КӨРҺӨНӨҮ
Көрт-көрт (1) итеү, көрт-көрт тигән тауыш сығарыу. □ Клохтать. // Клохтанье.
■ Әгәр мая ғына ҡалдырып, йомортҡаһын алып тормаһаң, тауыҡ бер ун биш, егермене һала ла көртләй башлай. Н. Нәжми.
КӨРТМӘ и. диал. ҡар. көртмәле.
■ «Бынан тиҙерәк китәйек, ҡыҙым», — тине Тәнзилә әбей, Сәғиҙәнең тугеп ебәргән көртмәлеләрен унан-бынан ғына һауытҡа тултырып. М. Тажи.
КӨРТМӘЛЕ (Р.: черника; И.: bilberries; T: yabanmersini) и. бот.
1. Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек (ылыҫлы йәки ҡатнаш урмандарҙа, дымлы ерҙә уҫә); ҡара көртмәле. □ Черника. / Черничный, (лат. Vaccinium myrtillus). Көртмәле сәскәһе.
■ [Хәким] көртмәле тауы итәгендә бөкрәйеп кенә торған уҫаҡ бурәнәле, тәҙрәһеҙ, ергә йәбешеп яртылаш һеңгән йорт алдында туҡталды. Я. Хамматов.
2. Шул үҫемлектең муйыл ҙурлығын-дағы күгелйем ҡара емеше. □ Черника. / Черничный. Көртмәле йыйыу. Көртмәле ашау. Көртмәле ҡайнатмаһы. Карағус-ҡылланып бешкән көртмәле. ■ Сәскәләрен ҡоя башлаған көртмәле, турғай һәм ер еләктәре лә бешергә өлгөргәндәр. Н. Мусин. Инәй, көртмәле бешкән. Я. Хамматов. «Бына ошонан уңғараҡ, битләугә төшә бирһәң, теге солоҡ ултырыр, — тип курһәтә Сабир. — Уның төбөндә ҡара көртмәле була торған, бешкәнен ҡарауыллап йөрөгөҙ». Д. Шәрәфетдинов.
КӨРТМӘЛЕК (көртмәлеге) и. бот. ҡар. көртмәле. ■ Бында уҫкән ҡара һәм ҡыҙыл көртмәлекте кеше генә тугел, айыу, ҡош-ҡорт та бик ярата. С. Галин. Йөрөй торғас, көртмәлеккә барып сыҡтыҡ. Апайҙар: «Куҙгә файҙалы, туйғансы ашағыҙ, балалар», — тип, беҙҙе ҡыҫтап-ҡыҫтап ашаттылар. Экспедиция материалдарынан.
КӨРТНӘСЕ (Р.: дух двора; И.: spirit of a farmstead; T: avlu iyesi) и. миф.
Ҡура, йорт хайуандары эйәһе. □ Дух двора, домашних животных. Йорт-ҡураны көртнәсе һаҡлай.
КӨРТӨЙ (Р: душегрейка; И.: sleeveless jacket; T: astarı vatkah iş ceketi) и. һөйл.
Еңһеҙ, яғаһыҙ һырма. □ Душегрейка (стёганка без рукавов). Көртөй тектек. Көр-төй кейгән. Көртөй йылы була. ■ Насир-ҙың аты тураһындағы хәбәрен Сәхипьямал әбей ҙур диҡҡәт менән, бер һуҙен дә булдермәй генә тыңлап бөттө, ҡабырғалары ҡайышланып бөткән көртөйө кеҫәһенән тоҡсай сығарып, шымарып ялтыраған борсаҡтай ғына йомро аҡ таштарҙы яулыҡ өҫтөнә таратып ебәрҙе. 3. Ураҡсин.
КӨРТӨКӘЙ и. ҡар. көртөй. Көртөкәй тегеу. Көртөкәй кейеу. ■ Көтөу көткәндә олораҡтар, йылы һөйәк һындырмай тип, ҡалыныраҡ кейемдәрен уҙҙәре менән бергә алып йөрөй, ә бала-саға өләсәләре көсләп кейҙергән көртөкәйҙәрен һә тигәнсе сисә лә ташлай. Көртөкәй кугәргәнсе һыу ингәндә лә бигерәк йылы, бигерәк ҡәҙерле була. Экспедиция материалдарынан.
КӨРТӨЛДӘҮ (көртөлдә-) (Р: издавать хруст; И.: crunch; T: kütürdemek) ҡ.
Көрт-көрт (2) тигән тауыш сығарыу (ҡарға ҡарата). □ Издавать хруст (о снеге).^ Мин уҙемде ҡыҙғанмайым, көрт-көрт итеп, көрттәр ярып барам алға. Г. Ҡотоева.
КӨРҺӨНДӨРӨҮ (көрһөндөр-) ҡ. йөкм. ҡар. көрһөнөү, понуд. от көрһөнөү. ■ Кук-рәккә һыймай ташып барған тулҡындар ауыр көрһөндөрә. Һ. Дәүләтшина.
КӨРҺӨНӨҮ (көрһөн-) (Р: вздыхать;
И.: breathe; T.: iç çekmek) ҡ.
Ниндәйҙер хисте, ҡайғыны белдереп тәрән итеп һулыш алыу. □ Вздыхать. // Вздох. Ауыр көрһөнөу. Тәрән көрһөнөу. Көрһөнөп ҡуйыу. ■ Ара-тирә берәйһенең ауыр итеп көрһөнөуеһ йә интеккән тауыш менән ҡапыл ыңғырашыуын иҫәпкә алмағанда, землянка эсе тып-тын. Ә. Хәкимов. [Катын] яңғыҙ ҡалаһын уйлап, тәрән көрһөнөп ҡуя. Н. Ҡәрип. Ул тәрән итеп көрһөндө лә, оҙон көй йырлар алдынан була торғанса, оҙаҡ ҡына тамаҡ ҡырҙы. Ә. Вахитов. Көрһөнөп, ул пальтоһының иҙеуен асты, бер аҙ хәл йыйырға ғына туҡталған юлаусы кеуек, тәҙрә төбөнә килеп ултырҙы һәм ҡуйыра барған эңер эсендә төҫмөрләнгән куренеште
691