КЛИМАТ
ләнешле үҙгәрештәр. Климактерий кисереү. Климактерий дәүере.
КЛИМАТ [рус. < гр. klima ‘эйелеш’] (Р.: климат; И.: climate; T.: iklim) и.
1. Билгеле бер урынға хас булған һауа шарттары. □ Климат. / Климатический. Эҫе климат. Тау климаты. Урман климаты. Яһалма климат. Климат үҙгәреше. Климатҡа тәьҫир итеү. Климат бүлкәттәре. Климат факторҙары. ■ [Сәғәҙиев:] Беҙҙец климат шарттарында эшләнәһе эштәр, ҡәнәғәтләндерелмәгән ихтыяждар тулып ятҡан саҡта, ҡышын колхозсының эшһеҙ йөрөүенә юл ҡуйыу, крәҫтиән тормошон тик ер эштәре менән сикләү — халыҡҡа ҡаршы заговор менән бер! И. Абдуллин. Карелиялағы питомник хужалыҡтарында, ҡаты климатты иҫкә алып, ҡарағай һәм шыршының бер йыллыҡ түгел, ә дүрт-биш йыллыҡ үҫентеләрен ултыртыуға күсеүҙәре иғтибарын [Мора-товтың] йәлеп итте. Н. Мусин.
2. Нимәнеңдер булыуы, барлыҡҡа килеүе өсөн тәғәйен булған хәл, шарт. □ Климат (обстановка, условия существования чего-л.). Сәйәси климат. Ғаилә климаты.
КЛИМАТЛАШТЫРЫЛЫУ (климатлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. климатлаштырыу. страд, от климатлаштырыу. Климатлаштырылған үҫемлек.
КЛИМАТЛАШТЫРЫУ (климатлаштыр-) (Р.: акклиматизировать; И.: acclimatize; T.: iklime alıştırmak) ҡ.
Яңы климатҡа, яңы тәбиғәт шарттарына күнектереү. □ Акклиматизировать. // Акклиматизирование, акклиматизация. Климатлаштырыу тәжрибәһе. Климатлаштырыу эштәре. Үҫемлектәрҙе климатлаштырыу.
КЛИМАТЛАШЫУ (климатлаш-) (Р: акклиматизироваться; И.: acclimatize oneself; T.: iklime alışmak) ҡ.
Яңы климатҡа, тормош шарттарына күнегеү (хайуан һәм үҫемлектәргә ҡарата). □ Акклиматизироваться. // Акклиматизирование, акклиматизация. Үҫемлектәрҙең климатлашыуы. Климатлашыу процесы.
КЛИМАТОЛОГ [рус. < гр.] (Р: климатолог; И.: climatologist; T.: iklimbilimci) и. махс.
Климатология белгесе. □ Климатолог. Яҡшы климатолог. Климатолог һәнәре.
КЛИМАТОЛОГИЯ [рус. < гр. klima + logos ‘тәғлимәт’] (Р: климатология; И.: climatology; T.: iklimbilimi) и. махс.
Климат төрҙәрен, уларҙың барлыҡҡа килеүен һәм органик донъяға булған тәьҫирен өйрәнә торған фән. □ Климатология. Климатология институты. Климатология әлкәһендә эшләү. Медицина климатологияһы.
КЛИНИК (Р: клинический; И.: clinical; T.: klinik) с.
Клиникаға бәйләнешле. □ Клинический. Клиник шарттар. Клиник тикшеренеүҙәр. Клиник дауахана. ■ Ғәйнияр Ғәйнул-лович — алтын кеше. Уны, беҙҙең төп уҡыу, тәжрибә базаһының, йәғни республика клиник больницаһының баш врачын, студенттарыбыҙ ҙа бик ярата. Д. Бүләков.
КЛИНИКА [рус. <гр. klinike ‘ауырыуҙарҙы ҡарау’] (Р: клиника; И.: clinic; T.: hastane) и.
Медицина юғары уҡыу йорто йәки ғилми-тикшеренеү институты составына ингән ятып дауаланыу учреждениеһы, унда дауалау менән бергә ғилми-тикшеренеү һәм уҡытыу эше алып барыла. □ Клиника. Педиатрия клиникаһы. Нервы ауырыуҙары клиникаһы. Клиника шарттарында дауаланыу. ■ Имай .. баш ҡаланың атаҡлы хирургия клиникаһында дауаланып ята. Й. Солтанов. Республиканың хирургия үҙәге иң ҙур клиникаларҙан иҫәпләнә, ә шул ҙур клиниканың баш врачы кем инде? Каҙнабаев, фән докторы. Д. Бүләков.
КЛИНИК ҮЛЕМ (Р: клиническая смерть; И.: clinical death; T.: klinik ölüm) и. мед.
Тын алыш һәм йөрәктең тибеше туҡтағандан һуң организмдың әле тере булған ҡыҫҡа ғына ваҡыты. □ Клиническая смерть. Клиник үлемдән ҡотҡарыу. Клиник үлем кисереү. ■ Егерме йәшлек эшсе В. Шестаков-ты ашығыс ярҙам машинаһы клиник үлем хәлендә больницаға килтергәйне. «Башҡортостан», 16 июль 2009.
КЛИНКЕР [рус. < нем. Klinker} (Р: клинкер; И.: clinker; T: kiremit tuğlası) и. махс.
522