme) с.
Коалицияға бәйләнешле. □ Коалиционный. Коалицион хөкумәт. Коалицион килешеу.
КОАЛИЦИЯ [рус. < лат. coalitio < еоа-litus ‘берләшкән’] (Р: коалиция; И.: coalition; T.: birleşme) и.
Дөйөм маҡсаттарға ирешеү өсөн дәүләттәр, фирҡәләр, ойошмалар араһында төҙөлгән килешеү, берләшмә. □ Коалиция. Коалиция хөкумәте. Коалиция төҙоу. Коалиция килешеуе. Коалицияға берләшеу.
КОБАЛЬТ [рус. < нем. Kobold ‘гном’] (Р: кобальт; И.: cobalt; T.: kobalt) и.
1. хим. Тимерҙән ҡатыраҡ аҡ төҫтәге металл. □ Кобальт (металл). / Кобальтовый. Кобальт мәғдәне. Кобальт окисы. Һөттә йод, кобальт, бакыр һ. б. микроэлементтар бар. ■ Берәу илгә имен көндәр теләй, кугәрсенде ҡулдан ашата. Ә берәугә атом бомбаһы аҙ, кобальт бомба тиеп баш вата. М. Кәримов.
524