Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 523 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЛУБ
1. Һыу үткәрмәй торған бик ҡаты кирбес (юлға тушәу өсөн ҡулланыла). □ Клинкер (кирпич). Клинкер тушәу.
2. Сеймал (айырым ҡаты киҫәктәр хәлендәге яндырылған цемент). □ Клинкер.
КЛИШЕ [рус. < фр. cliche] и. ҡар. ҡалып. Цинк клише. Растрлы клише. Тонлы клише. Штрихлы клише. Клише яһау. Клишенан арыныу. Клише телмәрҙе биҙәмәй.
КЛОАКА [рус. < лат. cloaca] (Р.: клоака; И.: cloaca; T.: kanalizasyon) и.
1. Ҡалаларҙа бысраҡ һыу ағыҙыу өсөн ер аҫты каналы. □ Клоака (канализация). Клоакаға ағыҙыу.
2. Бысраҡ урын. □ Клоака. ■ Кала ситендә клоакалар кубәйҙе.
3. кусм. Боҙоҡ йәмғиәт, боҙоҡ мөхит.
□ Клоака.
4. биол. Ҡайһы бер хайуандарҙа бәүел һәм тиҙәк бергә ҡушылған урыны; артҡы юл (балыҡтарҙа, ҡоштарҙа, һөйрәләуселәрҙә).
□ Клоака. Коштарҙыц эсәге клоакаға асыла.
К Л ОН [рус. < гр. klön ‘ботаҡ, тоҡом’] (Р: клон; И.: clone; T.: klon) и.
1. Вегетатив үрсеү ысулы менән генетика яғынан бер иш итеп барлыҡҡа килтерелгән үҫемлек йәки тере йән тоҡомо. □ Клон. Клон урсетеу.
2. Төрлө объекттарҙың күсермәләре.
□ Клон.
КЛОНЛАШТЫРЫУ (клонлаштыр-) (Р: клонировать; И.: cloning; T: klonlamak) ҡ. биол.
Клон барлыҡҡа килтереү. □ Клонировать. Клонлаштырыу ысулы. Үҫемлектәрҙе клонлаштырыу. И Компьютерҙар, кибернетик организмдар, клонлаштырыу технологияһы кеше аҡылынан башҡа йәшәй алмай. «Шоңҡар», № 4, 2010.
КЛОУН [рус. < ингл. clown] и. ҡар. кәмитсе. Клоун сығышы. Клоун битлеге. Клоун трюгы. ■ [Һалдат] шатлыҡ менән дилбегәгә тотонғанда, башҡалар цирк майҙанына сығыусы клоунды көткән тамашасылар кеуек, Шәмсиҙец аяҡтары ерҙән күтәрелгәнде көттөләр. Ғ. Хәйри.
КЛОУНАДА [рус. < ингл. clown] и. ҡар. кәмит I. Клоунада менән шөғөлләнеу. Йыйылышты клоунадаға әйләндереу.
КЛОУНДАРСА (Р: ҡаҡ клоун; И.: as а clown; T: palyaço gibi) р.
Клоун кеүек, клоундарға хас рәүештә.
□ Как клоун, по-клоуновски. Клоундарса ҡыланыу. Үҙен клоундарса тота. ■ [Ғибәҙәт Фәттәхов] аттыц арт яғына әйләнеп ултырҙы ла клоундарса ҡыланыуҙан тыйылманы. Я. Хамматов.
КЛОУНЛАНЫУ (клоунлан-) (Р: клоун-ничать; И.: clown; T: soytarılık etmek) ҡ.
Клоундарса ҡыланыу, кеше көлдөрөү.
□ Клоунничать, смешить людей. Уҡыусы дәрестә клоунлана.
КЛОУНЛЫҠ (клоунлығы) и. ҡар. кәмитлек 2. Клоунлыҡҡа уҡыу. Клоунлыҡ курһәтеу.
КЛОУНСЫЛЫҠ (клоунсылығы) и. ҡар. кәмитлек. Клоунсылыҡҡа бирелеу.
КЛУБ [рус. < ингл. club] (Р: клуб; И.: clubhouse; T.: kulüp) и.
1. Бергәләп ял итеү, күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү һ. б. өсөн уртаҡ бер эш йәки һәнәр кешеләрен берләштергән ойошма. □ Клуб (общественная организация, объединяющая людей на основе общности интересов). Йәштәр клубы. Кино һөйөуселәр клубы. Спорт клубы. Шахматсылар клубы.
■ Стәрле ҡалаһының мәҙәниәт йортонда ял көнө клубы эшләй, уның ишеге теләге булған бөтә балаларға ла асыҡ. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2009. Силәбе ҡалаһында башҡорттарҙың танышыу клубы уңышлы эшләп килә. «Йәшлек», 12 октябрь 2009.
2. Шундай ойошмалар урынлашҡан йорт, бина. □ Клуб (помещение). Клуб сәхнәһе. Ауыл клубы. Завод клубы. Клуб мөдире.
■ Культуралы туҡланыу үҙәктәре, магазин, китапхана, клуб асылған, һәр яҡлап бай йыһазландырылмыш иркен стадион ҡоролған йәш-елкенсәккә. Й. Солтанов. Клубтан сыҡҡас, яңғыҙ ғына ҡайтып килгәнендә, Ғилман, ошо күренештәрҙе иҫенә төшөрөп: «Бына беҙ хәҙер йәшлектең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп еткермәйерәк йәшәйбеҙ тугелме?» — тип уйланы. Н. Мусин. Бар
523